6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Мәғариф

Киләсәккә осоу
18.12.08


       Үткән йылдың ноябрендә республиканың алдынғы юғары уҡыу йорттарының береһе - Өфө дәүләт авиация техник университеты үҙенең 75 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Был датаға ҡарата юғары уҡыу йорто төрлө-төрлө бүләктәр алды. Әммә бүләктәрҙең иң ҡиммәте - "Мәғариф" өҫтөнлөклө милли проекты сиктәрендә үткән Бөтә Рәсәй инновацион юғары уҡыу йорттары конкурсында Өфө дәүләт авиация техник университетының еңеүе. Өфөнөң юғары уҡыу йорто ҡорамалдар һатып алыу, методик яҡтан тәьмин итеүҙе эшләү, уҡытыусыларҙың квалификацияһын күтәреү өсөн награда итеп 583 миллион һум аҡса алды. Асыҡлап ҡарайыҡ: был аҡсаны университет нисек тотонған.
       - Инновацион белем биреү конкурсында еңеү беҙгә күп нәмәләр бирҙе, - ти Өфө дәүләт авиация техник университеты ректоры Морат Ғөзәйеров. - Әлбиттә, матбуғатта спутник һәм суперкомпьютер эшләтеп ебәреү кеүек ҡаҙаныштарыбыҙ яҡтыртылды. Әммә был мөһим ваҡиғаларҙан тыш, һөйләйһе яңылыҡтарыбыҙ бар. Сөнки ӨДАТУ - техник юғары уҡыу йорто, яңы ҡорамалдар һатып алыу һәм уҡыу-ғилми үҙәген булдырыу беҙҙең өсөн мөһим.
       Күптән түгел юғары уҡыу йортонда "Двигателдәр һәм энергия ҡоролмалары проектын төҙөү һәм уларҙы файҙаланыу" һәм "Гидропневмоавтоматика" уҡыу-ғилми инновация үҙәктәре лабораторияларының презентацияһы үтте.
       Быға тиклем "Мехатрон станоктар системалары һәм сәнәғәт роботтары проектын төҙөү һәм файҙаланыу", "Двигателдәр эшләүҙә юғары технологиялар" уҡыу-ғилми инновация үҙәктәре лабораториялары менән таныштырыу булғайны. Яҡын киләсәктә тағы ла бер нисә үҙәк асыласаҡ.
       - Хәҙер ике программаға сират етте, улар авиация двигателдәре факультетында тормошҡа ашырыла, - тип дауам итә һүҙен Морат Ғөзәйеров. - Ике инновация үҙәген булдырыуға 64 миллион һум аҡса йүнәлтелде. Рәсәй һәм сит ил уҡыу-ғилми үҙәктәрендә 46 уҡытыусы үҙҙәренең квалификацияһын күтәрҙе. Туғыҙ яңы уҡыу-методика комплексы асылды, күп һанда заманса яңы ҡорамалдар һатып алынды, улар Рәсәйҙең башҡа юғары уҡыу йорттарында әлегә юҡ. Былар бөтәһе лә студенттарҙы беҙҙең вузда әҙерләү юғары һәм сифатлы кимәлдә алып барылһын өсөн эшләнелде.
       Шулай итеп, "Двигателдәр һәм энергия ҡоролмалары проектын төҙөү һәм уларҙы файҙаланыу" инновация үҙәге. Авиация двигателдәре факультеты деканы Игорь Кривошеев үҙенең шатлығы менән белгестәр әҙерләүҙә ҡыҙыҡһынған ҡаланың эре предприятиелары һәм ойошмалары етәкселәре, министрлыҡтар вәкилдәре менән уртаҡлашты.
       - Хәҙерге донъяла глобаль инновацион йәмғиәт барлыҡҡа килә, уның иҡтисады белемгә нигеҙләнгән, - ти Игорь Александрович. - Уның төҙөлөшө "мәғлүмәтлелек өсмөйөшөнөң" өс элементын - белем, тикшеренеүҙәр һәм инновациялар - үҫтереү һәм берләштереү ярҙамында барлыҡҡа килә. Һәм беҙҙең үҙәкте булдырыу  быға өлгәшергә булышлыҡ итә. Инновацион белем биреү сиктәрендә беҙ белгестәрҙе юғары кимәлдә әҙерләй алабыҙ.
       Авиация двигателдәре факультетында яңы уҡыу-ғилми үҙәкте асыу ярҙамында яңы белем биреү программалары эшләнелде, уҡыу-методика комплекстары һәм лабораториялар булдырылды. Уҡытыусылар төрлө инновация йүнәлештәре буйынса авторлаштырылған курстарҙа квалификация күтәреү курстары һәм стажировка үтә алды.
       Яңы үҙәктең уҡыу-ғилми лабораториялары заманса һынау, диагностик ҡорамалдары һәм компьютерҙар менән йыһазландырылды. Плазмаға ҡоролған телевизорҙар, экрандар, ноутбуктар, интерактив таҡталар, һынауҙарҙы автоматлаштырыу өсөн средстволар барлыҡҡа килде. Миҫал өсөн, авиация двигателдәре конструкциялары музейы һәм класы өсөн заманса яңы ҡорамалдар һатып алынды. Авиация двигателдере кафедраһының һынау станцияһы һынауҙар өсөн стендтар менән йыһазландырылды.
       - Һатып алынған ҡорамалдар беҙгә авиатөҙөлөшө һәм башҡа өлкәләр өсөн белгестәрҙе әҙерләү һәм ғилми-тикшеренеү эштәрен үткәреү сифатын күтәрергә булышлыҡ итте, - ти Игорь Кривошеев. - Белем биреү программаларын, уҡыу дисциплиналарын һәм ғилми тикшеренеүҙәрҙе тормошҡа ашырыу өсөн аудитор фондын яңыртыу беҙгә махсуслаштырылған уҡыу-ғилми лабораторияларын булдырыу һәм уларҙы яңы һатып алынған заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыу мөмкинлеген бирҙе. Хәҙер белгестәребеҙ предприятиеларҙың заказдары буйынса ғилми-тикшеренеү эштәрен башҡара аласаҡ. Бынан сығып, беҙ сәнәғәт, проектлаусы, ғилми һәм уҡыу ойошмалары менән хеҙмәттәшлек итергә планлаштырабыҙ.
       "Гидропневмоавтоматика" икенсе уҡыу-ғилми инновация үҙәге ӨДАТУ-ның гидромеханика кафедраһы базаһында булдырылды.
       - Яңы үҙәк мәғлүмәт технологиялары өлкәһендә энергетика ҡулайламаһының электропневмогидравлик системаларын проектлау, етештереү һәм файҙаланыуҙа донъя кимәлендә кадрҙар әҙерләүҙе ғәмәлгә ашырыу мөмкинлеген бирә, - ти техник фәндәр докторы, профессор Владимир Целищев. - Хәҙер университет студенттары был өлкәлә яңы ҡаҙаныштарҙы белеүҙән тыш, әммә заманса ҡорамалдарҙа эшләй ҙә белергә тейеш.
       Үҙәк базаһында махсуслаштырылған аудиториялар булдырылған, улар интерактив таҡталар һәм проекторҙар, заманса компьютерҙар менән йыһазландырылған.
       - Дөйөм алғанда, юғары уҡыу йортоноң инновацион үҫеше илдең һәм сит илдәрҙең эре техник университеттары менән беҙҙең үҙ-ара эш итеүҙе киңәйтә, университеттың уҡыу-методика тәьминәтен һәм белем биреү программаларын федераль һәм корпоратив мәғлүмәт-белем мөхитендә берләшòеðåүҙә булышлыҡ итә, - ти Игорь Кривошеев. - Милли проект сиктәрендә инновацион белем биреү êонкурсында ҡатнашыу ӨДАТУ-ның профессор-уҡытыусылар, инженер-техник персонал составының һәм идара итеү звеноһының әүҙемлеген дәртләндерҙе.
       - "Мәғариф" милли проектында ҡатнашыу ярҙамында беҙ дәүләт яғынан бер тапҡыр бирелә торған ҙур ярҙам алдыҡ, - ти Морат Ғөзәйеров. - Беҙ һатып алған яңы ҡорамалдар файҙа килтерһен, киләсәктә беҙҙең структура подразделениелары үҙҙәренең артабанғы үҫеше өсөн аҡса эшләһен ине. Сөнки бындай етди аҡсалар киләсәктә булыр микән. Беҙгә үҫергә мөмкинлек бирҙеләр, хœƒåð бөтәһе лә беҙҙән тора.

Елена Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал