6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Күсемһеҙ милек

Һүтергә һәм төҙөргә
22.12.08


       Йыл аҙағына тиклем республика граждандарҙы авария хәлендәге йорттарҙан күсереү һәм торлаҡ фондтарын капиталь ремонтлау өсөн ике миллиард һум аҡса аласаҡ. Был сумма Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалауға булышлыҡ итеү фондынан инәсәк.
       Башта - бер аҙна элек - төбәк 1,4 миллиард һум аҡса аласаҡ тип күҙалланғайны. Әммә фондтың генераль директоры Константин Цициндың төбәктә булғандан һуң, был сумма тағы 600 миллион һумға артты.
       Ул беҙҙә барған эш менән ҡәнәғәт ҡалған. Константин Цицин аҡсаларҙың иҫке торлаҡты һүтеүгә һәм капиталь ремонт үткәреүгә йүнәлтелеүен күргән.
       Шулай итеп, Тыныслыҡ урамы, 46-сы йорт, Константин Цицин - àâàðèÿ õœëåíäœãå éîðòòàí күсереүҙәрен күргән. 12 фатирлы ике ҡатлы йорт 1937 йылда төҙөлгән. Йорттоң эске һәм тышҡы күренеше бер тапҡыр ҙа капиталь ремонттың үтмәүе тураһында һөйләй. Ҡаттар аша таҡтанан ҡаплауҙар, ҡубып бөткән буяуҙар, ауыш инеү ишектәре, ниндәйҙер сым үткәргестәр...
       Һуңғы йылдарҙа был йортта йәшәгән кешеләргә еңелдән булмағандыр. Был йорт 14 йыл элек авария хәлендәге торлаҡ тип табылған. Әммә бөгөнгө көнгә тиклем унда кешеләр йәшәгән...
       Ундағы фатир хужалары Иван Франко урамы, 10-сы һанлы яңы йортҡа күсерелгән. Был йорт ошо көндәрҙә генә сафҡа индерелде, - үткән аҙнала йылы бирҙеләр. Әммә өй туйлаусылар яңы йортто күптән инде үҙ итте - инеү ишектәрен, стена обойҙарын алмаштырҙы, һәр фатир тиерлек яңы мебель менән йыһазландырылды. Был авария хәлендәге йорттарҙû һүтеү буйынса федераль программаның тормошҡа ашыуын иҫбатлай.
       Күп фатирлы йорттарҙы капиталь ремонтлау өсөн á¼ëåíãœí аҡсалар маҡсатлы òîòîíîëà.
       Константин Цицин Зәки Вәлиди урамындағы йортта булды, был йорт ошо программа буйынса ремонтланған. Йортто тартып-һуҙып яңы тип әйтеп була - 1982 йылда төҙөлгән. Йорт капиталь ремонт талап иткән. Уның фасады, ҡыйығы, һыу һәм электр менән тәьмин итеү системалары яңыртылған, иҫәп приборҙары урынлаштырылған. Башҡарылған эшкә йәмғеһе 3,439 миллион һум сарыф ителгән.
       Һуңғыһы Константин Цицинға айырыуса оҡшаған - уның фекеренсә, кешеләр нимәгә һәм күпме түләгәндәрен белергә тейеш, ә хәҙер көрсөк шарттарында, киләһе йылдан коммуналь хеҙмәттәргә тарифтар артҡанда средстволарҙы һаҡñûë тотоноу бер кемгә лә зыян килтермәҫ. Иҫәп приборҙары күрһәтелгән хеҙмәттәрҙең хаҡынан 20 процентҡа тиклем һаҡñûë тотонорға булышлыҡ итә бит. Шуға күрœ Фонд программаһы буйынса ремонтланған йорттарҙа йәшәгәндәр тарифтарҙың артыуын тоймаясаҡ.
       Әйткәндәй, финанстар республиканың бер нисә ҡалаларында 212 йортто ремонтлау өсөн бүленгәйне. Аҡсалар инә башланы, был эш киләһе йылда ла дауам итәсәк. Ағымдағы йылда эш авария хәлендәге йорттарҙан граждандарҙы күсереү һәм капиталь ремонт үткәреүҙе бергә финанслауҙа беренсе заявка буйынса алып барылды, уға быйыл июнь айында Фондта ҡул ҡуйылғайны. Ул ваҡытта финанслау суммаһы 1,318 миллиард һум тәшкил иткәйне.
       Әммә сығымдар был сумма менән генә сикләнмәне. Программа шарттары буйынса, республика килешеүҙә билдәләнгән суммаға 36 процент өҫтәй. Әммә, БР Хөкүмәте Премьер-министры һүҙҙәренә ҡарағанда, был бөтә һалыуҙар түгел. Бында тәҙрәләр ҡуйыу, ихата территорияларын төҙөкләндереү, балалар майҙансығын булдырыу сығымдары инмәй. Быларҙың бөтәһенә лә өҫтәмә средстволар китә, шуға күрә программа буйынса республика аҡса һалыуҙарының дөйөм күләме 60 процент тәшкил итә.
       Әммә киләһе йылдан хәлдең үҙгәреүе ихтимал. Әле Дәүләт Думаһы депутаттары финанс көрсөгө шарттарында закон проектын (беренсе уҡыуҙа хупланды) ҡарай, уның буйынса программаны финанслау өлөшө төбәктәр яғынан (республика өсөн 8,5 процентҡа тиклем) кәмейәсәк, ә средстволарҙың ҡалған өлөшө төбәктәргә Фонд, федераль ҡаҙна средстволары иҫәбенән бүленәсәк.
       Киләһе йылда Башҡортостан программа буйынса дүрт йыл дауамында алырға тейешле бөтә аҡсаларҙы алып бөтөрөргә ниәтләй. Әгәр депутаттар төҙөтмәëœðƒå ¼òêœðšœ, республика киләһе йылда 4,611 миллиард һум ала аласаҡ. Был сумманы алыу өсөн, программаға инәсәк республика ҡалалары һәм райондары ваҡытында кәрәкле документтарҙы тапшырырға һәм тиҙ арала заявкалар төҙөргә тейеш. Был эш еңелдән түгел, беренсе заявканы төҙөгән ваҡытта документтар Мәскәүгә "Газель" менән алып барылды, әммә хәҙер, Цицин билдәләүенсә, тәжрибә бар, әммә эште тиҙләтергә кәрәк.
       Бындай средствоны - 4,611 миллиард һумды республиканан ситкә ебәреү гонаһ булыр. Был торлаҡ комплексына ярҙам күрһәтеү бит, ул яңы йорттар төҙөйәсәк, хеҙмәт баҙарына һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа ярҙам итәсәк. Œ ãраждандар өсөн - үҙҙәренең торлаҡ шарттарын яҡшыртыу мөмкинселеге.

Ольга Горюнова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал