6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Йондоҙҙар порталы

ßпонèÿ ìàøèíàëàðû òóðàšûíäà хыялäàð
12.12.08


       Күптән түгел "Ранеткалар" төркөмө Өфөлә бер юлы ике концерт бирҙе. Унда биш йәш ҡыҙ сығыш яһай. Уларҙың ижадын хөрмәтләүселәр Дәүләт циркы бинаһын баҫып алды тиерлек. Күрәһең, "Ранеткалар" төркөмөнә һәйбәт гонорар түләгәндәрҙер, 10 йәштән өлкән булған малайҙар һәм ҡыҙҙарҙы иҫәпкә алғанда, уларҙың ата-әсәһе билет өсөн аҙ сумма бирмәгән. Шулай итеп, "Ранеткалар" һүрәте менән көтөп алынған билет, ул беренсе рәт урындары, ойоштороусылар тарафынан 1800 һум менән баһаланды. Бөтә билеттар ҙа һатылған. "Алыпһатарҙар" ҙа цирк эргәһендә әүҙем эшләне. Мин, моғайын, бындай күренешкә беренсе тапҡыр юлыҡтым, концертҡа килеүселәр лә әүҙемлек күрһәтеп, һә тигәнсе билеттарҙы алып бөттө. Ҡул көсө ҡулланыусылар ҙа булды шикелле...
       Һәм, ниһайәт, бөтәһе лә үҙ урындарына ултырҙы, һәм концерт башланды. Зал: "Лера! Лера!" тип ҡысҡыра башланы. Дөрөҫ, Лера, ул күптән түгел төркөм составынан сыҡҡан, манежда булманы. Уның урынына сәхнәгә тәбәнәк буйлы (берәүһенән башҡа) һәм үтә ябыҡ биш ҡыҙ йүгереп сыҡты: Аня, Женя, Нюта, Лена һәм Наташа. Аңлашыла, бындай эштә артыҡ һимереп булмай - "Ранеткаëàð"ƒың ҡышҡы туры 18 ҡалаға иҫәпләнгән, шуға ла төркөм алдында уны 18 көн эсендә урап сығыу маҡсаты тора. "Ранеткалар" көнөнә бер түгел, ә ике концерт бирергә тейеш.
       Әйтергә кәрәк, был төркөм фонограммаһыҙ йырлай. "Ранеткалар"ƒа бөтәһе лә, Наташанан башҡа, йырлай, ул был ваҡытта тоташтырылмаған гитараһы менән манеж буйынса йүгергеләп йөрөнө. Минең ҡарауға, йырҙы музыкаль яҡтан оҙатыу яңғырауыҡлы булды, шуға ла ҡыҙҙарҙың тауышы көсһөҙ һәм аңлайышһыҙ булып күренде. Әммә "Ранеткалар", булдыра алғанса, тырышты, алған гонорарҙы эш менән ҡапланы. Ҡыҙҙар көстәрен һәм тарамыштарын йәлләмәне, гитараларын алға эйеп òîòîï, барабан таяҡтары менән залдағыларҙы был тамашаға саҡырып, арена буйынса йүгергеләне. "Ранеткалар" бер нисә тапҡыр микрофонға: "Өфө - иң рәхмәтле ҡала!", "Һеҙ иң яҡшылары!" тип ҡысҡырҙы. Ҡыҙҙар тамашасыларға үҙҙәренең ҡыҙғылт һары таҫтамалын, ал төҫ менән "Ранеткалар" тип яҙылған ҡара футболкаларын һәм бэйджиктарын ырғытты. Уларҙы эләктереүҙә йәш фанаттар бер аҙ уҫмаҡлашып алды. Залдағылар геү килде, "Ранеткалар"ҙû ишетмәй тиерлек, ниндәй йыр башҡарыуына аҙ иғтибар бүлде. Бөтәһе лә, моғайын, былай ҙа һүҙҙәрен беләләрҙер...
       Ҡыҫҡаһы, концерт шәп үтте. Поп-рок-квинтет үҙенең бөтә репертуарын, ул "Беҙ - ранеткалар", "Алиса, бай-бай", "Кадеттар", "Мөхәббәт-өмөт", "Мине ярат", "Мөхәббәт чемпиондары" тибындағы йырҙарҙан тора, башҡарыуына ҡарамаҫтан, тамашасылар китергә ашыҡманы. Сығарырға тура килде. Ә тышта яңы төркөм көтә, улар әлегә тиклем эскә индермәүҙәренә асыу белдерә ине шикелле...
       "Ранеткалар"ҙы эстә журналистар һырып алғайны, шуға күрә тышта көткән кешеләрҙе эскә индерергә ашыҡманылар.
       - Һеҙ Өфөнө күрә алдығыҙмы?
       Аня:
       - Юҡ, үкенескә ҡаршы, өлгөрмәнек, сөнки беҙ төнөн килдек һәм йоҡларға яттыҡ. Иртән торғас, концертҡа йыйындыҡ. Өфөнө вокзалға барғанда, бәлки, ҡарай алырбыҙ...
       - 3 декабрҙән 21-енә тиклем, ҡышҡы тур сиктәрендә, һеҙ 18 ҡаланы урап сығырға тейеш - ауыр һәм йонсотҡос шөғөл. Ҡайҙа һәм нисек көс туплайһығыҙ?
       Женя:
       - Реабилитация үҙәгендә! (көлә). Шуны әйтер инем - был ауыр эш түгел, беҙҙең өсөн - ул байрам. Был гастролдәрҙе беҙ оҙаҡ көттөк бит.
       - Өфөлә һеҙҙе нисек ҡаршыланылар? Һеҙ тамашасылар менән ҡәнәғәтме?
       Женя:
       - Эйе, ҡәнәғәтбеҙ. Тамашасылар беренсе йыр башланыу менән ҡулын күтәрҙе, бейергә төштө, асылда, беҙгә бер ниҙә эшләргә тура килмәне...
       - Ниндәй музыка стилдәрен яратаһығыҙ?
       Аня:
       - Беҙ бөтәһен дә яратабыҙ - рок музыканы ла, рэпты ла.
       Лена:
       - Ә мин, мәҫәлән, "Баста"ны һәм "Каста"ны тыңларға яратам...
       - Һеҙ үҙегеҙҙе ҡасан музыкант тип танынығыҙ?
       Аня:
       - Миңә ҡалһа, музыкант булып булмай, ә музыкант булып тыуалар. Беҙҙең һәр ҡайһыбыҙ, моғайын, өс йәшендә үк ултырғысҡа баҫып, ата-әсәһе алдында йырлағандыр...
       Лена:
       - Ысынлап та! Мин ҡай саҡ үҙемдең бала саҡтағы видеоны ҡарайым һәм күрәм, ниндәйҙер буш шешәне ҡулыма алам һәм унда, гитарала уйнаған кеүек, "дыңғырлатып" ҡуям, һәм, өҫтәүенә, Бритни Спирстың йырын йырлайым - кәмит!
       - Бала саҡта кем булырға хыяллана инегеҙ?
       Женя:
       - Мин сноуборд буйынса олимпия чемпионы булырға хыялландым, асылда, мин әле лә уның менән шөғөлләнәм.
       Лена:
       - Ә мин башта психолог булырға хыяллана инем, һуңынан - ветеринар, аҙаҡ тормошомда футбол беренсе урынға сыҡты.
       - "Ранеткаëàð" сериалы героинялары һеҙгә оҡшағанмы?
       Аня:
       - Юҡ. Сөнки, миҫал өсөн, "сериалдағы" Женя һәм "реаль" Женя - бөтөнләй башҡа кешеләр. Сериал өсөн башта беҙҙең исемде яҙҙылар, һәм әле генә беҙҙең героиняларыбыҙ беҙгә оҡшай башланы.
       - Уҡыу, ижад, гастролдәр... Һеҙ нисек бер үк ваҡытта алып бараһығыҙ?
       Женя:
       - Ауыр, әммә өлгөрөп була. Тырышабыҙ. Ғөмүмән, 2009 йылдың 4 апрелендә үҙебеҙҙең икенсе альбомды сûғàрасаҡбыҙ. Әле беҙ яңы концерт программаһы әҙерләйбеҙ, яңы турҙар ойошторабыƒ һәм, бәлки, яҙын һеҙгә тағы ла килербеҙ.
       - Ун йылдан һуң үҙегеҙҙе нисек күҙ алдына килтерәһегеҙ?
       Лена:
       - Бер ниҙә үҙгәрмәҫ, бәлки, тик бер аҙ үҫербеҙ...
       - Вокал дәрестәре алаһығыҙмы?
       Аня:
       - Юҡ, беҙ практикала бөтәһенә лә өйрәнәбеҙ. Гастролдәр, "тере" сығыштар - донъяла иң яҡшы мәктәп.
       - Беренсе гонорарҙан ата-әсәләрегеҙгә нимә һатып алдығыҙ?
       Женя:
       - Ҡыҙҙар, ә беҙ уларға, ғөмүмән, берәй әйбер алдыҡмы? (көлә). Юҡ, ғәмәлгә килгәндә, беҙ ата-әсәләргә һәр саҡ ярҙам итеп торабыҙ, беренсе гонорарҙан ғына түгел, бөтәһенән дә тиерлек, бүләк алабыҙ, сөнки ата-әсә - ул беҙҙең бөтәһе лә!
       - Эшләп тапҡан аҡсағыҙҙы нисек тотонаһығыҙ?
       Женя:
       - Нисек, нисек...Тәмәкегә, һыраға. Шаяртыу!
       Лена:
       - Мин үҙем, мәҫәлән, машинаға йыям. Œëå "Íèññàí Êàøêàé" òóðàšûíäà õûÿëëàíàì, œììœ õœƒåð㜠õœë èòìœãœíìåí, áœëêè, êèðå óéëàðìûí, ñ³íêè ê¼ïòœí ò¼ãåë "Ìàçä 3" òóðàšûíäà õûÿëëàíà èíåì...
       - Яңы йылға ниндәй бүләк көтәһегеҙ?
       Женя:
       - Минең уйымса, миндә бөтә нәмә лә бар, шуға күрә бер нәмә лә кәрәкмәй.
       - Йәш артистарға нимә теләр инегеҙ?
       Женя:
       - Беҙҙә репетиция залындағы ишектә бик яҡшы әйтем эленгән: "Бүренән ҡурҡһаң - урманға йөрөмә". Йәштәр үҙҙәрен һынап ҡараһындар һәм хаталаныуҙан ҡурҡмаһындар ине. Кем баҙнат итмәй, шул шампан шарабы эсмәй, тип юҡҡа әйтмәйҙәр бит!

Галина Бахшиева.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал