6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Мәғариф

Башҡорт халҡының шағиры һәм мәғрифәтсе
15.12.08


       Мифтахетдин Аҡмулла - мәғрифәтсе, шағир, философ, педагог, сәсән, кәсепсе. Башҡортостанда был исем менән күп нәмәләр бәйле. Мәғрифәтсенең тыуған яғында, Миәкә районында, Аҡмулла музейы бар. 1989 йылдан беҙҙең республикала күренекле яҙыусыларға, рәссамдарға, композиторҙарға һәм артистарға уның исемендәге премия тапшырыла. Башҡорт дәүләт педагогия университеты уның исемен йөрөтә, ә университеттың төп корпусы алдындағы майҙанда уға һәйкәл ҡуйылған, шулай уҡ юғары уҡыу йортонда шағирҙың исемле стипендиялары булдырылған һәм Аҡмулла уҡыуҙары үткәрелә.
       - Уның исемен Башҡортостанда ғына түгел, әммә Татарстанда ла, Ҡаҙағстанда ла һәм башҡа төрки телле илдәрҙә лә онотмайҙар, - ти филология фәндәре кандидаты, БДПУ-ның башҡорт филологияһы һәм мәҙәниәте кафедраһы доценты Әхәт Вильданов. - Аҡмулла үҙенең педагогик эшмәкәрлегендә аңламай ятлау алымын хупламаған, балаларҙың аңлы үҙләштереүенә ҙур әһәмиәт биргән, быны, иң элек, уларҙың туған телендә генә ғәмәлгә ашырып була. Әгәр ул Башҡортостанда балаларҙы башҡорт телендә уҡытҡан булһа, ә Ҡаҙағстанда балаларҙы ҡаҙаҡ телендә уҡытырға ынтылған.
       Әхәт Вильданов һүҙҙәренә ҡарағанда, башҡорт мәғрифәтсеһе белемде кешене камиллаштырыуға юл сифатында ҡабул иткән. Уның өсөн шәхестең мораль камиллыҡҡа ынтылышы һәм әхлаҡлы ҡылығы тормошта ла, шиғриәттә лә төп критерий булған. Ә Аҡмулланың әҙәби ижады шул ҡәҙәр әһәмиәтле булған, ул әйткән фекерҙәр бөгөн дә актуаль.
       - Халҡына булған һөйөү, уның яҡты һәм бәхетле киләсәге Аҡмулланы илһамландырған, - ти Әхәт Ханнан улы. - Уның ижады һәм тормошо үҙен-үҙе аямай халҡына хеҙмәт иткән сағыу бер ìè¿àë булып тора.
       Башҡортостанда өсөнсө йыл рәттән, Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнө алдынан, мәғрифәтсенең иҫтәлегенә арналған саралар үткәрелә, республика музейҙарында күргәҙмәләр ойошторола, белем биреү учреждениеларында башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән асыҡ дәрестәр, шиғыр конкурстары, семинарҙар, концерттар үткәрелә. Ә Миәкә районы республика фольклор байрамы ойоштора.
       Йыл һайын Аҡмулла көндәрендә үткәрелгән Аҡмулла уҡыуҙары үҙәк ваҡиға булып тора. Улар ғилми-ғәмәли конференция рәүешендә үтә. Унда дәүләт эшмәкәрҙәре, Рәсәйҙән, яҡын һәм сит илдән ғалимдар, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы туған телдәрен өйрәнеүҙә уңышҡа өлгәшкән студенттар ҡатнаша.
       - Халыҡ-ара Мифтахетдин Аҡмулла көндәренең төп маҡсаты - тәжрибә уртаҡлашыу, башҡа илдәрҙең һәм ҡалаларҙың традициялары менән танышыу һәм үҙҙәренең уҡытыусы, педагог, остаз вазифаһына тоғро булғандар өсөн ысын байрам, - ти БДПУ ректоры Раил Әсәҙуллин. - Аҡмулла уҡыуҙарын үткәреү кимәле йылдан-йыл күтәрелә. Был форумда ҡатнашыусы Рәсәйҙең юғары уҡыу йорттары һаны ла арта. Быйылғы Аҡмулла уҡыуҙарында Рәсәйҙең 65 төбәгенән һәм ҡалаһынан, яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙән (Япония, Ҡытай, Һиндостан, АҠШ, Ҡаҙағстан, Тажикстан, Әзербайжан, Дағстан) йөҙҙән ашыу ғалимдың доклады тәҡдим ителде. Баҫмаға өс томлыҡ материалдар әҙерләнде.
       Былар бөтәһе лә мәғрифәтсенең ижади мираҫына һәм тотош мәғариф проблемаларына ҡарата йәмәғәтселектең ҙур ҡыҙыҡһыныуын иҫбатлай.
       - Республика мәғариф тарихында тәрән эҙ ҡалдырған үҙенең бөйөк мәғрифәтсеһен онотмай, - тип билдәләгән БР Президенты Мортаза Рәхимов Аҡмулла уҡыуҙарында ҡатнашыусыларҙы тәбрикләүендә. - Шағир-мәғрифәтсенең ижадын берләштереүсе көс ҙур. Уның әҫәрҙәре, формаһы буйынса милли һәм йөкмәткеһе буйынса интернациональ, Рәсәй халыҡтарының рухи мәҙәниәте хазинаһына инә. Аҡмулла мулла ғаиләһендә тыуып, башҡорт халҡының бөйөк бер улына әүерелде. Уны Ҡаҙағстанäû¾ һәм Төркмәнстанäû¾ икһеҙ-сикһеҙ далаларында ла, Мәрджәни һәм Туҡай төйәгендә лә берҙәй яраталар.
       Мифтахетдин Аҡмулла үҙенең тормошон мәғарифҡа арнай һәм шиғырҙарында халыҡты уҡырға өндәй.
       - Ул белем, ижад яҡтылығына саҡыра, - тиелә Президенттың тәбрикләүендә. - Уның бөтә ижад эшмәкәрлеге юғары гуманизм идеялары, халыҡтың киләсәге тураһында уйҙар менән тулған. Аҡмулланың поэтик мираҫы һәм фекерҙәре бөгөн дә актуаль. Улар гуманизм, ватансылыҡ һәм толерантлыҡ идеялары менән һуғарылған. Уның иң яҡшы әҫәрҙәре башҡорт шиғриәте тарихында лайыҡлы урын биләй.
       Аҡмулла милләт-ара татыулыҡты һәм хеҙмәттәшлекте үҫтереүҙә баһалап бөткөһөҙ өлөш индергән. Ул беренселәрҙән булып мәғрифәтселек идеяһын иғлан итә.
       - Уның ижад нигеҙендә, идея-эстетик ҡараштар - үҙ халҡының яҙмышы өсөн яуаплылыҡ, аң һәм ҡараңғылыҡтың, мәғариф һәм наҙанлыҡтың яраша алмаҫлыҡ хаслығын таныу, - тине БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешев үҙенең сығышында. - Мәғрифәтсенең бөтә ижады дуҫлыҡ, татыулыҡ һәм изгелек рухы менән һуғарылған. Башҡортостан, Мифтахетдин Аҡмулланың аҡыллы кәңәше артынан барған шикелле, халыҡтарҙың дуҫлыҡ һәм туғанлыҡ еренә әүерелде һәм юғары рухи һәм әхлаҡи ҡиммәттәрҙе тергеҙеү, йәмғиәтте тәрән һәм һәр яҡлап яңыртыу шарттарында йәшәй.
       Халыҡ-ара Аҡмулла уҡыуҙарына әҙерлек һәм уны үткәреү буйынса төп эште БДПУ белгестәре алып бара. Университетта хатта үҙаллы ғилми йүнәлеш - "Аҡмулла ғилеме" үҫешә. Перспективала башҡорт филологияһы факультетында "Аҡмулла ғилеме" кафедраһын булдырыу планлаштырыла.
       Бында студенттар инициативаһы буйынса картиналарҙа, шиғырҙарҙа, музыкала һәм документаль фильмдарҙа шағир образын художестволы кәүҙәләндереү буйынса ижади конкурстар үткәрелә.
       - Беҙҙең университетта республика Аҡмулла уҡыу-методика кабинеты мәғрифәтселекте, этнопедагогиканы һәм белем биреү тарихын популярлаштырыу үҙәге булып тора, - ти Раил Әсәҙуллин. - Аҡмулланың уҡытыуҙа "яңы алым" принцибы менән етәкселеп итеп, ғалим-методистарыбыҙ мәктәп һәм юғары уҡыу йорттары практикаһына инновацион белем биреү технологиялары индерә. Беҙ Àºìóëëà ижадында фольклор йолаларын, шағир-мәғрифәтсенең башҡорт милли әҙәбиәтен òûóƒûðûóҙа ролен өйрәнеү буйынса эксперименталь майҙансыҡ булдырҙыҡ. Бөйөк гуманистың ижады үҙенең эсенә ҙур тәрбиәүи потенциал алған, ул уҡытыусыны бай рухлы шәхес итеүҙә булышлыҡ итә.

Елена Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал