6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Социаль яҡлау

Бәхеткә асҡыс
11.12.08


       Бөгөнгө көндә бушлай фатир алып буламы? Күптәр өсөн, иң элек, был реаль күренмәҫ. Әммә беҙҙең республикала йыл һайын ундарса ғаилә бындай бәхеткә эйә була. Һәм был Башҡортостанда күп йылдар дауамында үткәрелгән социаль сәйәсәт ярҙамында ғәмәлгә ашырыла.
       - Беҙҙең республикала, башҡа төбәктәр менән сағыштырғанда, күп балалы, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә, етем балаларға ҙур ярҙам күрһәтелә, - тине Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов. - Ғаиләне, әсәлекте, атайлыҡты һәм балалыҡты šœð яҡлап яҡлау - Башҡортостанда дәүләт сәйәсәтенең өҫтөнлөклө йүнәлеше. Йыл һайын беҙ тиҫòœләгән заманса белем биреү һәм медицина учреждениеларын, физкультура-һауыҡтырыу үҙәктәрен сафҡа индерәбеҙ. Бынан тыш, республикала ғаиләгә социаль ярҙам күрһәтеүҙә өҫтәмә формалар тормошҡа ашырыла: аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙең балаларына ай һайын пособиелар, күп балалы ғаиләләр өсөн льготалар, адреслы социаль ярҙам, күп балалы ғаиләләргә президент пособиеларын түләү.
       Мортаза Ғөбәйҙулла улы билдәләүенсә, Башҡортостан - 1998 йылда "Әсәлек даны" миҙалы тергеҙелгән Рәсәйҙең тәүге төбәге.
       - Республикала әсә-ҡатын-ҡыҙ статусын күтәрҙек, - тине Президент. - Бөгөнгө көндә күп балàлы 4,5 мең әсә "Әсәлек даны" миҙалы менән наградланған. Республикала туғыҙ һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән ғаиләләргә бүләккә микроавтобус тапшырыла. Беҙ хәҙер һигеҙ бала тәрбиәләгән ғаиләләргә автобус бирергә планлаштырабыҙ.
       Күп балалы ғаиләләр ағымдағы йылда Хөкүмәт яғынан айырыуса ярҙам күрҙе. 2008 йыл республика Президенты Указы менән Башҡортостанда Ғаиләгә социаль ярҙам йылы тип иғлан ителде. Һәм был осраҡлы түгел, билдәле булыуынса, БР закондарында ғаиләгә социаль ярҙам күрһәтеүҙә һәр саҡ айырым урын бирелә.
       Республикала балалы ғаиләләрҙе яҡлауға йүнәлтелгән закондар ғәмәлдә: "Башҡортостан Республикаһында күп балалы ғаиләләрҙе дәүләт яҡлауы тураһында", "Башҡортостан Республикаһында бала хоҡуҡтарының төп гарантиялары тураһында", "Башҡортостан Республикаһында балаға ай һайын пособие тураһында", "Башҡортостан Республикаһында йәш ғаиләләрҙе дәүләт яҡлауы тураһында". Уларҙың ҡайһы берҙәре тик беҙҙең республикала ғына эшләй. Башҡортостан Рәсәй төбәктәре араһында "Башҡортостан Республикаһында ғаиләне, әсәлекте, атайлыҡты һәм балалыҡты яҡлау тураһында" закон ҡабул иткән тәүге төбәк һанала.
       Республикала, закондарҙан тыш, "Әсә һәм бала", "Башҡортостан йәштәре", "Башҡортостан Республикаһы балалары" һәм башҡа Президент программалары тормошҡа ашырыла. Ауырлы ҡатындарҙы һәм балаларҙы яҡлау буйынса йыл һайын төрлө-төрлө саралар үткәрелә. Миҫал өсөн, әсәләргә 2001 йылдан алып, бала табыу йортонан сыҡҡан ваҡытта, яңы тыуған сабыйҙар өсөн бүләк йыйылмаһы тапшырыла.
       Ғаиләне һәм ғаилә йолаларын тергеҙеү өсөн күп эшләнелә. Шулай итеп, 2003 йылдан алып, 50 йыл һәм унан күберәк бергә ғүмер иткән ғаиләләр рәсми рәүештә тәбрикләнә.
       Һәм, әлбиттә, республикала торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж булған ғаиләләргә айырыуса иғтибар бүленә.
       - Беҙ күптән түгел Туймазының күп балалы, инвалид балаšû áóëàí ғаиләләр㜠һәм етем балаларға фатир асҡыстары тапшырҙыҡ, - тине Мортаза Рәхимов. - Һәм быға оҡшаш саралар һәр районда үтә. Беҙ торлаҡҡа мохтаж булған кешеләргә ҡулдан килгәнсә ярҙам итәбеҙ.
       Өфөлә Ғаиләгә социаль ярҙам йылына арналған тантаналы йыйылыш үтте. Унда баш ҡаланың күп балалы 18 ғаиләһенә һәм элек Өфөнөң балалар йорттарында тәрбиәләнгән 8 кешегә фатир асҡыстары тапшырылды.
       - Өй туйлаусыларға мин һәр саҡ ҙур шатлыҡ менән асҡыс тапшырам, - тине Президент. - Әммә ҡулдарына асҡыс алыусыларға икеләтә ҡыуаныслы.
       Өй туйлаусылар бөтәһе лә бәхетле ине, улар республика етәкселегенә рәхмәт һүҙҙәрен белдерҙе. Улар өсөн Ғаиләгә социаль ярҙам йылы ысынлап та øàòëûº килтерҙе, фатирлы булыу - ул ҙур бәхет бит.
       Күп балалы ғаиләләр исеменән рәхмәт һүҙен Вакульскийҙар ғаиләһе әйтте:
       - Бөгөн - беҙҙең ғаиләлә иң бәхетле көн. Күңелебеҙ шатлыҡ менән тулы, әммә уны һүҙ менән генә аңлатып булмай. Президент һәм мэр ҡулынан фатир асҡысы алыу - икеләтә шатлыҡ. Иғтибарығыҙ һәм ярҙамығыҙ өсөн ҙур рәхмәт.
       Отилия Плуманова элек Өфөнөң балалар йорттарында тәрбиәләнеүселәр исеменән сығыш яһаны:
       - Яҙмыш ҡушыуы буйынса беҙ ата-әсәһеҙ ҡалдыҡ. Беҙҙе тәрбиәләүҙә бөтә яуаплылыҡ дәүләт иңдәренә төштө. Балалар йорто беҙҙең йортобоҙ булды. Һәм беҙ үҙ тыуған оябыҙ тураһында һәр саҡ хыяллана инек. Бөгөн беҙҙең хыял тормошҡа ашты. Һәм мин һеҙҙе ышандырам, беҙҙең балаларыбыҙ бер ҡасан да етем тормошто татымаясаҡ. Сөнки уларҙың йылы тыуған йорто һәм әсә хәстәре бар.

Елена Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал