6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Байрамдар

Донья кимәлендә метеосистема үҙенең Көнөн билдәләй
24.03.04


       Егерме өсөнсө март иҫтәлекле даталар календарында Бөтә до нья метеорология көнө тип билдәләнгән.
       Һауа торошона нисектер бәйле булмаған тармаҡты табыуы ҡый ын бөгөн. Планетаның һәр мөйөшө тиерлек метеорологик монитор инг селтәрҙәре менән уратып алынған. Дәүләттәр араһында ла үҙ - ара тығыҙ бәйләнеш алып барыла. Бындай бәйләнеште алып
       барыусы махсус структура Бөтә донья метеорологик ойошма тип
       исемләнгән (ВМО). Әйткәндәй, профессиональ байрам тап ошо о йошманың инициативаһы арҡаһында булдырыла. Ә 23 март - конве нцияның ғәмәлгә инеү көнө.
       Әлбиттә, дөйөм донья масштабындағы үҙ -ара бәйләнеш һуңғ ы йылдарҙағы техник ҡаҙаныштарға ныҡ бәйле. Йыл һайын профе ссиональ байрам айырым лозунг аҫтында үтә. Лозунг рәүешендә көнүҙәк проблема сығарылыуы фәһемле. Мәҫәлән, былтыр "Беҙҙең
       климат киләсәктә" девизы булды. Әлбиттә, глобаль йылыныу пр облемалары үҙәк урынды биләне. Билдәле булыуынса, климаттың йылыныуы көтөлмәгән эҙемтәләргә килтереүе мөмкин. Боҙлоҡтар ҙың иреүе - буласаҡ проблемаларҙың башы ғына.
       Быйылғы йылда "Информацион эра осоронда - Һауа торошо, клим ат һәм һыу" тип атала. Ни өсөн был юлы иғтибар үҙәгенә мәғлү мәт эраһы эләкте һуң Глобаль метеомониторингтың һөҙөмтәлеле ге метеостанцияларҙың техник йыһазландырылыуына, күҙәтеүҙәр ҙең технологик базаһының көслөлөгөнә бәйле.
       беҙҙә донья метеосистемаһының бер өлөшө булып Росгидромет иҫәпләнә. Уның "өлөштәре" бөтә ил буйынса таратылған. Башҡор тостанда иһә был мәсьәләләр менән Башҡорт гидрометеорологи я һәм тирә-яҡ мониторингы буйынса төбәк идаралығы шөғөлләнә.
       Уның етәксеһе бына егерме биш йыл инде Василий Лапиков.
       Беҙҙең метеохеҙмәт мониторинг системаһын ойоштороу һәм ал дан иҫкәртеү буйынса республика программаһын булдырҙы. Уның буйынса локаторҙар ярҙамында хәүефле күренештәрҙе 300 - 4 00 километрҙан уҡ иҫкәртеп була. Күҙәтеүҙәрҙе тағы ла һөҙөмт әлерәк алып барыу өсөн тағы ла ете үҙәк ойоштороу ҡаралған. Улар бер юлы бер нисә районды күҙәтәсәк. Әлбиттә, был планды
       тормошҡа ашырыу байтаҡ финанс һалымдар көтә. Әммә бәләне, уның ҡурҡыныс эҙемтәләрен иҫкәртеү күпкә ҡыйбатыраҡ бит.

Элвира Латыпова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал