6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Театрҙар

Совет спектакле шаян комедияға әүерелде
16.12.08


       Бөгөнгө көндә театр һәм кино актерҙары үҙҙәренең көсөн режиссерлыҡ эшендә лә һынап ҡарай. Был исемлекòå яҡташтарыбыҙ исемдәре ëœ тулыланäûðа. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия äðàìà театры актеры Азат Йыһаншин хәҙер режиссер булараҡ та билдәле. Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр теаòры актеры Андрей Ганичев үҙе ижад иткән пьесаны сәхнәләштерҙе.
       Баш театрҙың быйылғы репертуарында тағы ла яңы бер спектакль барлыҡҡа килде. Әле күптән түгел режиссер Айрат Абушахманов тамашасыларҙы "Шәүрәкәй" спектакле менән ҡыуандырғайны. Ә уның артынан Арыҫлан Йәнбәковтың - "Әй, әттәгенәһе, ирем ҡайтты!" тигән эше. Арыҫлан театрҙың йәш артисы, ул бөгөнгө көндә ҡатнаш ижад профессияһын үҙләштерә. Йәнбәков Борис Щукин исемендәге Театр училищеһының режиссерҙар факультетында өсөнсө курста уҡый. Диплом проектына тиклем ваҡыт бар әле, әммә Арыҫлан алған белемен практикала нығытырға хәл итте. Һәм ул тамашасылар хөкөмөнә "Әй, әттәгенәһе, ирем ҡайтты!" тигән комедияны тәҡдим итте.
       Спектаклдең исеме ҡыҙыҡ түгел, ул бер ни тиклем совет осорон хәтерләтә кеүек, әйткәндәй, ул үҙен тамам аҡлай - спектакль нигеҙендә драматург Наил Ғәйетбаевтың пьесаһы. Әҫәрҙең авторҙың ҡәләме аҫтынан сығыуы булды, уға ихтыяж ҙур - пьеса бер тапҡыр ғына ҡуйылманы. Был әҫәр Сибай, Ҡазан, Яр Саллының театр сәхнәләрендә классик башҡарыуҙа тәҡдим ителде. Арыҫлан, бала саҡтан уҡ, был спектаклде тамашасылар залынан, шулай уҡ сәхнә артынан күп тапҡырҙар ҡараны. Уның ата-әсәһе - Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры артистары.
       - Мин был тамашаны күп тапҡырҙар ҡараным, шуға күрә уның бөтә ваҡ деталдәренә тиклем хәтерҙә ҡалған. Әммә миндә был спектаклде тулыландырыу теләге уянды, - тип һөйләй Арыҫлан. - Драматург Наил Ғәйетбаев менән беҙ пьесаны замансалаштырҙыҡ һәм уның финалын үҙгәрттек. Комедия үҙенең сюжеты буйынса тормошсан, әммә беҙ уны был рамкаларҙан сығарырға тырыштыҡ.
       Һөҙөмтәлә үҙенсәлекле ремейк, шаян комедия килеп сыҡты, уның да сәхнә түрендә булыу йәһәтенән хоҡуғы бар бит. Сәхнәлә нимә бара - уның геройҙары өсөн ҡыҙыҡ түгел, әммә тамашасылар өсөн мәҙәк күренә. Спектаклдең темаһы мәҙәк һәм иҫке, донъя кеүек. Командировкаға киткән ир кеше ҡултамғаһыҙ хат ала, унда уның ҡатыны ире булмаған ваҡытта һөйәр менән осрашыуы тураһында әйтелә. Шаңҡытҡыс яңылыҡтан һуң, ул бөтә эшен ташлай һәм ҡайта. Һәм өйҙә үҙенең ҡатынын һәм милиция хеҙмәткәрен күреп ҡала, ул фатирҙа тороусының үлеме тураһында һорашырған килгән икән.
       Изге комедияға ярашлы булғанса, бында бер ниндәй ҙә мәйет табылмай. Ә ҡатын кеше ысынлап та елбәҙәк булып сыға. Иренең ишектән сығып китеүе була, һөйәр шунда уҡ килеп тә етә. Һу¾ыһы ҡапҡанға эләгә лә инде, ул башта фатирға милиция килгәнсе, ә аҙаҡ ире ҡайтҡансы китергә өлгөрмәй ҡала. К¼ðåíåøòå¾ êөсөргәнешëåëåãå артҡандан-арта бара. Геройҙар аш-һыу бүлмәһен тентей, ә һөйәр, тын да алмай, ҡунаҡхана бүлмәһендәге шкафта йәшеренеп ултыра, һәм уны залда эҙләгән ваҡытта, ул йоҡо бүлмәһендә йәшеренә. Эҙләүҙәр тамашасыларҙың көлөүе аҫтында үтә.
       Һәм бында, публиканың ыңғай хис-тойғолары барлыҡҡа килә, талантлы актерҙарҙың уйынынан тыш, музыканың да ҡаҙанышы бар. Композитор Юлай Үҙәнбаев спектакль өсөн махсус көй яҙған. Геройҙар, музыка тактына эйәреп, уларға бирелгән маршрут буйынса йәшеренгән ирҙе эҙләргә тотона, һәм төрлө ваҡытта, әле бер персонаж, әле икенсеšå òèãœíäœé көлкөлө хәлгә тарый.
       Артистар тамашасыларҙың күңелен әсир итә. Алһыу Бәхтиева иренә хыянат итеүсе ҡатын ролен башҡара, милиционерҙы - Илфат Булатов, Һөйәр ðîëåí - Илсур Байымов, уның кәләшен - Фирүзә Аллаярова. Үҙҙәре үк сағыу, талантлы артистар матур бер фейерверкты тәшкил итте. Сәғиҙулла Байегет, ул алданған ир ролендә сығыш яһаé, ышàндырырлыҡ итеп уйнаé. Орел ҡалаһынан килгән уның коллегаһы, артист óíû¾ тураһында былай тине:
       - Мин башта Илфат Булатовтың эшенә таң ҡалдым, ул, минең ҡарашºа, бөтәһен дә кеше ышанырлыҡ итеп эшләне, - ти Рәхим Рахманов. - Әммә аҙаҡ Сәғиҙулланың уйнауы өҫтөнлөк алды. Òөҫкә матур, һомғол буйлы, сәләмәт тәнле àðòèñºà тик герой-һөйәрҙе генә уйнарға ла бит, ә спектаклдә шундайҙарға күҙлектә, өҫтәүенә астма менән ауырыусы, һәм һаңғырау булырға тура килә. Артист быны нисек йырып сыҡҡандыр? Мин уға ышандым.
       Ҡунаҡты тағы бер нәмә аптыратты: спектаклде башлап ижад итеүсе режиссер ҡуйған. Сер түгел, проекттың уңышы һуңғыһынан тора бит.
       - Шик юҡ, "Әй, әттәгенәһе, ирем ҡайтты!" спектаклен тамашасылар йылы ҡабул итәсәк, - ти баш театрҙың директоры Рәйес Исмәғилев.
       Кемдәр был тамашаны ҡарай алмаған, хафаланмағыҙ, "Әй, әттәгенәһе, ирем ҡайтты!" спектакле 23 декабрҙә театр сәхнәһендә күрһәтеләсәк.

Олеся Серегина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал