6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Ҡәҙерле кешебеҙ
17.12.08


       1989 йылдың 16 декабрендә Өфөлә СССР-ҙың халыҡ артисы Алексей Владимирович Баталовтың гастролдәре тамамлана. Ижади осрашыуҙар ҙур уңыш менән үтә. 1989 йылдың 14 декабрендә "Ленинец" гәзите был турала яҙып сыҡты.
       Алексей Баталов Башҡортостандың күп кешеләре өсөн "ҡәҙерле кеше" булып һанала. Ул бик күп фильмдарҙа ғәҙел һәм юғары намыҫлы ир-ат образын тыуҙырҙы. "Эт менән ханым"дан Гуровты, "Бәйге"нән Голубковты, "Бер йылдың туғыҙ көнө"нән Дмитрий Гусевты хәтергә төшөрәйек.
       Миңә Алексей Баталовтың Өфөләге осрашыуҙарында булырға тура килмәне. Әммә 50 йыл элек Калининград ҡалаһында (унда ҡала комсомол комитеты секретары булып эшләнем) киноактерҙар Инна Макарова һәм Алексей Баталов менән осрашыу кисәһен алып барҙым. Ул ваҡытта ҡалала "Минең ҡәҙерле кешем" тигән фильмды төшөрәләр ине. Һуғыш ваҡытында бик күп биналар емерелгән һәм ҡиммәтле декорациялар эшләргә кәрәкмәй ине. Режиссер бының менән файҙаланды. Ә беҙ яратҡан артистарыбыҙҙың килеүе менән файҙаландыҡ һәм уларҙы үҙебеҙгә саҡырҙыҡ. Миндә фотография һаҡланған. Иҫтә, Инна Макарова асыҡ, тәьҫирле итеп сығыш яһаны. Ә Алексей Владимирович үҙенә хас ғәҙәттә - тотанаҡлы, ҡорораҡ. Артистка Цецилия Мансурова (ул да ошо фильмда төшкән) тураһында һүҙ барған ваҡытта ул йәнләнеп китте.
       Алексей Баталов, бәлки, Өфөлә үткән осрашыуҙа ла үҙенең күңелен тулыһынса асмағандыр. Ә ул һуғыш ваҡытында беҙҙең ҡала менән беренсе осрашыуы тураһында һөйләй ала ине бит. Журналист Дмитрий Шеваров былай яҙған:
       "Һуғыш осорона тура килгән үҫмер саҡты иҫкә төшөрөргә кәрәк бит. Эвакуация тураһында, унда, Ариадна Эфрондың аныҡ аңлатмаһы буйынса, "кешеләргә элита булыу хас булған". Ҡазан, Свердловск, Өфө. 14 йәшлек ябыҡ үҫмер, Алеша бер нисә өлкән кеше өсөн театрҙа эшләгән. Декорациялар яһаған, тамаша залында мейес яҡҡан, шәмдәргә кәрәсин һалған, тутығып бөткән ҡыңғырауҙы һелкетеп, беренсе ҡыңғырау биргән, ә аҙаҡ өйҙә һалҡын бесәнлектә махорка тартҡан".
       Был Алексей Баталовтың үҙәк баҫмаларҙа Өфөләге биографияһы тураһында берҙән-бер телгә алыныуы, республика матбуғатында был турала әйтелмәй. Был етешһеҙлекте артистың 80 йәше алдынан федераль гәзиттәрҙең береһендә булған һөйләшеү менән ҡаплайыҡ. (Алексей Баталов 1928 йылдың 20 ноябрендә тыуған).
       - 80 йәш... Алексей Владимирович, юбилейҙы ниндәй кәйеф менән ҡаршылайһығыҙ?
       - Был сираттағы тыуған көн. Был һан түңәрәк, быныһы икенсе эш. Кәйеф?.. Тормошҡа ашмаҫтай бик күп теләктәр һәм идеялар, һәм ашманы. Мин, үкенескә ҡаршы, бик әҙ эшләнем. Үкенесле... Уйналмаé ºàëған ролдәр, тыйылған сценарийҙар, фильмдар һәм радио тапшырыуҙары. Миңә, миҫал өсөн, Бунин хикәйәләре буйынса программа эшләргә рөхсәт бирмәнеләр. Лев Толстойҙың "Казаков" хикәйәһен радиола уҡырға рөхсәт итмәнеләр - унда кешенең илаһи хисе бик яҡшы сағылдырылған. Алланы тағы бер тапҡыр телгә алыуҙан ҡурҡҡандарҙыр, күрәһең...
       - Рәсәй Ғаилә йылын билдәләй. Һеҙ ҡатынығыҙ Гитана Аркадьевна менән бер нисә йылдар дауамында тормош һуҡмаҡтары буйлап бергә бараһығыҙ... Нисек итеп бер тапҡыр һәм мәңгелеккә партнер һайларға?
       - Мин һеҙгә һөйләйем. Әммә минең кәңәшем - заманға арҡыры, уны бөгөн бер кем дә ҡуллана алмай, сөнки ул хәҙерге йәштәргә тура килмәй. Мин Гитана менән танышҡандан һуң, ун йыл үткәс өйләнештек. Үҙегеҙ һығымта яһағыҙ.
       - Юбилей көнөндә яҡындарығыҙҙан ниндәй бүләк алырға теләр инегеҙ?
       - Эйе! Минең яҡындарым сәләмәт һәм тыныс булһындар. Башҡа бер нәмә лә кәрәкмәй. Ә ҡалғандары - Хоҙай Тәғәлә бирһә, бөтәһе лә булыр...
       Бик күп тамашасылар Алексей Баталовтың биографияһы менән ҡыҙыҡһына.
       Ҡыҫҡа белешмәнән башлайыҡ. Алексей Баталов Мәскәүҙә тыуған. Алешаға өс йәш булғанда, уның әсәһе, МХАТ актрисаһы Нина Ольшевская, Владимир Баталов менән айырылыша һәм яҙыусы-сатирик Виктор Ардовҡа кейәүгә сыға. Ул ваҡытта ғаилә Ордынкола "яҙыусылар" йортонда йәшәй. Фатирға йыш ҡына Ольга Андровская, Фаина Раневская, Анна Ахматова, Борис Пастернак, Лидия Чуковская, Михаил Зощенко килеп йөрөгән.
       Алексей Баталов хәтерләй:
       - Мин шундай мөхиттә үҫтем, ундағы кешеләр, һис нәмәгә ҡарамаҫтан, кешеләр булып ҡалды. Әгәр уларҙы күрмәгән булһам, бәлки, бандит булыр инем...
       Мин совет үлсәме буйынса ышанысһыҙ ғаиләнән. Тышта тәҙрә төбөндә кеше торор ине, ул фатирҙа йыйылған кешеләрҙе күҙәтә. Был кешеләр - Пастернак, Ахматова, Раневская. Улар бөтәһе лә ултырып сыҡҡандар, йәки ҡарғыш алыусылар һәм эҙәрлекләүгә дусар ителеүселәр. Әле асыҡланыуынса, улар Көмөш быуатты тәшкил итеүселәр...
       Баталов Анна Ахматова менән айырыуса йылы мөнәсәбәттә була. Ахматова йыш ҡына Ленинградтан уларҙың күршеһенә - Осип Мандельштамға ҡунаҡҡа килә торған булған, яҙыусы йортонда буш урын булмау сәбәпле уларҙа туҡталған. Йәш Алексей "Аня апаһына" үҙенең алты метрлыҡ бүлмәһен тәҡдим иткән, ә үҙе ағаларына йоҡларға киткән.
       Анна Ахматова Алексейҙы оҡшатҡан. Бер мәҙәк хәл тураһында һөйләйҙәр. Бер тапҡыр Анна Андреевна тәржемәләрҙең береһе өсөн уға гонорар тапшыра: "Леша, һин ниндәй артист?.. Һинең яҡшы ғына костюмың да юҡ бит. Бар, яҡшыраҡ кейен". Актер аҡсаны кейемгә тотмай, ә "Москвич" автомобиле һатып ала. Ахматова "яңы әйберҙе" күреп: "Леша, әллә костюм булманымы? тип көрһөнөп ҡуя. Машинаны өйҙә "Алешаның бибикаһы" тип атайҙар.
       1950 йылда Алексей Баталов МХАТ мәктәп-студияһының актерҙар бүлеген тамамлай, Совет Армияһы үҙәк театрында, Художество театрында уйнай. Әммә уның тормошоноң төп эше, әлбиттә, кино. 1954 йылда ул "Ҙур ғаилә" фильмында йәш эшсе Алексей Журбинды, "Румянцев эше"ндә Саша Румянцевты уйнай. "Торналар оса" фильмындағы Борис роле һәм айырыуса Михаил Роммдың картинаһындағы физик Гусев роле ҙур ҡаҙаныш яулай.
       Ҡыҫҡаһы, Алексей Баталовтың кинокарьераһы уңышлы була. СССР-ҙың халыҡ артисы 40-тан ашыу фильмда төшә. Алексей Баталов "Мәскәү күҙ йәшенә ышанмай" фильмындағы Гоша роле өсөн СССР дәүләт премияһына лайыҡ була. Тамашасылар Алексей Владимировичты ярата, уға тәнҡит илтифатлыҡ күрһәтә. Алексей Владимирович 25 йылдан ашыу уҡытыу эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә һәм ВГИК-та актерҙар факультеты деканы булып эшләй. Студенттар Баталовты ярата.
       Алексей Владимирович - оло йөрәкле кеше. Ул күптән инде кино төшөрөү майҙанына сыҡмай. Әммә сәбәптәре тураһында һөйләмәй. Уларҙың ғаиләһен бәлә-ҡаза урап үтмәгән. Улар ҡыҙ баланың тыуыуын көткән. Яңы тыуған сабыйға ҡот осҡос диагноз ҡуялар - балалар церебраль фалижы. Күренекле актер 40 йылдан ашыу ауырыу ҡыҙын тәрбиәләй, дауалау өсөн сит илгә алып бара.
       Әгәр Инна Макарова был турала һөйләмәһә, күптәр белмәҫ ине:
       - Алеша бик ныҡ ҡайғырҙы, - ти "Румянцев эше" һәм "Минең ҡәҙерле кешем" фильмдары буйынса уның коллегаһы. - Èремäå¾ табиб булып эшләгәнен белә ине, һәм яҡшы белгестәрҙе кәңәш итеүҙе үтенде. Әммә, үкенескә ҡаршы, был сирҙе дауалап булмай. Минең уйымса, әгәр ҡыҙы ауырымаған булһа, Баталовтың ижади яҙмышы башҡасараҡ булыр ине...

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал