6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Сәнәғәт

Стратегик инвестор булғанда, көрсөк тәнҡитһеҙ
11.12.08


       Бөлгөнлөккә төшөү, хеҙмәткәрҙәр һанын кәметеү, эштән китеү... Бөгөн киң мәғлүмәт саралары бары тик ошо хаҡта һөйләй Бәлки, етер? Кәүгәне туҡтатырға һәм үҙеңдең әлеге хәлеңдә аҙ ғына булмаһа ла позитив табырға ваҡыт түгелме? БЮТ каналында сираттағы "Власть менән диалог" программаһы төшөрөлдө, ул нәҡ ошо оптимизм менән һуғарылған төп фекер менән ҡылыҡһырлана. Тапшырыуҙа БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, сәнәғәт, инвестиция һәм инновация сәйәсәте министры Юрий Пустовгаров ҡатнашты.
       Шулай итеп, беҙҙе ишек төбөндә үк ҡаршылайҙар һәм "кулуарҙар" буйынса билдәһеҙ йүнәлештә алып китәләр. Грим һалыусы бүлмәһенә үтәбеҙ һәм, әлбиттә, унда беҙҙе матурлайҙар, аҙаҡ - бер бинанан икенсеһенә күсәбеҙ. 10 минут, 20, ярты сәғәт... Ниһайәт, башлайбыҙ!
       Студияла яҡты һәм тыныс. Һәм бына бер журналист был тынлыҡты боҙа - министрға бәләкәй эшҡыуарлыҡ тураһында беренсе һорау бирә:
       - Ни өсөн быйыл Халыҡ-ара эшҡыуарлыҡ һәм бизнес аҙналығы үткәрелмәй? Үткән йылда был сара "төбәк тормошонда төп ваҡиға" кеүек билдәләнгәйне бит.
       Юрий Леонидович аңлайышһыҙ яҡтарҙы ҡалдырмай, дуҫтарса һәм тулы яуап бирә, һәм проблеманың асылын, ә аҙаҡ тотош финанс көрсөгөн бөтөнләй башҡаса аңлау башта әкренләп теҙелә бара:
       Эш шунда, Эшҡыуарлыҡ аҙналығы - айырым проект, ул, асылда, үҙенең бурысын үтәне. Сиратта - яңы программалар һәм проекттар, бөтөнөһөн эсенә алған яңы пландар. Иң элек, ул эшҡыуарҙарға күп тапҡырҙар ярҙам күрһәтеүҙе тәҡдим иткән республикала бәләкәй бизнес субъекттарын яҡлау программаһы ғына түгел. Шулай итеп, 2008 йылда федераль һәм республика бюджеттары средстволарынан 70 миллион һум тирәһе бүленгән булһа, киләһе йылда был сумма 700 миллион һум тәшкил итәсәк. 2010 йылда - өс тапҡырға
       күберәк.
       Программа эсенә ниндәй саралар инәсәк? Был декабрҙә, Эшҡыуарлыҡты яҡлау буйынса совет үткәндән һуң, билдәле буласаҡ. Бөгөн шуны әйтеп була: ярҙам эшмәкәрлектең бөтә йүнәлештәре буйынса күрһәтеләсәк (шулай уҡ үҙ эшеңде асыуға субсидиялар һәм гранттар, был көрсөк шарттарында мөһим).
       - Хәҙерге шарттарҙа Башҡортостанға инвестициялар ағымы кәмемәҫме?
       - Уйлауымса, юҡ. Инвесторҙарыбыҙҙың бөтәһе лә - стратегик. Улар үҙҙәренең бизнесын мәңгегә беҙҙең төбәк менән бәйләргә ҡарар иткән кешеләр. Улай ғына түгел - улар үҙҙәренең бөтә өҫтөнлөктәрен аңлай - ул уңайлы иҡтисади мөхит, һәм матди-техник тәьминәт менән идара итеү мөмкинлектәре, һәм үҙеңдең һалыуҙарыңда ышанғанлыҡ. Был инвестиция проекттарының дөйөм күләме менән раҫлана - улар республикала 70-кә яҡын.
       - Хөкүмәт көрсөк шарттарында беҙҙең предприятиеларға нисек ярҙам итә?
       - Бында берҙәм ҡарар йәки әҙер ҡалып юҡ, бөтә проблемаларҙы айырым хәл итергә кәрәк. Ҡай берәүҙәр һатыу итеү яғынан уңа, әммә финанс средстволары етешмәй, ә ҡай берәүҙәрҙең, киреһенсә, һатыуы бармай. Кемдер проблемаһыҙ йәшәй. Өфө моторҙар эшләү берекмәһе, миҫал өсөн, өс йылға алдан заказдар ала, өҫтәүенә бөтә заказдар - экспорт.
       Проблемалы урындар ҙа бар. Мәҫәлән, ғүмер буйы Рәсәй заводтарын "комплектлауға" эшләгән "Автонормаль" Бәләбәй заводы, Туймазы автобетоновоздар заводы, шулай уҡ өлөшләтә "НефАЗ". Бөгөн уларҙың хәле еңелдән түгел. Шуға күрә хөкүмәткә оператив рәүештә иғтибар итергә кәрәк Әйткәндәй, Туймазыла беҙ продукцияны тулыһынса алмаштырыу буйынса процесс башланыҡ, быға техник мөмкинлектәр булышлыҡ итә, ә Нефтекама автозаводында хөкүмәт 100 автобус сығарыуға дәүләт заказы урынлаштырҙы.
       Ҡыҫҡаһы, һәр предприятие менән шәхси эшләйбеҙ: етәкселек менән әңгәмәләшәбеҙ, банкылар, акционерҙар менән осрашабыҙ... Һәм һөҙөмтәле ҡарар табыла. Әлбиттә, ҡайһы бер предприятиелар "торасаҡ" һәм кешеләр китәсәк. Әгәр ҡараһаң, былар көрсөк булмаған шарттарҙа ла саҡ-саҡ һөйрәлеп килгән компаниялар. Көрсөк уларҙың ыҙаланыуҙарына нөктә ҡуйҙы. Шуға күрә был йәмғиәттең иҡтисади үҫеш закондары - бер ниндәй ҙә трагедия түгел.
       - Эшҡыуарҙарға көрсөк шарттарында нимә эшләргә?
       - Әйтергә кәрәк, көрсөк эшҡыуарлыҡта ла бөтәһен дә үҙ урындарына ҡуйҙы. Миҫал өсөн, эре сауҙа предприятиелары бөлгөнлөккә төштө, бәләкәйҙәре - киреһенсә, эшләүен дауам итә, һәм беҙ күрәбеҙ, уларҙа аҙыҡ-түлек бөтмәй. Минең шәхси фекерем шундай: ярҙам итергә мөмкинлек бар икән, ярҙам итергә кәрәк. Әгәр предприятие кредит алып, яңы инфраструктура үҫешенә аҡса һалған икән, ә көрсөк шарттарында аҡса ҡайтара алмай - нимә әйтәһең, уңманы. Бындай предприятиеға уның бурыстарын кем булһа ла ҡаплаһын өсөн, үҙен бер һумға һатаһы ғына ҡала. Был етәксенең алдан күрә белмәүсәнлеге тураһында һөйләй: ныҡлыҡ запасы һәр саҡ булырға тейеш.
       Нәҡ бөгөн, көрсөк шарттарында, бизнесты ул аҙ булған өлкәләргә йүнәлтергә кәрәк. Иң элек, сәнәғәткә. Ни өсөн? Сөнки нәҡ бәләкәй бизнес беҙҙең продукцияның үҙҡиммәтен кәметеүҙе тәьмин итә аласаҡ. Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ: ҙур предприяиеларҙа бер үк бизнес-процесс менән ундарса кеше - иҡтисадсы, бухгалтер, аналитик һәм башҡалар шөғөлләнә ала. Ә бәләкәй бизнеста бер кеше бөтәһе өсөн дә яуап бирә һәм бөтәһен дә хәл итә. Сағыштырып ҡарағыҙ, ҡайҙа производство файҙалы? Ҡайҙа сығымдар аҙ?
       Әгәр беҙ иҡтисадта нимәгәлер өлгәшергә теләһәк, эре бизнес бәләкәй бизнес менән берләшергә тейеш Юғиһә - банкротлыҡ,, хәйерселеккә төшөү... Башҡа варианттар юҡ. Европа, мәҫәлән, быны 90-сы йылдарҙа үтте. Үҙендә изделиеларҙы иң юғары өҫтәлгән ҡиммәт менән сығарған һәм ахырҙа йыйған компаниялар ғына быны кисерә алды, ә ҡалғандары (деталдәр, машинаның быуындарын әҙерләү) - шәхсиҙәргә бирҙеләр.
       - Нефть запастары бөтһә, республика нимәгә таяныр? Киләсәк әгәр нефттә булмаһа, ниҙә булыр?
       - Юғары технологиялы производстволарҙа. Башҡаса әйткәндә, өҫтәлгән ҡиммәттәрҙе күтәреүҙә. Беҙ вертолеттар йәки автобустар йыябыҙ, эш унда түгел - өҫтәлгән ҡиммәт унда юҡ. Ул - һатыу хаҡы һәм түбән үҙҡиммәт араһындағы айырмала. Был ҡараштан беҙҙә яғыулыҡ-энергетика комплексы предприятиелары ойошҡан, улар республика һалым керемдәренең 60-70 процентын тәьмин итә. Был предприятиелар булды һәм буласаҡ. Улар беҙҙең конкурентлы предприятиеларыбыҙ, уларҙа киләсәк.
       Һәм икенсе - бәләкәй бизнес. Әгәр тарихҡа күҙ һалһаң, бөйөк америка көрсөгө, бизнесты үҫтереү өсөн шарттар булдырылған ваҡытта бөттө. Юлдар, йорттар төҙөлә башланы, "батмай торған" компаниялар барлыҡҡа килде. Уйлауымса, шул уҡ беҙҙе көтә.
       - Көрсөк арҡаһында эштән киткән кешеләр һуң?
       - Эш урындарын кәметеү булды, миҫал өсөн, Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә - быны күптән эшләргә кәрәк ине. Беҙ күп йылдар өҙлөкһөҙ үҫеш дауамында бер аҙ көсһөҙләндек: кәрәк булмаған кешеләрҙе йыя башланыҡ, кәрәк булмаған функцияларҙы уйлап таптыҡ. Һәм был иҡтисади тотҡарлыҡ беҙҙе "һушҡа" килтерҙе.
       Республика буйынса хәлгә килгәндә, әле 13 мең кеше ҡыҫҡартылған эш ваҡыты режимында эшләй. Ноябрь уртаһында бындай кешеләрҙең һаны 20 мең ине - йәғни ыңғай һөҙөмтәләр тураһында әйтеп була. Көрсөк шарттарында эштән китеү тураһында өс мең тирәһе бойороҡ булды. Закон буйынса был кешеләр тағы ике ай эшләйәсәк, ә алдағы өс ай дауамында - пособие аласаҡ
       Улай ғына түгел, ошо уҡ предприятиелар эшсе һөнәрҙәренә персонал йыйыуын дауам итә. Яҡын киләсәктә Өфөлә дүрт мең эш урыны менән тағы ла ике завод сафҡа инәсәк - улар керамик плиткалар һәм Өфө трансформатор заводы. Бынан тыш, 2009-2010 йылдарҙа беҙҙә башҡа проекттар рәтендә тағы ла 12 мең эш урыны барлыҡҡа киләсәк. Ә 2014 йылға тиклем инвестиция программаһы сиктәрендә - тағы 50 мең. Бында ниндәй эшһеҙлек èíäå!

Дарья Святохина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал