6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ // Кадрҙар

Игорь Алешин: "Һәр рапорт өҫтөндә иламайым"
18.12.08


       Генерал булырға хыялланмаған һалдат тураһында фекер, - генерал-майор Игорь Алешинға ҡағылмай. Ул күптән түгел Башҡортостан Республикаһы буйынса эске эштәр министры итеп тәғәйенләнде. Игорь Алешин журналистар менән әңгәмәлә, бала саҡта десантник булырға хыялландым, тип белдерҙе. Ә милиция лейтенаíты булараҡ, майор погондары тураһында хыялланған. Буласаҡ генералдың карьераһы ªурғанда башлана, ул бында Омск милиция мәктәбен тамамлағандан һуң ҡайта.
       "Беҙ бер ерҙә лә ике йылдан ашыу туҡталманыҡ"
       - Минең атайым хәрби летчик ине. Бала саҡ гарнизондар буйынса үтте - беҙ бер ерҙә лә ике йылдан ашыу туҡталманыҡ. Башлыса Алыҫ Көнсығыш, Амур өлкәһе, Хабаровск крайы. Мәктәпте Германияла тамамланым.
       Милицияны мин, дөрөҫөн әйтәм, бер ваҡытта ла күрмәнем. Ул хәрби гарнизондарҙа булманы. Минең дуҫым милиция тип һаташа ине. Уның менән бергә, уға иптәш булып, Хабаровск юғары милиция мәктәбенә хат яҙҙым. Һәм, күрәһең, ундағы кадр ҡаты күңелле булмағандыр - миңә яуап ебәрҙе, йәнәһе, батыр егет, мөрәжәғәт иткән. Әммә мәктәпте тамамлағандан һуң Омск, йәки Караганда милиция мәктәбенә инергә була ине. Хат яҙыу машинкаһында баҫылған ине, уны мин әле лә һаҡлайым.
       Һөҙөмтәлә иптәшем кире уйлаған, ә мин, Ҡурғанға килеп, Эске эштәр идаралығына юл алдым. Был мәлдә тик бер аргумент бар ине - милиция мәктәбенә инергә теләйем, парашют спорты менән шөғөлләнәм, файҙам тейер. "Парашют спорты - яҡшы. Ул ҡыйыуҙар спорты. Әммә аҡыллылар спорты түгел. Көрәш менән шөғөллән", - тип яуап бирҙеләр. Бер йыл самаһы уҡырға инергә әҙерләндем, Ҡурған өлкәһе Эске эштәр идаралығының элемтә бүлегендә өсөнсө разрядлы аппаратура көйләүсе булып эшләнем. Был минең беренсе гражданлыҡ һөнәрем, әммә техника менән әлегә тиêлем - "һеҙ".
       "Кардиограмма яҙылғансы борсолам"
       Омск милиция мәктәбен тамамлағандан һуң, 1978 йылда Ҡурғанға ҡайттым. Мине фатир урлауҙы асыҡлау буйынса төркөмгә ебәрҙеләр. Остаз бер өйөм эш тапшырҙы. Мин береһен һайлап алдым, минең ҡарашҡа, перспективалы. Йәш ҡыҙ үҙенең танышының алтын балдағын урлаған һәм ҡайтып киткән. Зыян күреүсе, ул сауҙа менән шөғөлләнгән, әлбиттә, үҙе лә урлашҡандыр, законды белеп бөтөрмәй. Ҡыҙыҡай ауылдан. Мин уның адресын алдым, форма кейҙем, автостоп менән бер нисә көн эсендә ауылға барып еттем. Йәш ҡыҙҙы эҙләп таптым, ҡалаға алып килдем. Ул юл буйынса бөтәһен дә, хәйерселектә үткән үҙенең тормошо тураһында ла һөйләне. Иҫтә, уның өсөн борсолдом. Уға шартлы срок бирҙеләр, балдаҡты ҡайтарып бирҙек, эш асылды. Әммә ниндәйҙер бер төйөр ҡалды. Йәш ҡыҙ йәл булды.
       Бер нәмә лә ҡабул итмәй булмай бит. Был кеше яҙмышы, һәм уларға ғәмһеҙ ҡарайһың, тип әйтеп булмай. Әммә бөтәһен дә йөрәк аша үткәреп тә булмай.
       Эш шунда, беҙ йыш ҡына кире күренештәргә юлығабыҙ. Шундай төшөнсә бар - шәхестең профессиональ үҙгәреүе. Бына шулай, был милиция хеҙмәткәрҙәренә тура бәйләнештә. Һәр көн бысраҡлыҡ, хыянатлыҡ менән осрашаһың. Былар психикаға тәьҫир итә, кеше 12-14 сәғәт буйына ошо хәлдә була бит. Ул йортона ҡайта - унда башҡа тормош, әммә тиҙ генә айырылып булмай. Беҙ кешеләр бит. Минең уйымса, кардиограмма яҙылмайса - беҙ бөтœбеҙ ҙә борсолабыҙ. Һәр рапорт өҫтөндә ултырып илайым, тип әйтә алмайым, әммә...
       "Енәйәтселәрҙе йәмғиәт тәрбиәләй"
       Енәйәтселәр ҡайҙан килеп сыға? Уйымса, уларҙы йәмғиәт тәрбиәләй. Беҙҙә гуманлы дәүләт. Енәйәт ҡылыусылар шартлы-ваҡытынан алда ала. 10-11 йыл урынына биш йыл ултыра һәм сыға. Ҡорал табыу - улар өсөí проблема түгел. Нормаль профилактика системаһы юҡ. Элекке кеүек - дауалау-хеҙмәт профилакторийҙары, административ күҙәтеү. Был дөрөҫ система ине.
       Кешеләр төрлө. Нормаль кешегә, бәлки, административ күҙәтеү, эргәһендә таяҡ менән тороу кәрәкмәйҙер. Әйтәйек, 50 йәшлекте 18 йәшлек участка милиционеры тәрбиәләргә тейешме? Был көлкө. Берәҙәктәргә ҡарата яуаплылыҡ бар ине. Урамда берәҙәк бәйләнһә, был кемгә оҡшай. Бәйләнергә уның хоҡуғы бар, ә минең юҡмы? Әгәр дауалау-хеҙмәт профилакторийҙары булһа, "эскелек енәйәттәре" һаны кәмер ине.
       "Киң мәғлүмәт саралары менән судлашыу - сусҡаның сәсен ҡырыу менән тиң"
       Дөйөм алғанда, матбуғат менән яҡшы мөнәсәбәттәр булдырылған. Карелия киң мәғлүмәт саралары беҙгә ярҙам итте. Әммә Эске эштәр министрлығы мәғлүмәт һөжүменә эләккән îñðàºòàð ƒà булды. Киң мәғлүмәт саралары менән судлашыу? Файҙаһыҙ эш. Сусҡаны ҡырыуға тиң - йөнө әҙ, ә сыйылдауы бөтә республикаға.
       "Балаларым менән ғорурланам"
       Яңы йылды ҡатыным һәм кесе ҡыҙым менән ҡаршы аласаҡмын, ҡыҙым туғыҙынсы синыфта уҡый. Ә ҙур ҡыҙым, Настя, Омск милиция академияһында уҡый. Ул уҡырға ингәндә, мине Карелияға күсерҙеләр. Ә буласаҡ курсанттарҙы, шул иҫәптән ҡыҙымды, Омск ҡалаһынан 40 километр алыҫлыҡта урынлашҡан лагерға ебәрҙеләр. Күҙ алдына килтерәһегеҙме, улар өсөн ниндәй стресс? Йорт балалары, ә ундағы шарттар, штраф батальоны казармаһындағы кеүек. Уның егете бар ине, ул граждан юғары уҡыу йортона инде. Көнөнә 2-3 сәғәт шөғөлләнә, йома, шәмбе, йәкшәмбе - ял итә. Настÿ янына барған, ә унда режим шундай - КПП янына тиклем барып етәһең, һүҙгә килһәң - артҡа. Настя уға һөйләй: "Беҙ иртәнге алтыла торабыҙ, аҙаҡ зарядка, противогаз. Строевой әҙерлек, атыу, бронежилетта йүгерәбеҙ. Бына әйт: беҙҙең кемебеҙ ир?"
       Мин балаларымды яратам, улар менән ғорурланам. Балаларҙың аҡылы теүәл - был бәхет. Төрлөсә була бит. Тәрбиә - башлыса телефон аша. Әммә уларҙың дөрөҫ һығымта яһарға, үҙҙәренә ҡарар ҡабул итергә аҡылы етә.
       "Байрамдарҙы яратмайым"
       Яңы йылды бында, Башҡортостанда ҡаршылаясаҡмын. Ә байрамдар, дөрөҫөн әйткәндә, яратмайым. Ғәҙәти, тыныс көндәлек тормош - яҡшы.
       Минең өсөн иң яҡшы бүләк? Яңы йыл сюрпризһыҙ үтһен. Сөнки милиция өсөн байрамдар - һәр саҡ проблемалар.
       "Миңә тиклем эшләгән кешеләрҙән уңдым"
       Рафаил Диваев бик күп эшләгән. Мин уға рәхмәтлемен. Яҡшы кеше. Ул әле лә эштән ситләшмәгән, беҙҙең проблемаларҙы аңлай, ярҙам итә, дөйөм эш өсөн көйә.

Елена Макушина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал