6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
БАШвестЪ - йәш

"Пупса"лар "Молодежка" өсөн йырлай
22.12.08


       Йәш кешеләрҙе ҡыҙыҡһындырған гәзит ниндәй булырға тейеш? Һорау, әлбиттә, ҡыҙыҡ, һәм уға яуап биреүе лә ябай түгел. Әгәр уйлап ҡараһаң, йәштәр гәзите сағыу, күңелле, ә иң мөһиме, эс бошорғос булырға тейеш түгел.
       Әйткәндәй, үткән йылда БР Хөкүмәте ҡарамағындағы Йәштәр сәйәсәте буйынса ведомство-ара комиссияһы ултырышында ошо мәсьәлә тикшерелде. Ул ваҡытта белгестәр, йәштәр өсөн тәғәйенләнгән баҫмалар был аудиторияға аңлайышлы телдә йәштәр мөхите проблемалары тураһында һөйләргә, йәштәрҙең актуаль проблемаларын күтәрергә, уларҙың ҡаҙаныштарын күрһәтергә, уларға социаль мөхиттә яраҡлашырға ярҙам итергә тейеш, тигән ине. Журналистар йәштәр сараларын яҡтыртыуҙан, уларҙың булған проблемаларын бәйән итеүҙән тыш, төрлө хәлдәрҙән сығыу юлдарын тәҡдим итергә тейеш. Баҫылған материалдарҙың бер өлөшө тәрбиәүи характерҙа булыóû çàðóð: йәштәр инициативаларының ыңғай миҫалын күрһәтергә, хеҙмәттә, уҡыуҙа, ижадта уңышҡа өлгәшкән йәш быуындың иң яҡшы вәкилдәре тураһында һөйләргә тейеш.
       Асылда, республикала йәштәрҙең бындай дөрөҫ гәзите күп түгел, уларҙы бармаҡ менән һанарлыҡ. Шуның иң билдәлеһе - ул, әлбиттә, "Молодежная газета". Баҫма популяр, әйткәндәй, уға ошо көндәрҙә 85 йыл була. Ошо арауыҡта гәзиттең бер нисә быуын уҡыусылары алмашынды, кешеләр был гәзитте, уҡыны, уҡый, һәм, өмөтләнәбеҙ, уҡыясаҡ. Был гәзиттең популярлығы ниҙә һуң? "БАШвестЪ" хәбәрсеһе быны мөхәррир вазифаһын башҡарыусы Ярослава Голобородько менән асыҡланы.
       - Һеҙҙең гәзитте кемдәр уҡый?
       - Беҙҙең аудитория төрлө. Редакцияға килгән һорауҙарға һәм хаттарға ҡарағанда, беҙҙе ете йәштән алып 70 йәшкә тиклемге кешеләр уҡый. Баҡһаң, йәш быуынға нимә ҡыҙыҡ, өлкән йәштәге кешеләргә лә ҡыҙыҡ икән. Ә йәш уҡыусыларыбыҙ өсөн беҙҙә "Домовенок" тигән махсус бит бар. Аудиторияның төп өлөшө - студенттар. Беҙ уларға иҫәп тотабыҙ.
       - Гәзит хеҙмәткәрҙәренең уртаса йәше ниндәй?
       - Хеҙмәткәрҙәрҙең төп өлөшө - 30 йәшкә тиклемге йәштәр. Беҙгә университетты тамамлаусылар йыш килә. Йәш журналистарҙың, мәғлүм булыуынса, остаздары булырға тейеш. Шуға күрә беҙҙә танылған һәм хөрмәт ҡаҙанған бер нисә журналист - Зилә Шәйхетдинова, Рәмзиә Ғәбитова эшләй. Уларҙың тәжрибәһе ҙур.
       - Һеҙҙең гәзиттә ябыҡ темалар бармы?
       - Беҙ үҙ уҡыусыларыбыҙ өсөн асыҡ булырға тырышабыҙ, әммә гәзиттә бер ҡасан да һары төҫ булмаясаҡ. Быны мин вәғәҙә итәм. Йәштәр аҙ уҡый, тиҙәр, әммә был дөрөҫ түгел. Беҙгә оҙаҡ ваҡыт дауамында яуған бысраҡ ағымынан, йырсыларҙың "бысраҡ кейемдәрен" һелкетеүҙән кешеләр арыған. Шуға ла улар ыңғай геройҙар тураһындағы позитив материалдарҙы ҡыҙыҡһынып уҡый. Беҙ етди уҡыусылар өсөн é³êìœòêåëå гәзит сығарырға тырышабыҙ.
       - Киләһе йыл Башҡортостанда Йәштәрҙең инициативаларын хуплау йылы тип иғлан итеëœñœê. Һеҙҙең гәзиттә яңы проекттар барлыҡҡа киләсәкме?
       - Беҙ әлегә хәл итмәгәнбеҙ, әммә, тормошто яҡшыртыу, ҡалаларҙы төҙөкләндереү áóéûíñà йәштәр үҙҙәре тәҡдим иткән яңылыҡтарға, проекттарға арналған яңы рубрикалар асыласаҡ, әлбиттә. Беҙ ауыл ерендә йәшәгән йәштәрҙең тормошон күберәк яҡтыртасаҡбыҙ. Гәзит, баҫма йәш уҡыусыларға мауыҡтырғыс булһын өсөн, бер нисә яңы конкурс тәҡдим итәсәк.
       - Конкурстар йыш ойоштороламы?
       - Беҙҙә уҡыусылар өсөн даими конкурстар бар: шаян, ижади. "Премьера" конкурсы үтêœðåëә, унда журналистика менән шөғөлләнмәгән кешеләр беҙҙең гәзиттә төрлө рубрика алып бара. Журналистарыбыҙ ҙа үҙ-ара даими ярыша: гәзит һанының иң яҡшы материалдарын һәм башын һайлай. Һайлап алынған мәҡәләләрҙе махсус стендҡа эләбеҙ, ә авторҙарыбыҙ аҡсалата бүләкләнә.
       - Донъялағы финанс көрсөгө тәьҫир итәме?
       - Әлегә ул һиҙелмәй. Йәштәр араһындағы эшһеҙлек, эш урындарын кәметеү проблемаһына иғтибар итергә тура килә. Ә редакцияға, бәхеткә күрә, көрсөк ҡағылманы.
       - Гәзит ниндәй форматта сыға?
       - "Молодежная газета" аҙна һайын кесе йома сыға. 24 бит сығарабыҙ. Практика күрһәтеүенсә, был йәш уҡыусылар өсөн иң ҡулайлы вариант.
       Бөгөнгө көндә "Молодежная газета"ла 30 кеше эшләй. Шуның һигеҙе - журналист. Йәштәр өсөн хәҙерге гәзит ниндәй булырға тейеш, әйҙәгеҙ, уларҙың да фекерен тыңлайыҡ.
       Зилә Шәйхетдинова, хәбәрсе:
       - Гәзиттә йәштәр тураһында һәм йәштәр өсөн мәғлүмәт күп булырға тейеш. Аныҡ бер темаға килгәндә, йәш кешеләрҙең, студенттарҙың, эшсе йәштәрҙең тормошо тураһында яҙырға кәрәк. Уларҙың проблемалары тураһында һөйләргә, актуаль мәсьәләләрен күтәреп сығырға кәрәк. Миҫал өсөн, хәҙер йәштәрҙең мәшғүллеге тураһында яҙыу, наркомания һәм эскелек проблемаларын яҡтыртыу актуаль.
       Беҙ ниндәйҙер һары матбуғат түгел, ә дәүләт баҫмаһы. Шуға күрә гәзиттәге һәр материал уҡыусыны нимәгәлер өйрәтергә тейеш. Беҙ йәштәрҙе тәрбиәләргә тейешбеҙ. Миндә, әйткәндәй, редакция эсендә лә шундай роль. Беҙҙең гәзиттә башлыса йәштәр эшләй бит. Һәм минең төп бурысым - уларға үҙемдең тәжрибәмде тапшырыу. Мин яңы башлаусы журналистар өсөн остаз ролен башҡарам.
       Мин үҙем дә йәштәрҙән күп нәмәләргә өйрәнәм. Мәҫәлән, мин Өфөнөң бик күп төнгө клубтарында булдым. Éәштәр ¼ҙҙәренең буш ваҡытын төнгө клубтарҙа үткәрә, ни өсөн áûë ê¼ðåíåø өлкән быуын вәкилдәрендә êире эмоция тыуҙыра, мин аңламайым. Бындай кисәләрҙә мәҙәни йәштәр йөрөй, мин быға инандым. Ғөмүмән, йәштәр белемгә ынтыла. Мин профессиональ училищеларҙа уҡыған йәштәр менән аралаштым. Уларҙың күбеһе юғары уҡыу йорттарына инеп уҡыуҙарын дауам итергә теләй. Мине был шатландыра.
       Ирина Сырвачева, хәбәрсе:
       Йәштәр гәзите йәш кешеләр өсөн мауыҡтырғыс булырға тейеш, был баҫманы уҡыған йәштәр ниндәйҙер бер яңылыҡ белергә тейеш. Мәҙәни тормошто, мәҫәлән, театрҙар, төрлө фестивалдәр тураһында яҡтыртырға кәрәк.
       Ленар Минғәзов, хәбәрсе:
       - Йәштәр өсөн заман гәзите үҙенең төп аудиторияһына иҫәп тоторға һәм йәштәр мөхитендәге бөтә яңы тенденцияларҙы (музыкалағы, модалағы яңы йүнәлештәрҙе) яҡтыртырға, беҙҙең республикала үткәрелгән йәштәр сәйәсәтен хупларға тейеш. Был гәзиттә эшләүсе йәш журналистарҙың үҙҙәрен иҫбатлауҙа, тәжрибә туплауҙа мөмкинлектәре булырға тейеш. Минең уйымса, "Молодежная газета"ла коллектив татыу. Һәм яңы башлаусы журналист бындай тәжрибәне һәр ерҙә лә ала алмай.
       "БАШвестЪ" "Молодежная газета" хеҙмәткәрҙәрен юбилей менән ҡотлай. Улар был ваҡиғаны нисек билдәләргә йыйына?
       - Беҙҙең саралар нәҡ йәштәр өсөн мауыҡтырғыс буласаҡ, - ти Ярослава Голобородько. - Беҙ юбилейҙы традицион байрам кеүек үткәрмәҫкә булдыҡ, шуға күрә бүләктәр менән тантаналы телмәрҙәр булмаясаҡ. Уҡыусыларыбыҙ өсөн сағыу бер байрам яһарға ҡарар иттек. Беҙ Рәсәйҙең билдәле рок-төркөмдәре менән рок-концерт әҙерләйбеҙ. "Пупса" төп төркөм буласаҡ. Уҡыусыларыбыҙҙы концерттан тыш приздар көтә.

Елена Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал