6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Власть

Көрсөктән сығыу юлдары
16.12.08


       15 декабрҙә Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов Президент Советы ултырышын үткәрҙе. Көн тәртибендә Башҡортостан Республикаһында Ғаиләгә социаль ярҙам йылы тип иғлан ителгән 2008 йылдың йомғаҡтары тикшерелде, республика иҡтисадының һәм финанс секторының тотороҡлолоғона ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән пландар ҡаралды.
       Мортаза Ғөбәйҙулла улы республика Хөкүмәтенә ҡыҫҡа ваҡыт эсендә иҡтисадтың реаль секторына, хеҙмәт баҙарына булышлыҡ итеү, граждандарға социаль ярҙам, бюджет сығымдарының һөҙөмтәлелеген күтәреү буйынса көрсөккә ҡаршы саралар планын эшләүҙе тамамларға ҡушты.
       Мортаза Рәхимов һүҙҙәренә ҡарағанда, федераль һәм төбәк дәүләт власы органдарының эше көрсөк күренештәренең эҙемтәләрен бөтөрөүгә йүнәлтелгән. Әммә, октябрҙә ҡайһы бер күрһәткестәр буйынса үҫеш темпының кәмеүенә ҡарамаҫтан, республиканың социаль-иҡтисади хәле тотороҡло булып ҡала.
       БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев көрсөккә ҡаршы программа тураһында доклад менән сығыш яһаны.
       Премьер-министр билдәләүенсә, республикала иҡтисад көрсөгөнөң тәүге билдәләре октябрь айында күренә башланы, ул ваҡытта иҡтисадтың реаль секторының предприятиеларын кредитлау күләмдәре кәмей төштө. Ноябрь дауамында булған кредиттарҙы яңыһы менән түләү, башланған инвестиция проекттарын кредитлау проблемалары, әйләнеш средстволарын тулыландырыуға кредиттар алыу ҡатмарлыҡтары килеп тыуҙы. Иҡтисадҡа кредит һалыуҙар күләме 60 миллиард һумдан ашып китә. Заем средстволарының етешмәүе түләмәү күләмдәренең үҫеүенә килтерҙе.
       - Республика Хөкүмәте Милли банк менән ағымдағы эшмәкәрлекте финанслау өсөн кредиттар алыуға төп предприятиеларҙың заявкаларын ҡарау механизмын булдырҙы, - тине Раил Сарбаев.
       Көрсөк әҙер продукцияны һатыуға тәьҫир итте, һөҙөмтәлә предприятие бюджеттарына средстволар инмәй. Шуға күрә бик күп сәнәғәт объекттарында модернизациялау һәм техник яҡтан йыһазландырыу программалары туҡтап ҡалды. Былар бөтәһе лә предприятиеларҙы көрсөккә ҡаршы программалар эшләргә һәм уны тормошҡа ашырырға мәжбүр итте . Уларға был йәһәттән республиканың Сәнәғәт, инвестиция һәм инновация сәйәсәте министрлығы әүҙем ярҙам күрһәтә.
       Республика Хөкүмәте агросәнәғәт комплексына шулай уҡ булышлыҡ итә.
       - Октябрь айында Башҡортостанда республика ауыл хужалығын үҫтереү программаһы сараларын финанслауға 540 миллион һум бүленгән, - тине Сарбаев. - Йыл йомғаҡтары буйынса агросәнәғәт комплексын дәүләт яҡлауы күләме капитал һалыуһыҙ һигеҙ миллиард һум тирәһе тәшкил итә, был 2007 йылға ҡарағанда 1,5 тапҡырға күберәк. 2009 йылда Хөкүмәт банкыларҙың кредитлау күләмдәренең кәмеү фонында был кимәлде һаҡларға ниәтләй.
       Төҙөлөш комплексында ла хәлдәр еңелдән түгел. 2008 йылдың октябрь башында төҙөлөш ойошмалары үҙҙәренең әйләнеш средстволарына эйә булманы, бурыс йөкләмәләре үҙ капиталы дәүмәленән 3-5 тапҡырға артып китте. Октябрҙә республика халҡына бирелгән ипотека кредиттары күләме сентябргә ҡарағанда 22 процентҡа кәмерәк.
       Раил Сарбаев эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарҙар тураһында ла телгә алды. Октябрь айында эшҡыуарҙарға бирелгән кредиттар күләме биш миллиард һумдан ашыу тәшкил иткән. Был сентябрь айы менән сағыштырғанда 42 процентҡа кәмерәк. Шуға күрә киләһе йылда бәләкәй һәм урта бизнесҡа ярҙам көсәйәсәк. Был маҡсатҡа республика ҡаҙнаһынан 500 миллион һум бүленәсәк. Федераль бюджет средстволары - бер миллиард - йәлеп ителәсәк. Эшҡыуарлыҡтың бәләкәй һәм урта субъекттарына ярҙам күрһәтеү суммаһы 1,5 миллиард һумдан ашыу буласаҡ.
       Республикала 1 декабргә ҡарата теркәлгән эшһеҙҙәр һаны 27 мең кеше тәшкил итә. Халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәге тағы ла алты меңдән ашыу кешенең эштәí бушатылыуын фаразлай. Әммә, республика Президенты билдәләүенсә, эшсе профессияһы буйынса вакансиялар күп, эшсе һөнәренең абруйын күтәрергә кәрәк. Сарбаев эшсе профессияһы буйынса вакансия урындарын бәйән итте - биш мең тирәһе. Иретеп йәбештереүселәргә, һанлы программа менән идара итеүсе станоктар операторҙарына ихтыяж ҙур. Сарбаев шулай уҡ мигранттар хеҙмәтен ҡулланыуҙы сикләргә тәҡдим итте. Әлеге ваҡытта республикала уларҙың һаны 36 мең кеше тәшкил итә.
       Сарбаев белдереүенсә, киләһе йылда, көрсөккә ҡарамаҫтан, республика ҡабул иткән социаль йөкләмәләр бөтәһе лә тулы күләмдә үтәләсәк.
       - Шулай итеп, киләһе йылда халыҡты социаль яҡлау кимәлен һаҡлап ҡына ҡалмаясаҡбыҙ, әммә уны арттырыуҙы планлаштырабыҙ. Бының өсөн бюджет сығымдары составында аҡса средстволарының êœðœê õœòëå резервы булдырылған, óë хәлäå¾ òîðîøîíà ҡарап, ресурстарҙы оператив бүлергә булышлыҡ итәсәк, - тине Премьер-министр.
       Раил Сарбаев республика иҡтисадының һәм финанс секторының тотороҡлолоғонà ÿðƒàì ê¼ðšœòå¼ãœ йүнәлтелгән көрсөккә ҡаршы саралар исемлеген бәйән итте.
       - БР Хөкүмәте 2020 йылға тиклем Башҡортостан Республикаһының үҫеш стратегияһы билдәләгән үҫештең макроиҡтисади параметрҙарына өлгәшеү өсөн производство сығымдарын кәметеү, ресурстарҙы һаҡ ҡулланыу буйынса кисектергеһеҙ саралар ҡабул итергә тәҡдим итә.
       Республикалағы производство, ресурстар һәм кеше потенциалы Рәсәй һәм республика буйынса йән башына тулайым төбәк продукты араһында булған айырманы бөтөрөүгә булышлыҡ итә. Бының өсөн республиканың потенциаль кластерҙарына - бизнес хеҙмәттәргә, ауыр машиналар эшләү, төҙөлөш материалдары етештереү, туризм, аҙыҡ-түлек өлкәһенә ярҙам итергә кәрәк.
       Сарбаев һатыла торған торлаҡтың хаҡтарын кәметеү буйынса саралар ҡабул итергә тәҡдим итте, коммуникациялар үткәргән өсөн шәхси-дәүләт партнерлыҡ механизмын ҡулланыу кәрәклеген, торлаҡ төҙөлөшө өсөн, ер участкаһын бүлеүҙе индереп, тәүге-рөхсәт документацияһын еңеләйтеп алыу регламентын эшләү зарурлығын белдерҙе. Республика торлаҡ баҙарында, конкурс процедураларын файҙаланып, дәүләт тарафынан фатир һатып алыу механизмын әүҙем ҡулланырға кәрәк.
       Хөкүмәт шулай уҡ, республикала федераль программалар сараларын тормошҡа ашырыуҙа федераль средстволарын йәлеп итеү буйынса министрлыҡтар һәм ведомстволар эшен әүҙемләштерергә кәрәк, тип һанай. Граждандарҙы авария хәлендәге йорттарҙан күсереү программаларын тормошҡа ашырыуҙы, торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалауҙы дауам итергә кәрәк. 2009 йылда Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалауға булышлыҡ итеү фондынан был маҡсатҡа 5,4 миллиард һум аҡса алыу планлаштырыла.
       - Республикала донъялағы финанс көрсөгөнөң кире тәьҫирен еңеп сығыу һәм социаль-иҡтисади үҫеш темптарын һаҡлау өсөн тейешле шарттар бар. Бының өсөн үҫештең хәл иткес йүнәлештәрендә булған ресурстарҙы, интеллектуаль потенциалды тупларға һәм заман саҡырыуҙарына тәңгәллек менән яуап бирергә кәрәк, - тине Раил Сарбаев.
       Президент Советы ағзалары көрсөккә ҡаршы программаны хупланы. Көрсөктө еңеп сығыу буйынса эш итеү планы БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттарына ҡарауға тапшырылды. Парламентарийҙар билдәләнгән саралар комплексын ҡабул итеүҙе хупланы.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал