6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Даталар

Рәсәй граждандары, һеҙгә!
12.12.08


       Бөгөн Рәсәй халҡы Конституция көнөн билдәләй. Әле күптән түгел 12 декабрь рәсми рәүештә ял көнө тип иҫәпләнә ине. Әммә 2004 йылда Дәүләт Думаһы РФ Хеҙмәт кодексына Рәсәйҙең байрам календарын үҙгәрткән төҙәтмәләр ҡабул итте. Конституция көнө хәҙер ял көнө тип иҫәпләнмәй. Рәсәй халҡы был көндө эштә үткәрә, әммә был датаны урап үтеү мөмкин түгел. Бөгөн Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы ҡабул ителеүгә 15 йыл була.
       Рәсәй Федерацияһының хәҙерге Конституцияһы 1993 йылдың 12 декабрендә ҡабул ителә. Унан алда 1918 йылда РСФСР Конституцияһы һәм 1924 йылда СССР-ҙың беренсе Конституцияһы ҡабул ителә. Аҙаҡ уларға 1936 йылда ҡабул ителгән һәм 1977 йылдағы "туҡтап ҡалған" Конституция, ул Советтар Союзы тарҡалғанға тиклем ғәмәлдә булды, алмашҡа килде.
       Конституция - Рәсәйҙең хоҡуҡи системаһы нигеҙе, ул башҡа ҡануниәттәрҙең мәғәнәһен һәм эстәлеген билдәләй. Был законды илдең һәр гражданы белергә тейеш, сөнки ҡануниәттәрҙе белеү һәм дөрөҫ ҡулланыу - мәҙәниәтле тормоштоң нормаһы. Әммә, йөрәккә ҡулығыҙҙы һалып, әйтегеҙ, - һеҙ Конституцияны уҡынығыҙмы, уның төп положениеларын беләһегеҙме? Әүҙем һәм үрнәк булырлыҡ граждан да был һорауға ыңғай яуап бирмәҫ, моғайын.
       Белемебеҙҙең етешһеҙлектәрен бөтөрөү өсөн, беҙ БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың Урындағы үҙидара һәм йәмәғәт берекмәләре буйынса комитеты рәйесе, юридик фәндәр докторы, профессор Зөфәр Еникеев менән әңгәмә ҡорабыҙ. Ул хәҙерге Конституцияға баһа бирҙе.
       - Рәсәй Федерацияһының 1993 йылда ҡабул ителгән Конституцияһы, уға бөтә халыҡ тауыш бирҙе, ул - бөтә дәүләттең нигеҙе. Ул "үҙгәртеп ҡороу" йылдарында уҡ башланған демократик үҙгәрештәрҙе үҙ эсенә тупланы, - ти Зөфәр Ирғәле улы. - Рәсәй, 1990 йылдың 12 июнендә Рәсәй Федерацияһының Дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул ителгәндән һуң, хоҡуҡи демократик федераль дәүләт сифатында үҫешә башланы. Хәҙерге шарттарҙа быға етди иғтибар бүлеү мөһим. Һәм был Рәсәй Федерацияһы Конституцияһының 1-се статьяһында сағыла. "Хоҡуҡи дәүләт" төшөнсәһе нимә аңлата һуң? Был, иң элек, дәүләттең бер-береһенә буйһонмаған өс тармағы - закондар сығарыу, башҡарыусы һәм суд. Әммә á僃œ РФ Президенты властың өс тармағы өҫтөнœ ºóéûëàí. Был минең генә фекерем түгел, әммә башҡа хоҡуҡ белгестәренең дә фекере. Бындай хәл ҡайһы бер осраҡтарҙа "тыйыу һәм ҡаршы тороу системаларының" баш тартыуына килтереүе бар, һәм беҙҙең демократик ҡаҙаныштарҙы юғалтыуыбыҙ бар. Төп Законды эшләүселәрҙең береһе Сергей Шахрай çàìàíûíäà былай тине: "Конституция - ул ҙур таш киҫәге түгел. Ул, йәмғиәтте демократлаштырыуҙы иҫәпкә алып, үҙгәрәсәк". Әммә шул уҡ ваҡытта әйтергә кәрәк, әлегә беҙ был процесты күрмәйбеҙ, сөнки президентҡа һуңғы йылдарҙа, 1993 йылдағы Конституцияла билдәләнгәнгә ҡарағанда, ҙурыраҡ вәкәләттәр бирелгән.
       Нимә ул демократик дәүләт? - Зөфәр Ирғәле улы дауам итә. - Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, "демократия" һүҙе "demos" - халыҡ һәм "kratos" - власть һүҙенән килеп сыҡҡан. Социализм осоронда КПСС социалистик демократияíû иң юғары демократия тип таныíы. Либераль демократик партия, иң элек, төп халыҡты ихтирам итеүгә нигеҙләнһә лә, билдәһеҙ демократик либераль партия лидеры ºàñàíäûð үҙҙәренең ксенофобик һүҙҙәре менән данланды. Шуға күрә демократияны арифметик күпселек сифатында күреү кәрәкмәй. Ҡай саҡ күпселек тә халана. 1933 йылда Гитлерҙың демократик һайлауҙар һөҙөмтәһендә власҡа килеүен оноторға ярамай.
       Демократия - сәйәси режим, ул халыҡ таныуында властың сығанаҡтарынан нигеҙләнгән. Демократия институттары хоҡуҡи дәүләттә тулы үҫеш ала. Демократияның төп билдәләре:
       1. Халыҡ власы;
       2. Идара итеүселәрҙең берҙәмлегендә нигеҙләнгән хөкүмәт;
       3. Күпселек ҡағиҙәһе һәм әҙселек хоҡуҡтары;
       4. Закон алдында бөтәһенең дә тигеҙлеге;
       5. Кешенең төп хоҡуҡтарының гарантиялары;
       6. Ирекле һәм ғәҙел һайлауҙар;
       7. Суд эштәрен ғәҙел алып барыу;
       8. Хөкүмәттәрҙе конституцион сикләүҙәр;
       9. Социаль, иҡтисади һәм сәйәси плюрализм;
       10. Демократия шарттарында кешеләр араһында үҙ-ара мөнәсәбәттәр өсөн хас булған түҙемлек, прагматизм, хеҙмәттәшлек, компромисс кеүек һыҙаттар.
       Нимә ул федерация? Федератив дәүләт унитар дәүләттән нимә менән айырыла? Федерация ("foederatio" - берләшмә, союз) - ул, ябайлаштырып, билдәле бер сәйәси үҙаллылыҡҡа эйә булған дәүләт берәмектәре союзы. Федерализм үҙенсәлеге шунда, ул властың төрлө кимәлдәре араһында власть вәкәләттәрен вертикаль бүлеүҙе ҡарай. Федерацияның һәр субъекты үҙ вәкәләттәренә эйә. Бының өсөн уларҙың үҙ бюджеты бар. Беҙҙә әлегә бюджет федерализмы юҡ, сөнки һалымдарҙың күп өлөшө федераль үҙәккә китә. Һөҙөмтәлә төбәктәр ярлылана.
       Конституция Рәсәй Федерацияһын донъяуи дәүләт кеүек билдәләй. "Донъяуи" төшөнсәһе дәүләттең дингә ҡарата мөнәсәбәтен сағылдыра. Ниндәй ҙœ áóëšà áåð рәсми, дәүләт динå булмаған дәүләтте донъяуи тип һанап була һәм óíäà дин ғилеменең береһе лә мотлаҡ һәм иң яҡшыһы тип табылмай. Шуға күрә донъяуи власҡа бер ниндәй ҙә конфессияның өҫтөнлөк алмауы һәм ҡыҫылмауы өҫтөндә күҙәтергә кәрәк. Үкенескә ҡаршы, беҙ ҡай саҡта бындай уҡталыуҙарҙы күҙәтәбеҙ... Әгәр ислам Рәсәй субъекттарында, миҫал өсөн, Башҡортостанда йәки Татарстанда, дәүләт власына ҡыҫылһа, был христиан халҡы араһында ҡәнәғәтһеҙлек тыуҙыра. Һәм киреһенсә, әгәр православие ҡыҫыла ҡалһа, ул саҡта мосолмандар ризаһыҙлыҡ күрһәтәсәк.
       Конституция Рәсәй Федерацияһын социаль дәүләт тип тә иғлан итә. Бында дәүләт сәйәсәтенең төп ике бурысын күҙ уңында тоторға кәрәк. Уның беренсеһе лайыҡлы тормошто һәм кешенең ирекле үҫешен тәьмин итеү өсөн шарттар булдырыуҙан ғибәрәт. Ул - кешеләрҙең хеҙмәтен һәм һаулығын һаҡлау, эш хаҡының тейешле минималь размерын булдырыу. Дәүләттең икенсе төп бурысы - социаль планда көсһөҙ яҡланған халыҡ ҡатламына - балаларға, инвалидтарға һәм өлкән граждандарға, яңғыҙ әсәләргә ярҙам күрһәтеү. Социаль хеҙмәттәрҙең системаларын үҫтереү, дәүләт пенсиялары, пособиелар һәм башҡа социаль яҡлау гарантиялары булдырыу планлаштырыла.
       Беҙҙә кешеләрҙең килеме йәшәү минимумынан түбән булырға тейеш түгел. Миҫал өсөн, инглиз халҡы үткән быуат башында шундай һығымтаға килгән: улар бөйөк милләт, һәм шуға күрә улар араһында ярлылар, йортһоҙҙар һәм хатта насар шарттарҙа йәшәүселәр булырға тейеш түгел. Шуға күрә улар фәҡирлек менән көрәшә һәм күпкә ирешә... Был планда беҙгә үҫергә лә, үҫергә.
       Беҙ ҡасан фәҡирлекте еңәбеҙ һәм граждандарҙың бөтә категориялары өсөн имен тормош шарттары булдырабыҙ, ул ваҡытта: "Беҙҙә иң яҡшы Конституция", тип ғорурлыҡ менән әйтә алабыҙ.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал