6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Тышҡы бәйләнештәр

Башҡортостан менән танышòûðыу
15.12.08


       - Бында ниндәй сара бара? - тип ҡыҙыҡһынды шаҡтай оло бер кеше. Күренеп тора, ул Рәсәй гражданы түгел, русса бик үк белмәй - американ.
       - Бында Башҡоðтостан Республикаһы менән таныштырыу була, - тинеләр уға теркәүҙә.
       - Башҡортостан?
       - Йес, Башҡортостан, Башкирия, Өфө.
       - Йес, йес, Башҡортостан, Өфө, "Салауат Юлаев"!
       Мәскәү ҡунаҡханаһында, республикабыҙҙың презентацияһы үткән көндәрҙә ошондай диалог булды. Был әфәнде осраҡлы үтеп барған. Башҡорт хоккей клубының ҡаҙаныштары менән сит ил кешеләренең дә хәбәрҙар булыуы ҡыуаныслы. Әммә шуныһы үкенесле, илдең иң көслө төбәктәренең береһе - республика тураһында күптәр бер нәмә лә белмәй тиерлек. Башҡорт балы тураһында нимәлер ишеткәндәр, кемдер ҡымыҙ тәмләгән.
       Әммә бал да һәм ҡымыҙ ҙа республика иҡтисадының көсөн тәшкил итмәй. Улар халыҡ-ара контекста республика имиджының матур бер өлөшө генә. Иҡтисадтың реаль секторына индерелгән юғары технологиялы нефть эшкәртеү комплексы, бишенсе быуын авиация двигателдәре, йыһан технологиялары - бына былар менән алдырырға кәрәк. Республика менән таныштырыу нәҡ ошоға арналды.
       Сара Мәскәүҙең иң яҡшы ҡунаҡханаларының береһендә ойошторолдо, ул бер үк ваҡытта баш ҡаланың эшлекле майҙансығы булып тора. Башҡортостан делегацияһын БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, сәнәғәт, инвестиция һәм инновация сәйәсәте министры Юрий Пустовгаров етәкләне. Рәсми кешеләрҙән вице-премьер Салауат Ғүмәров, тышҡы иҡтисади бәйләнештәр, сауҙа һәм эшҡыуарлыҡ министры Борис Колбин, уның урынбаҫары Илдар Әхмәтшин, БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы рәйесе Сергей Ефремов булды. Бизнесты башлыса презентация материалдàры тәҡдим итте. "ОЙО Гео Импульс Интернэшнл" һәм "Русджам-Өфө" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре ҡатнашты.
       Рәсәйҙәге Америка сауҙа палатаһы ағзалары маҡсатҡа ярашлы аудитория булды. Палата башлыса Америка һәм Европаның 800-ҙән ашыу компанияһын берләштерә. Уның маҡсаты - Рәсәйҙә сит ил бизнесы эшен уңайлы итеү, Америка компанияларының Рәсәй партнерҙары менән төрлө яҡлы хеҙмәттәшлеге өсөн шарттар булдырыу. Палата менән Эндри Сомерс етәкселек итә. Әммә ул үҙе презентацияла булманы. Республика менән танышыуҙа уның ³ëêœí вице-президенты Татьяна Рагузина ҡатнашты.
       Презентация түбәндәге форматта үтте: Юрий Пустовгаровтың Татьяна Рагузина менән һөйләшеүҙәре, таныштырыу доклады, "Башҡортостан хеҙмәттәшлеккә саҡыра" фильмы, брифинг, милли тәм-том менән эшлекле аралашыу. Әйтергә кәрәк, башҡорт аштары күптәрҙең күңеленә хуш килде. Рецепт менән дә ҡыҙыҡһыныусылар булды.
       Ғөмүмән, был көндө партнерҙар күп нәмәләр менән ҡыҙыҡһынды.
       - Ҡайһы бер компаниялар бында ниндәйҙер мауыҡтырғыс нәмә ишетеү теләге менән килгәйне, - тине журналистарға Татьяна Рагузина. - Уларға бөтәһе лә ҡыҙыҡ ине. Ҡайһы бер бизнесмен һүҙҙәренә ҡарағанда, уларҙың республикаға күҙҙәре àñûëàí.
       Презентация башланғанға тиклем һөйләшеүҙәрҙә яҡшы сюрприздар булды.
       - Бизнес вәкилдәрен электр энергияһына тарифтар ҡыҙыҡһындыра, - ти Татьяна Рагузина. - Ғөмүмән, был йәһәттән ғәҙәти булмаған хәл килеп тыуа. Беренсенән, американдар баҙарға ирек ҡуйыуҙы тәбрикләмәй булдыра алмай, икенсенән, былай тиҙәр: "Реформаларҙы кисектереп тороғоҙ, улар беҙҙе юҡ итә!"
       Бында һүҙ нимә тураһында, аңлатабыҙ. Энергетикала хаҡтар ебәрелә. Электр энергияһына хаҡтарҙың көтөлгән үҫеүе бизнес тотороҡлолоғона реаль ҡурҡыныс буласаҡ. Башҡортостанда был ирек ҡуйыу ул тиклем киҫкен булмаясаҡ. Сәбәп ябай: "Башкирэнерго" "ЕЭС" Рәсәй акционерҙар йәмғиәте составына инмәгән. Был планда структуралы үҙаллылыҡ беҙгә файҙаға булды.
       - Беҙ үҙебеҙҙең энергия системаһын, уның менән идара итеүҙе тулыһынса һаҡлап ҡалдыҡ, - тине Юрий Пустовгаров. - Ул донъя өлгөһө буйынса эшләнелде.
       Вице-премьер белдереүенсә, тарифтарҙың күтәрелеүе сәнәғәт компанияларына ҡарамай. Тарифтарҙың үҫеүе элек сәнәғәт предприятиелары иҫәбенә субсидияланған, атап әйткәндә, бюджет ойошмаларына ҡағыла. Башҡортостан электр энергияһына иң түбән тарифтар буйынса Рәсәй төбәктәре араһында икенсе урында килә.
       Башҡортостан энергетикаһының инвестиция планында тағы ла бер бәхәсһеҙ конкурентлы өҫтөнлөгө - ирекле ҡеүәттәр. Бының менән иң ҙур проблемалар, әлбиттә, Мәскәүҙә һәм Мәскәү өлкәһендә килеп тыуа. Татьяна Рагузина һүҙҙәренә ҡарағанда, баш ҡалала һәм уның тирә-яҡ территорияһында энергия ҡеүәтенә тоташтырыу ғына йөҙҙәрсә мең долларға төшә. Башҡортостанда ирекле ҡеүәттәр бар. Өфөлә, әлбиттә, ҡатмарлыраҡ, әммә ҡайһы бер райондарҙа энергия селтәрҙәренә тоташтырыу бер ни тормай.
       Энергетика темаһы республика презентацияһында ла дауам итте. Был иң киҫкен проблемаларҙың береһе булып һанала. Инвесторҙàрҙы хуплау тураһында ла күп һөйләнелде.
       - Төбәктә инвесторҙар менән эшләү буйынса аныҡ пландар һәм алымдар бар, - тип һөйләй аҙаҡ Татьяна Рагузина. - Хөкүмәт баҙарға килгән һәр бер сит ил компанияһы менән "берәмләп" эшләй ала. Был мөһим. Беҙ быны сәйәси ярҙам тип атайбыҙ. Бөтә Хөкүмәт компанияларға ярҙам итергә һәм уларҙың тормошон еңеләйтергә, йыш ҡына административ кәртәләрҙе бөтөрөргә йүнәлтелгән булһа - был инвесторҙар өсөн иң яҡшы бүләк. Һәм был төбәк өсөн ҙур плюс.
       "Берәмләп" эшләү льготаларҙа сағылыш таба, улар инвесторҙарға уның проектының Башҡортостан өсөн мөһимлегенә ҡарап бирелә. Хөкүмәт инвесторҙарға ҡарата, республика бюджетына иҫәпләнгән һалымдар буйынса ҡарарҙар ҡабул итә. Кредиттар буйынса процент ставкаһы өлөшө бюджет средстволары иҫәбенә субсидиялана ала. БР Хөкүмәте ҡарамағындағы Эксперт советы тарафынан төрлө дәүләт яҡлауы саралары билдәләнә һәм улар өҫтөнлөклө проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа файҙаланыла.
       Презентацияла ҡатнашыусыларҙың береһе Сан-Францисконан махсус рәүештә Мәскәүгә был сараға килгән. Ул - "Руссарт" компанияһы президенты Дмитрий Грибановский. Ул Башҡортостан вице-премьерына тәҡдимдәр пакеты тапшырҙы. Грибановский журналистар менән әңгәмәһендә тәҡдимдәр асылын асманы, әммә Калифорния губернаторы Арнольд Шварценеггер тарафынан хупланыуын белдерҙе. Аҙаҡ билдәле булыуынса, Америка яғы Калифорнияла Башҡортостан презентацияһын үткәреү тәҡдиме индергән икән.

Эльвира Латипова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал