6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Сәнәғәт

Финанс көрсөгө инвесторҙар планына тәьҫир итмәй
19.12.08


       Донъялағы финанс көрсөгөнөң эҙемтәләре илдең иҡтисадына кире тәьҫир итеүен дауам итә. Рәсәй Хөкүмәте иҡтисади үҫеш темптарының кәмеүен көсһөҙләндереү өсөн, көн һайын тиерлек төрлө саралар тәҡдим итә.
       Был фонда Башҡортостанда яңы предприятиелар асыла. Был - иҡтисадтың күп яҡлы үҫешен иҫбатлай, һуңғы йылдарҙа уның кәрәклеге тураһында күп һөйләйҙәр.
       Ошо көндәрҙә Башҡортостанға бер көнлөк эш сәфәре менән Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Григорий Рапота килде. Ул төҙөлөп ятҡан, йәки модернизация барған ҡайһы бер сәнәғәт объекттарында булды. Григорий Рапота үҙенең эш сәфәре барышында төбәктә Рәсәй иҡтисадын тотороҡландырыу буйынса теорåтик моделдәрҙең тормошҡа ашыуына инанды.
       Григорий Рапота "Сода" асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә булды, унда цемент производствоһы модернизациялана. Был эш Германия компанияһы менән берлектә алып барыла. Был беҙҙең республика менән көнбайыш фирмаһы араһында быйыл йәй төҙөлгән килешеү һөҙөмтәһендә мөмкин буласаҡ. Предприятиелар араһында килешеүгә ҡул ҡуйылған. Инвестицияларҙың дөйөм күләме ун миллиард һум тәшкил итә. Был аҡсалар цемент етештереү күләмдәрен йылына 2,5 миллион тоннаға тиклем арттырыуға китәсәк.
       Атап әйткәндә, 2007 йылда Стәрлетамаҡ предприятиеһы 990 мең тонна цемент продукцияһы сығарған. Ағымдағы йылда, фараз ителгәнсә, 1,1 миллион тонна етештереләсәк. 2012 йылға ихтыяж дүрт миллион тоннаға тиклем артасаҡ, сөнки цемент етештереүҙе арттырыу мәсьәләһе актуаль.
       Германия инвесторҙарына, көрсөккә ҡарамаҫтан, Башҡортостан стратегик сәнәғәт майҙаны булып тора.
       Австрия компанияһының да төбәк менән ҡыҙыҡһыныуы кәмемәй, улар Өфө районында керамик плиталар заводы төҙөлөшөнә байтаҡ инвестициялар (250 миллион евро) һала.
       Завод төҙөлөшө тулыһынса 2011 йылда тамамлана, әммә заводтың йылына биш миллион квадрат метр плита етештереү буйынса беренсе сираты 2009 йылдың 15 ғинуарында сафҡа инәсәк. Предприятиела йылына 20 миллион "квадрат" плита сығарыласаҡ. Бынан тыш, бында ҡоро төҙөлөш ҡатнашмалары, төҙөлөш материалдары, глазурҙар етештереү буйынса заводтар төҙөләсәк. Һуңғыһы, әйткәндәй, әле Рәсәйгә сит илдән ҡайтарыла, перспективала беҙҙең завод плиталар өсөн ялтырауыҡ етештереүҙә илдә берҙән-бер предприятие буласаҡ.
       Сит ил компанияларының Өфө районындағы керамик плиткалар заводы Европала иң эреһе буласаҡ. Һәм, әйткәндәй, "компания Башҡортостанға көрсөк осоронда хәтһеҙ средстволар һалырға ҡурҡмаймы?" тигән һорауға Австрия фирмаһы башлығы Йозеф Ласселсбергер ҡасандыр былай яуап биргәйне: көрсөк көрсөк менән, ул ҡасан да булһа бөтәсәк, ә производство бындай перспективалы ò³áәктә эшләйәсәк. Был, әйткәндәй, 400-ҙән ашыу эш урыны. Кәрәк булғанда завод ҡеүәтен йылына 25-29 миллион квадрат метр плита етештереүгә арттырып буласаҡ.
       Өфө трансформатор заводы, ул шулай уҡ Өфө районында төҙөлә, унда Рәсәй "Электрозавод" акционерҙар йәмғиәтенең инвестициялары. Был завод киләһе йылдың февраленән эшләй башлаясаҡ.
       Бында дөйөм майҙаны 60 мең квадрат метр тәшкил иткән көс һәм бүлеү трансформаторҙары производствоһы төҙөлә. Предприятие Рәсәйҙә йылына дөйөм ҡеүәте 27 миллион кВа тәшкил итәсәк иң эре трансформатор производствоһы буласаҡ.
       Өфө трансформатор заводына прогрессив, экологик таҙа технологиялар индереләсәк, уларҙың күбеһен донъялағы алдынғы етештереүселәр ҡуллана башланы һәм Рәсәйҙә әлегә тиклем файҙаланылмай.
       Проект ҡеүәтенә сыҡҡандан һуң етештереү күләме йылына 3,6 миллиард һумдан ашыу булыр тип көтөлә. Заводта ике меңдән алып дүрт меңгә тиклем эш урыны булдырыласаҡ.
       Өфө районында "Главбашстрой" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең тимер-бетон изделиелар һәм газ-силикат блоктарû етештереү буйынса комбинаты асылыуы - республика инвестициялары миҫалы. Бында йылына 200 мең кубометрға тиклем бетон һәм тимер-бетон изделиелар (ябыу өсөн плитәләр, торбалар һәм ҡулсалар, стена блоктары, бордюр ташы һәм түшәү плиткалары) сығарыласаҡ.
       Төҙөлөшкә капитал һалыуҙар күләме 1,9 миллиард һум тәшкил итә. Завод ике йыл төҙөлдө. Предприятие менеджменты республика төҙөлөш материалдары баҙарында ныҡлы урын алырға йыйына, сөнки продукция сифаты яҡшы буласаҡ - ҡорамалдар Германиянан һәм Даниянан ҡайтарылған. Бында киләһе йылдың йәйенән газ-силикат блоктары етештерелә башлаясаҡ - йылына 230 мең кубометр.
       Былар республикала тормошҡа ашырылған бер нисә инвестиция проекттары. Финанс көрсөгөнөң инвесторҙар планына тәьҫир итмәүе ҡыуаныслы. Улар фекеренсә, Башҡортостан кеүек төбәккә, теләһә ҡайһы ваҡытта аҡса һалып була.

Ольга Зацепина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал