6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Уҡытыусы Михляевтың батырлыҡ дәрестәре
11.12.08


       Миңә ҡасандыр Дыуан районында командировкала булырға тура килде. Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты заданиеһы буйынса Советтар Союзы Геройы һәм уға бәйле иҫтәлекле урындар тураһында материалдар йыйҙыҡ.
       Дыуан ауылында юл урта мәктәпкә алып килде, ул ваҡытта Советтар Союзы Геройы Степан Андреевич Михляев мәктәп директоры булған. Беҙ барғанда ул мәктәп музейында ине, шуға күрә һөйләшеү мәғәнәле булды. Баҡһаң, Дыуан районында күп тә түгел, әҙ ҙә түгел, алты Советтар Союзы Геройы бар. Килешегеҙ, алыҫ район өсөн был ҙур һан.
       Степан Андреевич бөтәһенең дә фамилияһын атаны: Александр Гордеев, Алексей Пашков, Анатолий Сафонов, Сергей Черепахин, Александр Чухарев. Геройҙарҙың музейҙа һаҡланған фотографияларын, документтарын һәм әйберҙәрен күрһәтте. Улар бөтәһе лә күп балалы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған, биографиялары оҡшаш. Директор менән Мәктәп урамына сыҡтыҡ. Ә унда мәктәпте тамамлаусы, Советтар Союзы Геройы Анатолий Георгиевич Сафоновҡа һәйкәл. Ул уҡыусылар йыйған средстволар иҫәбенә ҡуйылған.
       Беҙҙе, Степан Андреевич аҙ һүҙле, үҙе тураһында күп һөйләмәйәсәк, тип иҫкәрттеләр. Директор кабинетында ул 1919 йылдың 10 декабрендә Дыуанда крәҫтиән ғаиләһендә тыуыуы тураһында һөйләне. Ғаиләлә ун өс бала булған. Степан сибек бала була, һәм күптәр, ул үлер, тип уйлай, һәм оҙаҡ ваҡыт уға тыуыу тураһында таныҡлыҡ бирмәйҙәр. Әммә ул иҫән ҡала һәм әсәһе Пелагея Кузьминична ярҙамында тормош ҡаршыһына атлай. Атаһы округта күренекле көршәксе була, ғаиләне тәьмин итеү өсөн аҡса таба. Уның башҡаға ваҡыты ла, хәле лә ҡалмай.
       Степан ете йыллыҡ мәктәпте тамамлай һәм әсәһенең кәңәше буйынса Мәсәғүт ауылындағы педагогия училищеһына юл ала. Ул уҡырға инә, тамамлай. Күпмелер ваҡыт Әлшәй районында уҡытыусы булып эшләй. 1939 йылда ул Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла. Алыҫ Көнсығышта хеҙмәт итә, летчик булырға хыяллана. Бөйөк Ватан һуғышы башлана.
       Һәм Степан Андреевич ул ваҡытта ошо урында һөйләшеүҙе тамамлай. Бөйөк Ватан һуғышында уның ҡатнашыуы хаҡында аҙ яҡтыртылыуына зарланып ҡуйҙы. Ысынлап та, шулай. Журналист Федор Колягиндың "Ут миңә табан" тигән ҙур булмаған очерк ҡына бар. Мәктәп музейы материалдары, фронт йылдарының яңы документтары, яҡташтарының хәтирәләре Советтар Союзы Геройы С.А. Михляевтың хәрби биографияһын ниндәйҙер кимәлдә булдырыуҙа булышлыҡ итте.
       1941 йылдың 15 сентябрендә Степан Михляев фронтҡа алына. Һуғышты ул кесе политрук дәрәжәһендә артиллерия полкы комсоргы булып башлай. 132-се уҡсылар дивизияһының 425-се артиллерия полкы ауыр һәм ныҡышмалы һуғыштан һуң дошмандар ҡамауында ҡала. Дошман яугирҙарҙы тотҡонлоҡҡа алырға тырыша.
       Ул осорҙа политрук Михляевтың ролен яңынан баһалау ауыр. Œммә яугирҙар ныҡ тора. Октябрь айының бер көнөндә улар дошман ҡулсаһын өҙә.
       Аҙаҡ, ауыл уҡытыусыһы хәрби командир булғас, артиллерия дивизионы менән командалыҡ иткәс, нимә булғандыр?
       Ауыр булған, фашистар менән ауыр һуғыш.
       1944 йылдың яҙында гитлер командованиеһы Украинаның Броды ҡалаһынан алыҫ түгел ҡаршы һөжүм итергә ҡарар итә. Дошмандың күп һанлы танкылары беҙҙең позицияға ташлана. Дивизияның элекке командиры Советтар Союзы Геройы Г.И. Вехин яҙҙы:
       "Мин һеҙҙең таһыллыҡты Броды янында, дошман танкылары, беҙҙең оборонаны өҙөп, корпус штабына ынтылған ваҡытта беренсе тапҡыр белдем. Мин һуғыштың ҡыҙыу барған урынынан сығып, беҙҙең позицияларға атта саптырып килеп еттем, 90 градусҡа боролорға һәм дошмандың һөжүмен өҙөргә приказ бирҙем. Был оҫталарса башҡарылды..."
       Броды ҡалаһынан алыҫ түгел ерҙә майор Михляев тағы бер батырлыҡ күрһәтте, күрәһең, дивизия командиры хәтерҙән сығарған. Гитлерсылар бейеклеккә ҡаршы һөжүмгә күсә, унда дивизия командиры Михляевтың күҙәтеү пункты урынлашҡан була. Өҫтөнлөклө дошманға ҡаршы тороу мөмкин булмай. Командир блиндаждарҙа ышаныслы йәшеренергә бойора һәм беҙҙең батареяның утын үҙ өҫтөнә ала. Майор Михляев та, һәм уның артиллерист дуҫтары ла иҫән ҡала. Ә 80-дән ашыу гитлерсы был бейеклектә ятып ҡала.
       Михляевсылар Берлинды яулау тураһында хыяллана. Әммә алда Польша ерендә - Висла йылғаһы, һәм уны аша сығырға кәрәк була. Ә гитлерсыларҙың уйында башҡа бурыс - рустарҙы Висла йылғаһында батырыу.
       Степан Андреевич Михляевтың награда ҡағыҙы хәтергә төшөрә:
       "917-се артиллерия полкының дивизия командиры (350-се уҡсылар дивизияһы, 13-сө армия, 1 Украина фронты) майор С.А. Михляев Көнбайыш Буга, Сан һәм Висла йылғаларында һуғышып аша сыҡҡанда батырлыҡ күрһәтте. Михляев артиллеристар араһынан беренсе булып Көнбайыш Буга, Сан йылғалары аша сыҡты һәм 1944 йылдың 29 июлендә дошмандың яурынына Висла йылғаһының көнсығыш ярына яҡын бәреп сыҡты, һәм йылға аша сығып килгән дошманды атып үлтерҙе һәм үҙенең пехотаһын дошмандың һыу аша сығыу кәрәк-яраҡтарын тартып алыуҙы тәьмин итте. Ул разведчиктарҙың ҙур булмаған төркөмө менән борамды тартып ала һәм ошо уҡ көндө 1944 йылдың 29 июлендә артиллерия һәм миномет уты аҫтында ҙур булмаған борамда ике пушка батареяһын Висла йылғаһының көнбайыш ярына йүнәлтә. Дошмандың алты пулемет нөктәһе, 200-ҙән ашыу һалдаты һәм офицеры юҡ ителә..." 1944 йылдың 23 сентябрендә М.А. Михляевҡа Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.
       Степан Андреевич һуғышты Берлинда тамамлай. Был турала ул Бөйөк Ватан һуғышы башында уҡ хыяллана. Тағы ла ул уҡытыусы эшен дауам итеү тураһында хыяллана. Уның был хыялы һуғыштан һуң тормошҡа аша. С.А. Михляев 1946 йылда демобилизациялана. Дыуан районына ҡайта. Өфө педагогия институтының география факультетын ваҡытынан алда тамамлай. 35 йыл Дыуан урта мәктәбенең алмашһыҙ директоры була.
       Степан Андреевич үлгәндән һуң, һуңға ҡалып, "яуаплы, тынғыһыҙ, талапсан һәм иғтибарлы Михляев Дыуан районында бына тигән педагогтар тәрбиәләне, ә уның етәкселегендәге урта мәктәп  алдынғы булды", тип әйтелде.
       Ветеран һуңғы йылдарҙа йыш ауырыны. Ул ҡатыны Матрена Петровна менән ике ул һәм бер ҡыҙ тәрбиәләгән - улар педагогтар.
       С.А. Михляев 2001 йылдың 28 мартында вафат була. Ҡәләмдәшем Сергей Осипов миңә былай тине: дыуандар Михляев иҫән саҡта уҡ район үҙәге йәки ауыл урамына уның исемен бирергә ҡарар иткән. Әммә кеше иҫән сағында был мөмкин түгел. Бәлки, хәҙер Дыуанда Советтар Союзы Геройы Михляев исемендәге урам барлыҡҡа килер.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал