6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ // Акциялар

Милиция ҡорал һатып ала: бында прейскурант!
18.12.08


       Башҡортостан властары ҡоралға хаҡтарҙы күтәрҙе һәм хәҙер изгелеген күрә. Ә уңыш көтөлгәндән уҙып китте: Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 2008 йылда 700 мең һумлыҡ ҡоралдар, патрондар һәм һуғыш кәрәк-яраҡтары тапшырылған.
       Һүҙ законһыҙ һаҡланған ҡоралдар тураһында бара. Граждандар уларҙы үҙ теләге менән милицияға тапшыра ала. Улар енәйәт яуаплылығынан ҡотолоп ҡына ҡалмай, әммә аңлы рәүештә эш иткәндәре өсөн аҡсалата бүләк ала. Республикала "Ҡоралыңды тапшыр һәм тыныс йоҡла" тигән акция даими эшләй һәм быйылғыһы айырыуса уңышлы үтә.
       - Үткән йыл практикаһы менән сағыштырғанда, 700 мең һум - ул ҙур сумма, - ти БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хеҙмәткәре Максим Родионов.
       Хаҡтарҙың күтәрелеүе бындай әүҙемлеккә ҡотҡо һалғандыр, күрәһең. 2007 йылдың көҙөндә БР Хөкүмәте тейешле ҡарар ҡабул иткәйне. Элек иң ҡиммәт "көбәк" өсөн 800 һум алып була ине, ә хәҙер - дүрт мең һум. Ҡоралға уртаса хаҡтар, патрондарға һәм шартлатҡыстарға кеүек, ун тапҡырға артты.
       - Ҡорал тапшырһаң, яҡшы түләйҙәр, тип ишеттем, һәм һеҙгә килергә булдым, - ти Өфөнән 30 йәшлек Фәнис Биҡҡолов, ул Өфөнөң Октябрь районы буйынса Эске эштәр идаралығына мәрхүм олатаһының һунар мылтығын алып килгән. Биҡҡолов мылтыҡты ауылда йорт сарлағында табып ала, әммә һунар мылтығын һаҡлау өсөн уның рөхсәте юҡ, шуға күрә ул кәрәк булмаған мираҫтан ҡотолорға ҡарар итә. Закон буйынса был мылтыҡ өсөн 1,5 мең һум күләмендә бүләк ҡарала.
       Милицияның һәр бүлексәһендә прейскурант бар. Шулай итеп, гранатомет, пулемет һәм миномет тапшырған өсөн дүрт мең һум бирәләр, автомат, винтовка һәм карабиндар - өс мең һум, пистолет, револьвер, атыу ҡоралдары (һунар һәм спорт), шул иҫәптән ҡулдан эшләнгән, шулай уҡ ҡыҫҡа көбәкле һәм көбәге киҫелгән мылтыҡтар өсөн - ике мең һум, пневматик һәм ата торған шыма көбәкле ҡоралдар - бер мең ярым, ҡулдан яһалған шыма көбәкле һәм көбәге киҫелгән мылтыҡтар - бер мең, көбәкһеҙ ата торған ҡорал, газ пистолеттары һәм револьверҙар - 500 һум, сигнал һәм һалҡын ҡоралдар - 300 һум. Граната, мина һәм снарядтың һәр береһе бер мең һум тора; һырлы ҡорал өсөн патрондар - 10 һум, шыма көбәкле өсөн - биш. Шартлатҡыс пластит матдәнең 100 грамы 1,5 мең һум тора; аммонит һәм тротилдың 100 грамы - бер мең һум, ҡалғандарының 100 грамы - 800 һум.
       - Элек ҡорал тапшырған өсөн бүләкләү күләме ҙур түгел ине, һәм кешеләр килмәй ине. Ә 2007 йылдың сентябренән түләү суммаһы артты, һәм ҡорал тапшырыусылар һаны ла күбәйҙе, - ти Өфөнөң Октябрь районы буйынса Эске эштәр идаралығының лицензия-рөхсәт эше буйынса бүлексә начальнигы Илшат Ғәбзәйеров.
       Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, милицияға йыш ҡына шыма көбәкле šунар мылтыҡтарын тапшыралар, улар һунар билеты булғанда 1970 йылға тиклем һатып алынды һәм эске эштәр органдарында иҫәпкә ҡуйылманы. Дөйөм алғанда, кем ҡорал тапҡан, бүләккә йәки мираҫҡа алған, шул кеше милицияға килә. БР буйынса Эске эштәр министрлығы билдәләүенсә, үҙ теләге менән ҡорал тапшырған граждан енәйәт яуаплылығынан азат ителә. Бынан тыш, граждандарға сер итеп һаҡлау гарантиялана.
       Процедура ябай: Һеҙ милицияға ҡорал, патрон йәки шартлатҡыс алып киләһегеҙ һәм үҙ теләгегеҙ менән тапшырыу тураһында ғариза яҙаһығыҙ. Аҙаҡ һеҙ тапшырған ҡорал эскпертизаға йүнәлтелә һәм милиция базаһы буйынса тèкшерелә. Әгәр бөтәһе лә "таҙа" булһа, "көбәк" комиссия һатыуға ҡуйыла, әгәр инде ул енәйәт ҡоралы булһа, уның яҙмышын суд хәл итә. Ҡорал тапшырғандан һуң бер ай самаһы үткәс, аҡса түләнә. Аҡсаны милиция бүлексәһендә бирәләр.
       - Әйтергә кәрәк, аҡса һуғышҡа һәләтле ҡорал өсөн генә түләнә, - тип иҫкәртә Максим Родионов, - экспертиза шуның өсөн үткәрелә. Тутыҡҡан граната йәêи мылтыҡ өсөн аҡса түләнмәй.
       Родионовтың хеҙмәттәше Мәҙинә Хөсәйенова һүҙҙәренә ҡарағанда, йыл башынан милиция арсеналын 300 берәмек ата торған һәм газ ҡоралы, 13 меңдән ашыу һуғыш кәрәк-яраҡтары, 26 килограмм тирәһе шартлатҡыс матдә һәм 13 шартлатҡыс ҡоролмаһы тулыландырған. БР буйынса Эске эштәр министрлығының лицензия-рөхсәт эше буйынса бүлек начальнигы Виктор Магдыч һүҙҙәренә ҡарағанда, иң күп ҡорал Өфөнөң Совет районы буйынса, Салауат, Стәрлетамаҡ һәм Күмертау ҡалаларының Эске эштәр идаралыҡтарына тапшырылған. Магдыч, быйыл республикала ҡорал ҡулланып ҡылынған енәйәт һаны кәмегән, тип белдерҙе. Тимәк, үткәрелгән эш һөҙөмтә бирә.
       Рәсәй Енәйәт кодексының 222 статьяһы законһыҙ ҡорал һаҡлаған өсөн дүрт йылға тиклем иректән мәхрүм итеүҙе ҡарай. Әгәр эште ойошторолған төркөм ҡылһа, срок һигеҙ йылға тиклем арта.
       Әгәр һеҙ ҡоралдың законлы эйәһе булһағыҙ, уны дөрөҫ һаҡлау ҡағиҙәһен белергә тейешһегеҙ. Эш шунда, енәйәт яуаплылығы ҡоралды законһыҙ һаҡлау өсөн генә түгел, әммә дөрөҫ һаҡламау өсөн дә булдырылған. Был турала Рәсәй Енәйәт кодексының 224 статьяһында әйтелә. БР буйынса эске эштәр министрлығының лицензия-рөхсәт эштәрен ойоштороу идаралығының өлкән инспекторы Флүрә Кәлимуллина һүҙҙәренә ҡарағанда, ҡоралды һәм патрондарҙы йәшәү урыны буйынса йоҙаҡҡа бикләнә торған сейфта, металл шкафтарҙа йәки тимер менән көпләнгән ағас йәшниктәрҙә һаҡларға кәрәк. Һаҡлау һауыты иҙәнгә беркетелеп ҡуйылырға тейеш. Бина ҡоро булырға тейеш, ҡоралдың яһағын алырға кәрәк. Төрөлгән патрондарҙы ҡоралдан айырым һаҡларға кәрәк. Уларҙы һаҡлау урыны йылылыҡ сығанаҡтарынан һәм йылытыу приборҙарынан бер метр алыҫ булырға тейеш. Ҡорал һаҡланған бүлмәне сигнализация менән йыһазландырырға кәрәк.
       БР буйынса Эске эштәр министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Башҡортостанда 70 меңгә яҡын кеше ҡоралға эйә.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал