6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Эшҡыуарлыҡ

Рәсәйҙә меценаттар бар икән!
19.12.08


       Ольга Минееваға, үҙ бизнесын башлағанда, яңынан уҡырға тура килмәгән. Ул Өфө индустрия техникумында, аҙаҡ институтта үҙләштергән эшен дауам иткән. Ольга Минееваны мебель етештереү буйынса технолог һөнәре әлегә тиклем туйындыра.
       Ул етәкләгән предприятиеның тарихы бай түгел: ул алты йыл элек, Нижегородкала мәскәүҙәр фабриканы һатып алғас, ә коллективты таратҡандан һуң барлыҡҡа килгән. Ольга Александровна элекке хеҙмәттәштәренән команда йыя һәм шәхси заказдар эшләй башлай.
       - Республикала мебель етештереүсе фирмалар аҙ шикелле, әммә бер-беребеҙгә арҡыры төшмәйбеҙ, - ти предприятие директоры. - Һәр кемдең үҙ урыны. Беҙ йорт һәм офис өсөн корпус мебелдәре, шулай уҡ балалар өсөн мебелдәр сығарыуҙы үҙләштерҙек. Мәктәптәрҙе балалар баҡсаларын, балалар өсөн шифаханаларҙы һәм дауаханаларҙы үҙебеҙҙең изделиелар менән тәьмин итәбеҙ. Беҙҙә ассортимент киң: өҫтәлдәр, ултырғыстар, шкафтар, тумбалар, кәштәләр һәм башҡалар. Айырыуса балалар мебелен әҙерләү күңелле. Тәрбиәселәр, ата-әсәләр балалар өсөн уңайлы һәм матур йыйылмалар өсөн рәхмәт әйтә, балалар ҙур ҡәнәғәтлек кисерә. Йоҡо һәм уйын бүлмәләрендә яңы мебель барлыҡҡа килгән ваҡытта, балаларҙың шатлығын күрергә кәрәк.
       Башта предприятие 30 квадрат метр майҙанды биләй ине: баш ҡаланың үҙәк урамдарының береһендә мөйөштәге бер бүлмәле фатир һатып алдыҡ, уны торлаҡ булмаған бинаға әйләндерҙек. Эште планлаштырыуға, аҙаҡ подвалды төҙөкләндереүгә рөхсәт алдыҡ. Хәҙер унда өҫтәмә бүлмә һәм аш-һыу бүлмәһе бар. Бында хәҙер офис, унда директор, бухгалтер һәм секретарь ултыра. Ïроизводство майҙандары ла барлыҡҡа килде. Улар алыҫ түгел, элекке складта урынлашты. Предприятие улар өсөн ҡуртым түләүҙәрен ваҡытында күсерә бара.
       - Производство биналарын хосусилаштырһаҡ, әлбиттә, еңел булыр ине, - ти Ольга Александровна. - Федераль законға ярашлы киләһе йылдың 1 ғинуарынан был мөмкин буласаҡ. Һатып алынасаҡ метрҙың хаҡы көс етерлек булһа, бинаны һатып алыу менән проблема булмаясаҡ.
       - Һеҙҙең эшмәкәрлеккә финанс көрсөгө йоғонто яһаймы?
       - Әлегә беҙ һиҙмәйбеҙ, - ти Минеева. - Кредит алмайбыҙ, әйләнеш средстволары иҫәбенә эшләйбеҙ. Заказдар йыл башында уҡ төҙөлгән. Шуға күрә ғинуар айына ла эшебеҙ åòåðëåê. Көрсөккә бәйле түләүгә һәләтле клиенттар һаны кәмеүе бар. Ваҡыт күрһәтер. Көрсөк ул тиклем үк ҡóрҡыныс түгел. Бынан да ауырыраҡ ваҡыттарҙы кисерергә тура килде. Ә әле беҙҙә көйләнгән бәйләнештәр. Материалдарҙы һәм фурнитураны ике айлыҡ запас менән алабыҙ. Республикала яңы изделиеларға һорау ҙур.
       Ольга Минеева һатыу баҙарын киңәйтеү тураһында ла һөйләне. Улар үткән йылда үҙҙәренең продукцияһын Мәскәүгә "Бала саҡ донъяһы" күргәҙмәһенә алып барған. Өфө балалар мебеле Мәскә¼ халҡында ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған.
       - Беренсенән, экологик таҙа материалдан яһалған балалар мебеле сифатлы, - ти Минеева. - Икенсенән, Мәскәүҙә етештерелгән мебелгә ҡарағанда, осһоҙораҡ. Беҙҙә дизайн да юғары кимәлдә. Заман тенденцияларынан ҡалышмайбыҙ.
       Коллективта 15-20 кеше эшләй, шуның өсөһө - ҡатын-ҡыҙ. Әлбиттә, ир-ат уларҙы баһалай. Ә Ольга Александровна, ысын етәксе һәм аҡыллы ã¼çœë зат булараҡ, хеҙмәттәштәренең йөрәген яулай белә. Уның өсөн социаль яуаплы бизнес - ябай һүҙ түгел. Отпуск, дауахана, премиялау - былар билдәләнгән. Тормош ауырлыҡтары килеп сыҡҡан осраҡта, директор һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙа.
       - Коллектив беҙҙә татыу, - тип һүҙен дауам итә Ольга Минеева. - Байрамдарҙы һәм тыуған көндәрҙе бергә билдәләйбеҙ. Йәйен йыш ҡына тәбиғәт ҡосағына сығабыҙ. Традиция буйынса Яңы йылға ҡала ситендәге ресторанға йыйылабыҙ. Корпоратив сара сығымдарын, әлбиттә, фирма ҡаплай. Коллегеларҙан тик бер талап - байрам программаһында әүҙем ҡатнашыу һәм яҡшы кәйеф.
       Ольга Минеева, ир-ат коллективында эшләү дәүерендә, бик күп файҙалы оҫталыҡҡа эйә булған. Кәрәк икән, йортта мебель төҙәтә, һәм ремонтын да эшләй. Автомобилде лә үҙе йөрөтә, шуға ла ул бер көн эсендә бер нисә урында булырға өлгөрә. Ольга Александровнаға ире лә ярҙам итә, әйткәндәй, ул да мебель етештерә.
       - Мин уның менән техникумда бергә уҡыным, - ти Ольга Минеева. - Олег армия сафынан ҡайтҡас, беҙ өйләнештек. Дөрөҫ, аҙаҡ ул милиция хеҙмәтенә китте. Хәҙер күп йылдар хеҙмәт иткән өсөн унан китте һәм беҙҙең бизнесҡа тотондо. Ҡыҙым архитектор белеменә эйә. Бөтәһе лә эш менән мәшғүл.
       Ольга Александровна йәмәғәт эше менән дә шөғөлләнә: Октябрь районының Эшҡыуарҙар советы һәм БР Эшҡыуар-ҡатын-ҡыҙҙар ассоциацияһы ағзаһы. Үткән йылда "Ҡатын-ҡыҙ - йыл директоры" Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашып, "Йыл меценаты" номинацияһында еңеү яуланы. Минеева был исемгә балалар йорттарына һәм реабилитация үҙәгенә ярҙам күрһәткәне өсөн лайыҡ булды. Мәскәүҙә конкурстың федераль этабында уға исемле миҙал тапшырҙылар. Бындай награда тик лайыҡлыларға ғына бирелә.
       "Алға барырға һәм өлгәшелгәндәр менән туҡталмаҫҡа!" - был Ольга Александровнаның девизы. Иртәгә Минеева балда Октябрь районы эшҡыуарҙарын "дәртләндерәсәк". Был кисәгә билеттар килеменең бер өлөшө хәйриә аукционын үткәреүгә тотоноласаҡ.
       - Тимәк, Яңы йыл байрамында тағы ла кемделер бәхетле итәсәкбеҙ, - тип йылмая, кешеләрҙең яҙмышы өсөн яуаплылыҡ алырға ҡурҡмаған, мебель фирмаһы хужаһы.
       Бик яҡшы, Рәсәйҙә меценаттар, изге, ярҙамсыл кешеләр бар икән!

Любовь Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал