6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Павлик Морозов кем булған?
15.12.08


       Павлик Морозов. Был исемде белмәгән кеше юҡтыр ул. Әммә кем ул? Павлик Морозов - герой-пионер, ул 1932 йылдың 3 сентябрендә кулактар ҡулынан šœëœê була. Уға 12 декабрҙә 90 йәш ( 1918 йылдың 12 декабрендә тыуған) тулған булыр ине. Ә ул 14 йәшенә лә етә алманы. Павлик Морозовтың исеме Ленин исемендәге Бөтә Союз пионер ойошмаһының Хөрмәт кенәгәһенә тәүгеләрҙән булып индерелде. Яҙыусы Максим Горький үҙенең "Комсомол, алға" тигән мәҡәләһендә былай яҙған:
       "Уның тураһында хәтер һаҡланырға тейеш - был кескәй герой монументҡа лайыҡ, һәм мин ышанам, монумент ҡуйыласаҡ".
       Ваҡыты еткәнсә шулай булды. Ә аҙаҡ Павлик Морозовты үҙенең атаһына "яла яғыусы" тип әйтеүсе кешеләр табылды, ә бала үлтереү - ул ерҙә иң ҙур гонаһ - кеше үлтереүсене аҡларға тәҡдим иттеләр. Дөрөҫ, һуңғы ваҡытта бындай фекерҙәр ишетелмәй тиерлек.
       Беҙ үҙ ҡарашыбыҙҙы көсләп таҡмайбыҙ. Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ: Павлик Морозов кем булған?
       Ул Уралдағы Герасимовка ауылында тыуған. Был ауыл үткән быуат башында тайга һәм һаҙлыҡ араһында барлыҡҡа килгән. Уны Белорусиянан күсеп килеүселәр төҙөгән һәм унда йәшәгән, улар араһында Морозовтар ғаиләһе лә булған. Павликтың атаһы - Трофим Морозов ауыл советы рәйесе итеп һайланған. Кулактар тәьҫиренә эләгә. Ул рәйес булыу менән, йорт хужалығын ташлай. Эсә башлай, ришүәт ала, кулактарға аҡсаға справка (паспортты алмаштыра торған документ) һата. Улар ошо справка менән ҡайҙа теләй шунда барғандар, мөмкин булғанса Совет власына зыян килтергәндәр.
       1931 йылда Павлик ауыл мәктәбенә өсөнсө синыфҡа бара, пионер ойошмаһына инә. Ул ғаиләлә дүртенсе бала, малайҙарҙан иң өлкәне була. Атаһы ғаиләне ташлап, өйҙән киткәс, хужалыҡ эштәрен уға һәм әсәһенә - Татьяна Семеновнаға алып барырға тура килә.
       - Павликка өй эштәре күп төшò³ - тип хәтерләй торған әсәһе. - Ул бөтәһен дә етеҙ һәм яҡшы эшләé èíå. Мәктәптән ҡайтыу менән: "Әсәй, әйҙә утын ярайым, һыу килтерәйем", тиер булған.
       Ауыл советы рәйесе Трофим Морозовтың ышанысты аҡламау тураһындағы имеш-мимеш һүҙҙәр район үҙәгенә барып етә. Милиция тикшерә башлай. Ғәйеп дәлилдәре күп табыла. Әңгәмәгә Павлик Морозовты ла саҡыралар. Әсәһе һәм уҡытыусы алдында һорау алалар. Ул атаһының өйҙә аҡсаға справка биргәнен күрә Һәм Павлик был турала һөйләй һәм судта сығыш яһарға ризалыҡ бирә. Трофим Морозовтың эшендә бәлиғ булмаған шаһиттың күрһәтмәләре хәл иткес роль уйнаған микән? Унан башҡа ла дәлилдәр етерлек булған бит. Әлеге ҡайһы бер "тәнҡитселәр" тарихты үҙгәртеп, үҙен-үҙе яҡлай алмаған малайҙы юҡҡа "яла яғыусы" тип атайҙар. Юристар телендә "яла яғыусы" - йәшерен рәүештә ялған мәғлүмәт биреүсе кеше ул.
       Ауыл советы рәйесенә асыҡ суд була. Унда Павлик сығыш яһай. Ул судъя өсөн бер ниндәй ҙә яңылыҡ әйтмәй. Трофим Морозовтың хәлен киҫкенләштерһә лә, мораль планда ғына - барыбер улы атаһына ҡаршы сығыш яһай.
       Көслө кулак кланының, уға Трофим Морозов ауыл советы рәйесе булараҡ файҙалы ине, ауылдың ярлы өлөшөнә, Трофимдың ҡатыны - Татьяна Семеновнаға һәм уның өлкән улына асыуы килә.
       1932 йылдың 3 сентябре. Ауыл халҡы иртә тора. Мәктәп уҡыусылары дәрескә тиклем урманға еләккә йүгерә. Һәм бына ағалы-энеле Морозовтар - 14 йәшлек Павлик һәм һигеҙ йәшлек Федя өйҙән бер телем икмәк, ике сумка алып, яҡындағы һаҙлыҡҡа ҡыҙыл көртмәле һәм мүк еләге йыйырға китә. Малайҙар был көндө лә, иртәгәһен дә әйләнеп ҡайтмайҙар. Бөтә ауыл уларҙы эҙләргә сыға. Бысаҡ менән яраланған Павлик һәм Федорҙы сытыр-сатыр аҫтында табып алалар. Аҙаҡ үлтереүселәрҙе табалар, улар үҙҙәренең ғәйебен таный. 1932 йылдың ноябрендә дүрт кеше хөкөм ителеүселәр эскәмйәһенә ултыра: Сергей ҡарт, Ксения инәй, Данила Морозов һәм кулак Арсений Кулуканов.
       Данила Морозов судта һөйләй: "Беҙ Павлик менән Федяның эҙе буйынса киттек. Кулуканов элек әйтә ине: "Уларҙы үлтерергә кәрәк. Бына һиңә утыҙ һум. Сергей ҡарт ярҙам итер. Мин Павлик янына йүгереп килдем дә, уң ҡулымда бысаҡ ине, уның эсенә сәнстем, ул мине таныны: "Федя, йүгер, ҡас!" тип ҡысҡырҙы. Ә уны, Федяны, ҡарт тотҡан ине..."
       Юҡ, Павлик Морозовтың һуңғы уйы үҙе тураһында түгел ине, ә 8 йәшлек ҡустыһы тураһында ине, - ысҡынһын, ҡотолһон ғына ине!
       Малайҙарҙың береһе лә ҡотола алмай.
       Павлик Морозов туғандарының артабанғы яҙмышы тураһында. Уларҙың әсәһе был ҡайғыны ауыр кисерә. Уның яҙмышында Надежда Константиновна Крупская әүҙем ҡатнаша. Ул Татьяна Семеновнаны үҙенә саҡыра, Ҡырымға дауаланыу өсөн путевка алырға һәм персональ пенсия алыуҙа ярҙам күрһәтә. Алупкала фатир алыуҙа булышлыҡ итә.
       Татьяна Семеновнаның улы Алексей Бөйөк Ватан һуғышында летчик була. Кесе улы - Роман 14 йәшендә партизанлыҡҡа китә, Украинала һәләк була. Татьяна Семеновна ауыр осорҙа үҙе Севостополдә окоптар ҡаҙый, яралыларҙы бәйләй... Ул өфөләр менән, атап әйткәндә, тыуған яҡты өйрәнеүсе Георгий Базекин менән хатлашып тора.
       1956 йылдың ноябрендә Дим районы урамына Павлик Морозовтың исеме бирелә. Яңауылда уға һәйкәл ҡуйылған.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал