6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Экология

Шыршыбыҙҙы төбөнән үк ҡырҡтылар...
22.12.08


       Яңы йыл кисендә йырланылған бәләкәй шыршы тураһындағы йырҙың һүҙҙәрен бөтәһе лә хәтерләйме? Ә урманда үҫкән бәләкәй һәм ҡупшы шыршы тураһындағы йырҙы? Был йырҙы беҙ бала саҡтан уҡ беләбеҙ, яңы йыл утреннигы унһыҙ үтмәй бит. Был йырҙарҙа тормошҡа ҡыуанып, урманда үҫеп ултырған, ә Яңы йыл алдынан кешеләргә шатлыҡ килтереү өсөн тамырына тиклем ҡырҡылған шыршылар тураһында йырлана. Шулай итеп, шыршыны яңы йыл байрамын биҙәү өсөн урманда үҫтерәләрме? Ә был дөрөҫ микән?
       "БАШвестЪ" үткән аҙнала "Таныш тауыш" рубрикаһында танылған кешеләр ниндәй шыршыға өҫтөнлөк биреүҙәре тураһында һөйләгәйне. Һорау алынған өс кешенең береһе генә ҡырҡылған шыршыларҙы йәлләүен белдергән, шуға күрә ул күп йылдар дауамында йортонда яһалма шыршыны биҙәй икән. Рубриканың ҡалған геройҙары, башҡа рәсәйҙәр кеүек, Яңы йыл "тере" шыршыһыҙ байрам түгел, тип һанай. Нихәл итәһең, менталитет беҙҙең шундай, беҙҙе бер нисек тә үҙгәртеп булмай.
       Һөҙөмтәлә бөтә ил буйынса, төрлө майҙандарҙа, парктарҙа, ихаталарҙа, мәҙәниәт йорттарында, мәктәптәрҙә һәм фатирҙа шыршы ултыртыу өсөн, йыл һайын бер нисә миллион төп шыршы ҡырҡыла. Өфө урамдарында ғына йыл һайын 700 тирәһе ҡóпшыҡай ҡуйыла, ә һатыуға ундарса меңләп килтерелә.
       Иң ҙур һәм матур шыршылар, әлбиттә, үҙәк майҙандарҙа ҡуйыла. Әйткәндәй, быйылғы иң бейек шыршы (26 метр) Совет майҙанында урынлаштырылды. Өфө хакимиәтенең торлаҡ-коммуналь хужалыҡ идаралығынан хәбәр итеүҙәреíсә, мэр ҡарарына ярашлы, баш ҡалала Яңы йылға 28 шыршы ҡуйыласаҡ. Иң күп ҡупшыҡайҙар - һигеҙ шыршы - баш ҡаланың Киров районы майҙандарында урынлашасаҡ.
       Шыршыларҙың күп өлөшө Өфөгә Нуриман урман хужалығынан махсус йыһазландырылған машиналарҙа килтерелгән.
       - Тәбиғәт һөйөүселәргә борсолорға һәм ҡырҡылған шыршыларҙы йәлләргә кәрәкмәй, - ти Нуриман урман хужалығы директоры Ғаяз Ғибәҙуллин. - Уларҙы ҡырҡыу ваҡыты еткән, әгәр әле ҡырҡмаһаң, улар серейәсәк.
       Дөйөм алғанда, Нуриман урман хужалығы йыл һайын бер нисә мең ылыҫлы ағас әҙерләй, улар республика ҡалаларына һәм ауылдарына оҙатыла. Бында был маҡсат өсөн шыршылар ғына үҫтерелмәй, күп кешеләр аҡ шыршыға һәм ҡарағайға өҫтөнлөк бирә бит.
       Республикала 20 дәүләт унитар предприятиеһы шыршылар әҙерләү хоҡуғына эйә. БР Урман хужалығы ìèíèñòðëûûнан хәбәр итеүҙәренсә, республикала декабрь дауамында 120 мең ҡупшыҡай әҙерләү планлаштырылған. Улар республиканың эре ҡалалары һәм район үҙәктәре ойошторған шыршы баҙарҙарында һатыласаҡ.
       Белгестәр раҫлауынса, ҡырҡылған шыршылар бер нисә аҙна дауамында йәшәй ала. Әммә күп кешеләр байрамдың төп атрибутын Яңы йыл кисендә һатып ала.
       Асылда, шыршы баҙарынан ҡупшыҡай һатып алғанда, тәбиғәткә çûÿí килтерәбеҙ тигән уй булырға тейеш түгел. Әммә борсолорға сәбәп бар.
       - Бер нисә йыл элек беҙ күршебеҙ менән йорт ихатаһында шыршы ултырттыҡ, - тип һөйләй танышым Тамара апай. - Беҙ уны тәрбиәләнек, һәм һәр Яңы йыл алдынан уны биҙәй һәм ҡарҙан балалар майҙансығы төҙөй инек. Әммә үткән йылда беҙҙе бындай шатлыҡтан мәхрүм иттеләр. Байрамға бер аҙна ҡалараҡ, беҙҙең шыршыны киҫтеләр. Ҡупшыҡайҙы беҙ башҡа күрмәнек...
       Үкенескә ҡаршы, бындай хәлдәр йыш осрай. Яңы йыл алдынан браконьерҙар әүҙемләшә, улар ағасты законһыҙ ҡырҡыу менән шөғөлләнә. Улар аҡса эшләү өмөтө менән, ҡырҡырға ярамаған ағастарҙы юҡ итеп, тәбиғәткә зыян килтереүҙәре тураһында уйламай. Баҙарҙа ниндәй шыршы һатып алабыҙ, кем белә...
       Шуға күрә шыршылар әҙерләү буйынса кампания менән бергә браконьерҙарға ҡаршы көрәш буйынса операция үткәрелә. Республиканың Урман хужалығы министрлығы "Шыршы" операцияһы үткәрә. Урман хужалыҡтарында оператив төркөмдәр булдырыла, улар йыш ҡына законһыҙ ҡырҡыуға дусар ителгән урман участкаларында патруллек итә.
       Әммә, үткәрелгән сараларға ҡарамаҫтан, ағастарҙы законһыҙ ҡырҡыусылар осрап тора... Быға юл ҡуймауға көсөбөҙ етә бит. Беҙгә Өфө хакимиәтенән үрнәк алырға һәм йортта яһалма шыршы ҡуйырға кем ҡамасаулай: Ленин исемендәге майҙанда бер нисә йыл дауамында яһалма шыршы ҡуялар.

Елена Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал