6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Конкурстар

"Кутюр"ҙан быймалар
19.12.08


       Баш ҡалала "Өфө өсөн - һөйөү менән" акцияһы сиктәрендә ҡаланың биҙәү-ҡулланма ижады үҫмерҙәр клубтары тәрбиәләнеүселәре араһында тәүге тапҡыр "Башҡорт бейәләйҙәре" конкурсы һәм "Шоу-Быймалар-hand made" төбәк-ара проекты үтә.
       "Индиго" пñихология-медицина-социаль үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, конкурста милли ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлап, төрлө материалдар менән биҙәлгән теләгән бер үлсәмдәге бейәләйҙәр һәм быймалар күрһәтеләсәк (балалар үҫмерҙәр клубтары берекмәләренән унлап эш).
       Баш ҡаланың үҫмерҙәр клубтарында эш башланды. Биҙәү-ғәмәли ижад оҫталары традицион ҡышҡы аяҡ кейемен биҙәү өсөн күн, мәрйендәр, селтәр, ағас, пенопласт ҡуллана. Ҡыҫҡаһы, балалар фантазияға бай. Үҫмерҙәр ышана, уларҙың быймалары танымаҫлыҡ булып үҙгәрәсәк һәм һәр әйбер авторҙыҡы һәм берҙән-бер буласаҡ.
       "Бөгөн быйма - үҙенсәлекле әйбер, сувенир, йәки уңайлы, ә иң мөһиме, файҙалы аяҡ кейемеме?" тигән һорауға үҫмерҙәр былай яуап бирә:
       - Быймалар - йөҙ процентлы кәрәк булған әйбер, классик рәүештә лә, биҙәлгәне лә. Быйманан да уңайлыраҡ аяҡ кейеме юҡ. Бер үҫмерҙең һүҙҙәренә ҡарағанда, уны был шөғөлгә өләсәһе өйрәткән һәм хәҙер ул әсәһе менән быймаларҙы үҙҙәре һәм яҡындары өсөн генә түгел, әммә әхирәттәре өсөн дә биҙәй.
       - Лена, әйт әле, һин ҡасан быймаларҙы биҙәү менән шөғөлләнә башланың?
       - Бер осраҡ ярҙам итте. Мәктәптән ҡайтып килгәндә, тайып йығылдым. Һөҙөмтә - аяғымды һындырҙым. Ул ваҡытта беҙгә өләсәйем ҡунаҡҡа килгәйне. Минең буш ваҡытым барлыҡҡа килде, һәм өләсәйем кәрәкле эш өсөн файҙаланырға ҡарар итте - быймалар биҙәү. Ғөмүмән, мин башта быға етди ҡараманым. Беренсе пар быймалар менән оҙаҡ маташтым, өс аҙна тирәһе биҙәнем. Ә аҙаҡ, үҙем ҡасан һәм нисек аңлау килеүен - быймала ниндәй һүрәттең матур булыуын - һиҙмәй ҡалдым. Шулай итеп, минең яңы шөғөлөм барлыҡҡа килде.
       - Быймаларҙы биҙәү өсөн ниндәй материал ҡулланаһың?
       - Биҙәү өсөн төрлө материал ҡулланып була. Мин ғәҙәттә эшемдә сәйлән, мәрйендәр ҡулланам, туҡыма өсөн акрил буяуы менән биҙәкләп сығам. Теләгән бер эштәге кеүек, бында ла үҙенең профессиональ нескәлектәре бар. Беләһегеҙме, дизайнер быймалары мауыҡтырғыс, уларҙы кейеп була. Был кәштәләрҙә туҙан йыйып ятҡан сираттағы сувенир түгел, ә көндәлек тормошта биҙәлгән быймаларға ихтыяж ҙур. Улар үтә йомшаҡ, еңел, иң мөһиме - матур һәм берҙән-бер.
       - Биҙәү серҙәре бармы? Бөтә быймалар ҙа биҙәүгә яраҡлымы?
       - Мин уларҙы баҙарҙан һатып алам. Быймалар йомшаҡ булырға тейеш - был минең берҙән-бер талабым.
       Биҙәүгә килгәндә, әгәр һеҙҙең теләгегеҙ булһа, мин һеҙгә ныҡлы сифатлы ептәр ҡулланырға тәҡдим итер инем, улар өҙөлөргә тейеш түгел. Быймаларҙың ситен киҫергә була: минең уйымса, былай ҡыҙығыраҡ, ижади вариант килеп сыға. Быйманы ҡала шарттарында кейеү өсөн, уның табанын йәбештерергә кәрәк. Был йәһәттән һеҙгә аяҡ кейеме оҫтаханаһы ярҙам итәсәк. Әгәр теләгегеҙ һәм фантазияғыҙ бар икән - ижад итегеҙ!
       Лена был эшкә күптәрҙе ылыҡтырған.
       - Был мауыҡтырғыс. Бының өсөн художество белеме булыу мотлаҡ түгел, теләк кенә булһын! Эшләп ҡарарға кәрәк!
       Ҡала конкурсы йомғаҡтары 13 номинация буйынса яһала, шул иҫәптән иң яҡшы милли колорит кәүҙәләнеше өсөн, материал менән эштә ҡыйыулыҡ, иң ҡыҙыҡ идея, үҙенсәлек, иҫке әйберҙәрҙе яңыса ҡулланыу өсөн.
       Конкурста ҡатнашыу өсөн заявкалар һәм изделиелар түбәндәге адрес буйынса ҡабул ителә (2009 йылдың 15 ғинуарына тиклем): Өфө ҡалаһы, Шәфиев урамы, 12/2. Белешмәләр өсөн телефон: 223-44-49.

Эльмира Сабирова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал