6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Финанстар

Эконом-класлы Яңы йыл
16.12.08


       Яңы йыл - Рәсәй халҡының төп байрамы. Яңы йылдың ығы-зығылары - тормош проблемаларынан, бәхәстәрҙән, тынысһыҙлыҡтарҙан бер ни тиклем арыныу мөмкинселеге ул. Һәм һәр ғаилә Яңы йылды үҙенсә ҡаршы алырға тырыша.
       Донъяëàû иҡтисад көрсөã³ шарттарында Яңы йылға әҙерлек нисек бара? Быны "БАШвестЪ" хәбәрсеһе асыҡларға тырышты.
       Эльвира, студент:
       - Яңы йыл алдынан насар нәмәләр тураһында уйларға тырышмайым, әхирәтем менән Мысырға йыйынабыҙ.
       Анатолий, фотограф:
       - Яңы йыл - ул күңел торошо, һәм бында көрсөктөң бер ҡыҫылышы ла юҡ.
       Гөлнара, бухгалтер:
       - Мин Яңы йыл алдынан хеҙмәткәрҙәр һанын кәметеүгә эләктем, тимәк, мин тормошто 2009 йылдан яңы биттән башлаясаҡмын.
       Зилә Исмәғилева, пенсионер:
       - Көрсөк магазин кәштәләрендә һиҙелә, бүләктәрҙе лә һәм ... бүләкләнеүселәрҙе лә һаҡсыл һайларға тура килә.
       Азат, менеджер:
       - 2009 йылда иҡтисадта ла, тормошта ла бөтәһе лә яҡшы буласағына ышанайыҡ. Шуға күрә Яңы йылды матур итеп үткәрәргә кәрәк.
       Өлкәндәр әлегә көрсөккә ҡаршы үҙҙәренең программаларын планлаштыра, ә балалар яратҡан байрамын көтә. Теләйһеңме-теләмәйһеңме, әммә Яңы йылдың әйләнә-тирәләге шарттарын булдырырға тура киләсәк. Урта статистикалы ғаиләлә Яңы йылды ҡаршылау күпмегә төшәсәк һуң? Беҙ Өфөнөң сауҙа нөктәләренә юл алабыҙ.
       Шыршы миҙгеле башында күренгән беренсе аҡ шыршылар 300-600 һум самаһы тора. Шыршы баҙарҙары, ҡағиҙә булараҡ, 15 декабрҙә эш башлай һәм 31 декабрь көнө кис ябыла, шуға күрә баҙар урман һылыуҡайҙарына хаҡтарҙы көйләйәсәк. Ағымдағы йылда урман хужалыҡтары 13 мең тирәһе шыршы әҙерләне.
       Ҡырҡылған шыршыларҙы йәлләүселәр ҙә табылыр: уларҙың магазиндарҙа яһалма шыршылар һайлап алыу мөмкинлеге бар. Иң арзан һәм оҙаҡҡа сыҙамлы шыршының (120 сантиметр) хаҡы 150 һум тәшкил итә. Шыршы уйынсыҡтарының (туғыҙ дана) йыйылмаһын йәки ҙур бер быяла шарҙы 100 һумға һатып алып була. Ябай гирлянда шәхси бюджетҡа 40 һумға төшәсәк, яһалма ялтырауыҡтар 23 һумдан ашыу тора.
       Яңы йыл кисендә Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу менән осрашыуҙа иң ҡиммәт атрибут - карнавал костюмы. 4-5 йәшлек баланы айыу йәки төлкө итеп кейендереү - 260 һумдан алып ... Хәйер, ҡуян битлеге менән сикләнергә була, ни бары 18 һум.
       Яңы йыл әкиәтенең тере геройҙарын цирк тамашаларында күрергә теләйһегеҙ икән, кеҫәгеҙҙән тағы ла 300-500 һум (билет хаҡына тәмле сюрприз инә) сығарырға тура киләсәк. Йортҡа Ҡыш Áàáàéƒû саҡырыу күпме тора һуң? Ҡарһылыу ярты сәғәткә иҫәпләнгән күңел асыу программаһы, балаларға һеҙҙең бүләкте тапшырған өсөн мең һум àëàñàº. Декабрҙең һуңғы көнөндә Ҡыш Бабайға такси хаҡы яҡынса 500 һум тәшкил итәсәк.
       Иҫәпләүҙәр һөҙөмтәһендә килеп сыҡҡан суммаға өҫтәлде биҙәгән "Оливье" салатына 400 һум, бер шешә шампан шарабы өсөн 100-150 һум өҫтәйбеҙ.
       ... Яңы президент һайлау, футболда еңеүҙәр, Кавказ конфликттары ваҡытында патриотик тойғолар - был ваҡиғаларҙы беҙ 2008 йылда бергә кисерҙек. Йыл донъяëàû иҡтисад көрсөã³ тамғаһы аҫтында тамамлана. Ә көрсөктө еңеү өсөн, халыҡ аҡылы буйынса, Яңы йылды матур итеп ҡаршыларға кәрәк, уға, килешәйек, бер ниндәй ҙә средстволар йәл түгел.

Илгиз Зәйнетдинов.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал