6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ // Даталар

10 декабрь - Кеше хоҡуҡтары көнө
10.12.08


       Башҡортостан халҡы нәмәгә зарлана? Уларҙың хоҡуҡтары ниндәй өлкәлә күберәк боҙола? "БАШвестЪ" был һорауҙарҙы компетентлы кешеләргә исемләне. Кеше хоҡуҡтары көнө быға сәбәп булды. Был көндө донъя берләшмәһе йыл һайын 10 декабрҙә билдәләй.
       Беҙҙең беренсе әңгәмәсебеҙ - Башҡортостан Республикаһында Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил Фәтхелислам Тîºîìбәтов. Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил институты - ирекле инстанция, бында үҙҙәренең хоҡуҡтарын судта йәки башҡа яуаплы дәүләт органдарында яҡлап ҡала алмаған, йәки уларҙың ҡарарҙары менән риза булмаған граждандар мөрәжәғәт итә ала.
       - Докладта эш йомғаҡтары тураһында бөтә мәғлүмәттәр ҙә бирелә, уны илдә Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил әҙерләй, - ти омбудсмен. - Ағымдағы йыл өсөн һуңғы мәғлүмәттәр әлегә юҡ, әммә мин шуны әйтә алам: республикала объектив картина үткән йылдағы кеүек ҡала.
       2007 йылда хоҡуҡ һаҡлаусылар һәм көс структуралары эшенә ялыуҙар күп ине. Беренсе урын, өҫтәүенә, судтарға эләкте, аҙаҡ милиция, прокуратура, миграция хеҙмәте, суд приставтары хеҙмәте һәм РФ Яза үтәү федераль хеҙмәтенең БР буйынса Баш идаралығы килә. Был структураларға ялыуҙарҙың 56,7 проценты тура килә. Бында ике нәмәгә иғтибар итергә кәрәк. Беренсенән, бөтә ялыуҙар ҙа раҫлау тапмай, һәм икенсенән, был статистикаға ошо факт тәьҫир итә: Вәкилгә бөтә мөрәжәғәттәрҙең өстән бере, үткән йылда, миҫал өсөн, улар 39 процент булды - тикшереү ҡарамағындағы кешеләрҙең һәм хөкөм ителгәндәрҙең ялыуҙары тәшкил итә. Улар күпселек осраҡта тикшереү, суд органдары эшенә һәм пенитенциар система учреждениеларында тотоу шарттарына зарлана.
       Мөрәжәғәттәрҙең 11,5 проценты торлаҡ хоҡуҡтарын боҙоуға ҡарай, социаль яҡлау һәм пенсия менән тәьмин итеү мәсьәләләренә ҡағылышлы мөрәжәғәттәр 5,4 процент тәшкил итә, 5,4 процент - милек хоҡуҡтарын һаҡлау.
       - Беҙгә йыш ҡына ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса мөрәжәғәт итәләр: миҫал өсөн, сифатһыҙ йәки яраҡһыҙ тауар һатып алалар һәм уны аҙаҡ ҡайтара алмайҙар, йәки тауар аҡсаһын ала алмайҙар, йәки быны нисек эшләргә белмәйҙәр, - ти беҙҙең икенсе әңгәмәсебеҙ, "Һеҙҙең хоҡуҡ өсөн" төбәк йәмәғәт ойошмаһы юрисы, гражданлыҡ хоҡуғы өлкәһендә белгес Олеся Калмыкова-Федорова.
       Рәсәйҙә бихисап хоҡуҡ һаҡлау органдары эшләй, улар урындағы, шулай уҡ халыҡ-ара кимәлдә эш алып бара. Улар, ҡағиҙә булараҡ, ирекле хөкүмәт булмаған йәмәғәт берекмәләре, óëàð êåøå õîºóºòàðûí ÿºëàé, шулай уҡ тар йүнәлешкә эйә áóëà àëà - миҫал өсөн автомобилселәрҙең, ҡулға алынған кешеләрҙең йәки хәрбиҙәрҙең мәнфәғәттәрен яҡлай.
       - Аҙаҡ, - тип дауам итә Калмыкова-Федорова, - торлаҡ мәсьәëәләре буйынса төрлө һорауҙар килә. Улар араһында айырылышҡандан һуң милек бүлеү, һәм торлаҡ һатып алыу һәм уны алмаштырыу проблемалары бар. Өлөшләтә торлаҡ төҙөлөшөндә ҡатнашҡан граждандар йыш ҡына мөрәжәғәт итә. Клиенттар шулай уҡ ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре эше менән ҡәнәғәт түгел. Улар ҡай саҡта протоколды дөрөҫ төҙөмәй, йә булмаһа үҙҙәренең вәкәләттәрен саманан тыш арттырып ебәрә. Страховка компанияларына ла шелтәләр бар - ҡағиҙә булараҡ, был компенсацияларҙы ваҡытында түләмәү.
       Беҙҙең тағы ла ике геройыбыҙ - Гөлназ Мөхәмәтйәнова һәм Ульяна Афанасьева - Башҡорт дәүләт педагогия университетының Тарих һәм хоҡуҡ белеме институтының өсөнсө курсында уҡый. Ҡыҙҙар, Мәғлүмәт-консультация бюроһында эшләп, ул ҡала хакимиәте ярҙамында Өфө китапханалары ҡарамағында эшләй, бер юлы практика үтә.
       - Беҙ уҡыуҙан буш ваҡытта көнөнә яҡынса икешәр сәғәт эшләйбеҙ, - ти ҡыҙҙар. - Көнөнә 5-6 кешене хеҙмәтләндерәбеҙ.
       Консультация биреүселәр һүҙҙәренә ҡарағанда, мөрәжәғәттәрҙең күбеһе торлаҡ проблемаларына ҡағыла. Граждандар төрлө килешеүҙәр төҙөү, һатып алыу-һатыу, бүләк итеү кеүек мәсьәләләр менән ҡыҙыҡһына, торлаҡты хосусилаштырыуҙа ярҙам һорай. Күптәр Мәғлүмәт-консультация бюроһына килә һәм документ төҙөү өсөн өлгө ала. Бында йыш ҡына айырылған, ирҙәренән балаларына алимент ала алмаған ҡатын-ҡыҙҙарҙы күрергә була.
       - Әгәр һорау ауыр булмаһа, беҙ шунда уҡ яуап бирәбеҙ. Әгәр ул тәрән тикшереүҙе талап итә икән, ул ваҡыттà беҙ уны тәжрибәле юристарға йүнәлтәбеҙ, - ти студенттар.
       Уларҙың һүҙҙәренә ҡарағанда, пенсия һәм пенсия алды йәшендәге граждандар әүҙемлек күрһәтә.
       Беҙҙең белешмә. Кеше хоҡуҡтары көнө 10 декабрҙә билдәләнә. Был көн осраҡлы һайланманы, сөнки 60 йыл элек (1948) Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Генераль Ассамблеяһы Кеше хоҡуҡтарының дөйөм декларацияһын ҡабул итте.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал