6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт // Хоккей

Дәғүәселәр отҡорораҡ булды
16.12.08


       Раз Корол, два Корол -
       "Юлаев" сам все запорол.
       "Салауат Юлаев" хоккей клубы "Атлант"тан еңелгәндән һуң бына ошо шиғыр ижад ителде. "Атлант" клубы миҙгелдә икенсе òапҡыр Өфөлә еңеү яулай, һәм "Салауат" икенсе тапҡыр үҙе ғәйепле.
       Беҙҙең команда хоккейсылары күп хата ебәрҙе. Күпселектә уйын насар булды, "юлаевсылар" һөжүмдә ҡыҙыусанлыҡ күрһәтте.
       "Атлант", әлбиттә, яҡшы уйнаны. Айырыуса ҡапҡасы Эмериҙы, һәм Альберт Лещевтың, Игорь Королев менән Александр Королюктың юлаевсылар ҡапҡаһына индергән шайбаларын билдәләп үтергә кәрәк.
       Әгәр был уйынға реаль ҡараһаң, "юлаевсылар" улар өсөн ҡурҡыныс булмаған дәғүәсенән еңелде. Мытищи ҡалаһының "Атлант" хоккей командаһы уйын ваҡытында һуңғы биш матчҡа ҡаршы ауыр сығыу аҙағында тора ине, дөрөҫөн әйткәндә, ҡурҡыныс булмаған командалар ун мәрәй юғалтты. Тимәк, "Атлант" Өфөгә килгәнсе биш матчта үҙен ысын дистрофик итеп күрһәткән һәм хәлһеҙ яурынында ни бары 33,3 процент мәрәй тотоп алып ҡала алған.
       Өфө хоккейсыларын тик бер нәмә аҡлай - һөжүм итеүселәр йәрәхәтләнә. "Юлаевсылар" уйынсыларына сихырсы ҡарсыҡ күҙ тейҙерҙе шикелле. Төрлө дәрәжәлә йәрәхәт алған уйынсыларыбыҙҙы хәтергә төшөрөүе лә ауыр. Михаил Чернов, Игорь Щадилов, Стив Маккарти...
       Хоккейсыларыбыҙҙан Андрей Кутейкин да йәрәхәтләнде. Унан башҡа ни бары алты һаҡсыны йыйҙылар, йәш Егорь Купцовты һәм тәжрибәле Сергей Климентьевты индереп. Купцовты аҙаҡ эскәмйәгә ултырòтылар, һәм һөжүмгә үҙәк һөжүм итеүсе Алексей Медведевты сығара башланылар...
       Башҡа һөжүм итеүселәр тураһында нимә әйтәһең инде? Игорь Щадиловһыҙ Виталий Прошкин - аҡса елгә. Кирилл Кольцов һәм Мирослав Блатяк - бында бөтәһе лә аңлашыла. Уларҙың һаҡта үтә алмаҫлыҡ булыуы, "Дакар"ҙа "Ламборджини Диабло"ның сериялы еңеүе кеүек, реаль.
       Олег Твердовский ҡала. Әммә матчтарҙың графигы шундай етди, был һаҡсы уйындан һуң интервью бирҙе, әммә уның арығанлығы күренеп тора ине.
       Ярай әле, ҡапҡасы Александр Еременко элекке кеүек яҡшы һәм дәғүәсе күңеленә ҡурҡыныс һала. Был ҡапҡасы "Атлант"ҡа ҡаршы уйында үҙ рамкаһын шайбанан бер нисә тапҡыр ҡотҡарҙы.
       Һөжүм - ул ғына түгел. Мытищи ҡалаһының клубы, Еременко ҡапҡаны ҡалдырғанға тиклем, ике шайба индерә алды. Әгәр "юлаевсылар" бер түгел, ә ике-өс гол индергән булһа, бөтәһе лә башҡасараҡ булыр ине. Әммә улай булманы - хоккейсыларыбыҙ насар эш итте, урынһыҙ хата ебәрҙе.
       Ә уйындан сығарыу. Шунса ҡағиҙә боҙоуҙар ҡайҙан килә ул?
       Арбитрҙар, бәлки, бер нисә осраҡта беҙҙекеләрҙе бәхәсле хәлдәрҙә уйындан сығарғандыр, әммә башҡаларында - эш өсөн. Һәм ни өсөн кәрәк булмағанда ҡағиҙә боҙалар?
       Был юлы Александр Радуловҡа дәғүәләр күп булды. Ул буталсыҡ эш итте, партнерға барып етә алмаҫтай тапшырыу яһаны.
       Беҙҙең беренсе героик һәм һөжүм итеүсе звеноға ҡарата бөтәһе лә яҡшы булды тип әйтеп булмай. Владимир Воробьев һәм Алексей Терещенко "Витязь" хоккей клубына ҡаршы күсмә уйында шәп уйнаны, уларҙың партнеры Александр Пережогин кеүек. Был юлы һуңғыһы ғына берҙән-бер голды индерҙе.
       Мин был миҙгелдә чех форвардтары - Михал Микеска, Леош Чермак һәм Петр Вамполаға ышанмайым. Бәлки, улар ҡайšû áåðƒœ ниндәй ҙә булһа файҙа килтерер, әммә команданы еңеүҙән еңеүгә алып барыуҙа, үкенескә ҡаршы, улар һәләтле түгел.
       Игорь Григоренко - айырым һорау. КХЛ-да ни бары бер гол. Игорҙың "Салауат Юлаев"та эше бешмәй күрәһең Бәлки, уға хәҙер көслө булмаған клубҡа алмашырға кәрәктер, ул бында күберәк уйын ваҡыты алыр ине һәм, моғайын, үҙенең элекке кимәленә сығыр ине?..
       "Салауаò Юлаев"тың һаҡсыһы Кирилл Кольцов матч аҙағында уйындан алына. Ул арбитрҙар исеменә насар тойғоларын күрһәткән өсөн матч-штраф ала. Хулиган, әлбиттә, әммә уйымса, "Салауат Юлаев"тың үҙ майҙанында "Атлант"тан ике тапҡыр еңелеүе ҡурҡыныс түгел. Мытищи коллективы еңелгеһеҙ түгел. Әле өфөләр өйҙә ике тапҡыр еңелде - аҙаҡ Мытищи ҡалаһында ике тапҡыр тамам еңә ала.
       Матчтан һуң мин, шаяртып, баш тренерҙы сәләмләйем:
       - Хәйерһеҙ кис!
       - Хәйерһеҙ кис! - тип шаярта "Салауат Юлаев" командаһы остазы Сергей Михалев. Уның, күрәһең, кәйефе шулай уҡ.
       - Егеттәремде бер нисек тә әрләй алмайым, - ти Михалев. - Бөгөнгө еңелеү - беҙҙең һөжүм серияһының һөҙөмтәһе, беҙ 19 көн эсендә туғыҙ уйын үткәрҙек. Һәм был йәрәхәт эпидемияһын иҫәпкә алғанда. Беҙ егеттәрҙе көрәшкә көйләйбеҙ, "Атлант"та ҙур оҫталар барлығын беләбеҙ. Әммә һөҙөмтәлә дәғүәсе беҙҙең хатаны көттө - ҡаршы һөжүм итеүҙә тотто. Улар "өскә икәү" булғанда икенсе голды индерҙе, ә ике шайбаны отоу еңелдән түгел. "Атлант" уйынсыларының физик хәле күпкә яҡшыраҡ ине. Чемпионаттағы тәнәфес урынлы - уйынсыларҙың күп өлөшө ял итәсәк.
       - Һуңғы минутта нимә булды, Кирилл Кольцов матч-штраф алған ваҡытта?
       - Судъялар исеменә әҙәпһеҙ ҡылынған эш булды.
       - Игорь Щадилов һауығамы?
       - Үкенескә ҡаршы, беҙ уны Германияға операцияға оҙатабыҙ, табибтар әлегә бер ниндәй ҙә күҙаллауҙар бирмәй. Беҙ уны миҙгел аҙағына тиклем күрә алмаҫбыҙ, моғайын...
       Олег Твердовский лайыҡлы уйнаһа ла, әммә уға матчтан һуң аралашыуҙы бөтә команда өсөн аҡланыуҙан башларға тура килә.
       - Өфөләге был уйын ағымдағы йылда һуңғыһы булды. Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, көйәрмәндәр алдында йылды лайыҡлы үткәрә алдығыҙмы?
       - Үкенескә ҡаршы, беҙ еңелдек. Тимәк, бәлки, лайыҡлы үткәрә алмағанбыҙҙыр. Һәм, үкенескә ҡаршы, "Атлант" беҙҙе беҙҙең ñòèëäœ еңде. Ул был осрашыуҙы урынлы үткәрҙе. Минең ҡарашҡа, беҙ был команда менән иғтибарлы уйнарға тейешбеҙ. Сөнки "Атлант" беҙҙең хаталарҙы оҫта ҡуллана. Ә беҙ ни өсөндөр ике осорҙо рациональ уйнаманыҡ. Асылда, ҡунаҡтар командаһы "һуңғы нөктәгә тиклем" беҙҙең хоккейҙа уйнай. Беҙ улар менән уйнарға өйрәнергә тейешбеҙ. Урта зонала насар хоккей уйнаныҡ. Беҙ һаҡсылар артына шайба ырғытманыҡ. Һәм һәр саҡ уны күк һыҙатта юғалттыҡ, бер-бер артлы һөжүмгә ҡаршы тап булдыҡ. Беҙ бөтә уйынды үҙебеҙҙең зонала уйнаныҡ. Әгәр беҙ шайба ташлаһаҡ һәм уйынды позиция һөжүменә күсерһәк, ул ваҡытта тиҙлек тә һәм башҡалар ҙа күренер ине. Ә былай беҙ гел артҡа йүгерҙек. Уйын килеп сыҡманы, сөнки беҙ дөрөҫ уйнаманыҡ. Беҙҙә әле һаҡсылар етешмәй. Минең уйымса, башҡа командаларҙа ла йәрәхәтләнеүселәр бар. Был эшебеҙҙең айырылғыһыҙ өлөшө. Шуға күрә бөтә командаға нисектер рациональ уйнап өйрәнергә кәрәк. Һаҡсыларға һөжүмдә ярҙам итергә...

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал