6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт // Хоккей

Сираттағы еңеү еңелдән бирелмәне
10.12.08


       Өфө ҡомас менән һынау аша үтте. Беҙгә Ча-Ча-Ча-Ча-ға (чашку чая с чак-чаком) - сәк-сәк менән сәйгә Мәскәүҙең ике командаһы килде. Уларҙың формаһында совет төҫө - ҡыҙыл төҫ өҫтөнлөк итә.
       Тыуған көн - моңһоу байрам
       "Спартак" беренсе матчта булды. Был команда менән килгән фанаттарҙы омондар уратып алды һәм дөрөҫ эшләне. Был көйәрмәндәр бер нисә миҙгел элек Өфөгә килгән зыянһыҙ малайҙарҙы һәм ҡыҙҙарҙы бер ҙә хәтерләтмәне.
       Хоккейҙа кәмһетеүле һүҙҙәр әйтеү хупланмай, әммә ҡунаҡтар был принципты һанға һуҡманы. "Спартак" фанаттары матч барышында õàòòà сисенеп ташланы. Был нимә аңлата? Бәлки, улар бындай ҡиәфәт менән урындағы публикаға мөрәжәғәт иткәндер: "Ҡарағыҙ, бына беҙҙең тәнебеҙ ебәк, бәрхәт кеүек!"?
       Фанаттар яғынан әҙәпле ҡылынған эш тә булды. Улар плакат йәйелдерҙе, унда фанаттар "Спартак"тың баш тренеры Милош Ржиганы 50 йәше менән ҡотлаған. Ысынлап та был көндө баш тренерҙың юбилейы ине. Әммә Ржига үҙе плакатты күрмәгән.
       - Фанаттар мине уйын башында уҡ ҡотланы. Ғөмүмән, мин ғәжәпкә ҡалдым - миңә бөтә Рәсәйҙән, хатта Хабаровскиҙан шылтыраттылар һәм юбилей менән ҡотланылар, áûë ¼òœ ëœ ê¼¾åëëå.
       - Ә күңелһеҙ сюрприздар булдымы?
       - Тик берәү генә - беҙ еңелдек. Хоккейсыларыбыҙ тырышты, Рәсәйҙең иң яҡшы командаһына ҡаршы бындай уйын өсөн уларға рәхмәтлемен. Минең уйымса, беҙ бер мәрәйгә ирештек.
       Тулыһынса лайыҡ булдылар. "Юлаевсылар" күп һәм төрлө-төрлө һөжүм яһаны, ә ҡунаҡтар матур итеп ҡаршы һөжүм итте, улар, дөрөҫ, оҙаҡ ваҡыт ҡапҡа һаҡсыһы Александр Еременко башҡарыуында матур ҡотолоуҙар менән тамамланды.
       Хужалар оҙаҡ ҡына шайба индерә алмай ыҙаланды. Өсөнсө осор башында Владимир Антипов һәм Кирилл Кольцов "Спартак" ҡапҡаһына ике шайба индерҙе.
       Ржига тайм-аут алды һәм егеттәренең күңелен күтәрергә тырышты. Ярҙам итте шикелле. Элекке "юлаевсы" Кирилл Князев бер шайба индерҙе. Ҡунаҡтар иҫәпте 2:2 итә һәм уйынды овертаймға күсерә ала ине, әммә, һөҙөмтәлә, еңеүсене асыҡлау өсөн, таҙа уйын ваҡыты - 60 минут та етте. Өфө еңде, 2:1 һәм үҙенең копилкаһына өс мәрәй ташланы.
       Журналистар матчтан һуң "юлаев"та тәрбиәләнгән, әле "Спартак"та уйнаусы Никита Щитов менән әңгәмәләшергә тырышты.
       - Һеҙҙең клуб ике тапҡыр "Атлант"ты еңде, ә "Салауат Юлаев"тан һәр саҡ еңеләһегеҙ. Һеҙҙең ҡарашҡа, был ике команданың ҡайһыһы көслөрәк?
       - "Салауат" (ышаныслы), сөнки "Атлант", Өфөгә ҡарағанда әкрен уйнай.
       Иң "тәмле" пар
       ЦСКА, èкенсе ярышташсы тренерҙары - Вячеслав Быков һәм Игорь Захаркин - Рәсәй хоккейының иң "тәмле" пары. Ни өсөн? Ябай ғына. Нәҡ ошо ике остаз, уларҙың араһына ел дә үтерлек түгел, һуңғы йылдарҙа Рәсәйгә донъя чемпионатында тәмле еңеү алып килде, өҫтәүенә, финалда Канада боҙонда канадтар үҙҙәре еңелде.
       Һәм бына был остаздар үҙҙәренең хәрби клубы менән Өфөлә тулы трибуна йыя. Нимә булыр - бер кем дә белмәй. Ышаныс бар, ЦСКА ғәҙәттәгесә сағыу һәм әүҙем уйнаясаҡ, ә бына "юлаевсылар" үҙҙәренең иң яҡшы сифаттарын күрһәтер, тигән инанғанлыҡ бөтөнләй юҡ.
       Һөҙөмтәлә шулай килеп сыға. ЦСКА хоккейсылары үҙҙәренең оҫталыҡтары етерлек уйнаны, ә "Салауат Юлаев", овертаймда еңеүгә ҡарамаҫтан, үҙенең уйыны менән күңелде ҡырҙы.
       "Юлаевсылар"ҙың Рәсәй йыйылмаһын тренер тандемы етәкләгән клубҡа ҡаршы матчтарын күргәҙмә таланттары кеүек ҡарау ҡыҙыҡ. Өфө уйынсыларының кемеһе Быковҡа һәм Захаркинға мауыҡтырғыñ уйын күрһәтер? Нимә менән иҫтә ҡалыр һәм күңелгә үтеп инер?
       Был уйында Андрей Кутейкин уңышһыҙ уйнаны. Ул ярышташсының бер уйынсыһын ҡапларға өлгөрмәне, һәм армеец шайба индерҙе. Башҡа ваҡытта Кутейкин яҙа ырғытты, шайбаны ышàнысһыҙ тартып алды, позицияны юғалтты...
       Вадим Тарасов та ышаныслы эш итте тип әйтеп булмай. "Салауат Юлаев"тың был ҡапҡа һаҡсыһы Рәсәй йыйылмаһы остаздарының иғтибарын оҙаҡ йылдар эсендә беренсе тапҡыр үҙенә йәлеп итте, кандидаттарҙың киңәйтелгән исемлегенә инде, әммә ул һуңғы ваҡытта таң ҡалдырмай. Эйе, был миҙгелдә ул матур уйын күрһәтә, ҡай саҡта хатта үтә матур уйнап ташлай, әммә беҙҙең милли команда өсөн таң ҡалырлыҡ уйын кәрәк. ЦСКА-ға ҡаршы матчта был булманы. Тәүге ике осраҡта ла, ҡунаҡтар шәп уйнаған ваҡытта, Тарасов ҡотҡара ала ине, әммә ул быны эшләмәне. Һөҙөмтәлә Вадим "яҡшы"ға түгел, ә "минус дүрткә" уйнаны.
       Ярай әле, ЦСКА-ның ҡапҡа һаҡсыһы Константин Барулин был кистә тишеп сыға алмаҫлыҡ стена булманы. Миҫал өсөн, "Салауат Юлаев" хоккей командаһының капитаны Владимир Антипов "армеец" һағының "йортона" индерҙе.
       Шуға ҡарамаҫтан, Вячеслав Быков, ике ҡапҡа һаҡсыһының да уйыны оҡшаны, ти, ә Игорь Захаркин, Барулин яҡшы уйнаны, тип иҫбатлай.
       "Юлаевсылар"ҙың кемеһенә уйын уңышлы килеп сыҡты? Әлбиттә, Владимир Антиповҡа - ул, күрәһең, йыйылмаға эләгергә теләйҙер. Уйымса, әгәр капитан артабан да шулай уйнаһа, саҡырыу аласаҡ.
       Кирилл Кольцов тураһында айырым яҙырға кәрәк. Егет милли команда остаздары менән конфликтта, шуға күрә был уйынсы саҡырыуға өмөт итмәй. Был матчта уның маҡсаты ЦСКА остаздарын семтеп алыу ине. Кольцов матч башында быға иреште. Кольцов был уйында шайба индермәне, әммә һуңғы һөҙөмтәле атакала беренсе тапшырыуҙа ҡатнашып, үҙ өлөшөн индерҙе.
       Андрей Таратухин еңеүгә ҙур өлөш индерҙе. Ул ташлаған шайба һәм ул яһаған тапшырыу быны дәлилләй.
       Олег Твердовский лайыҡлы күренде. Милли командала ул үҙен нисек күрһәтер, көтәсәкбеҙ. Икенсе ветеран, Владимир Воробьев та шайба ырғытып, иҫәпте 3:2 яһап, йәштәргә үрнәк күрһәтте.
       ЦСКА уйын аҙағында күпселектә уйнап, иҫәпте тигеҙләне. Овертаймда Канадалағы финал геройҙарының береһе Алексей Терещенко, уйында Өфөгә "дүрткә өс менән" еңеү килтереп, йыйылма тренерҙарына үҙе тураһында иҫкәртте. Хужаларҙа - дүрт, ҡунаҡтарҙа өс шайба - һуңғы иҫәп шулай.
       Игорь Захаркин матчтан һуң:
       - ЦСКА шайбаның хәрәкәт тиҙлеге буйынса "Салауат Юлаев"тан ҡалыша тип әйтеп булмай, был командала яҡшы уйынсылар күп - дүрт звено ла беҙҙең ике төп звено кеүек уйнай ала...
       Яңылар, әммә òྠºàëûðëûº түгел
       Ахырҙа, "Салауат Юлаев"тың ике яңы уйынсыһы тураһында фекер. Күп коллегалар уларҙың исеменә яҡшы һүҙҙәр әйтергә өлгөрҙө. Чех форварды Петр Вампола, ул "Спартак" менән матчта "Салауат Юлаев" составында беренсе тапҡыр сыҡты, һәм ЦСКА менән осрашыуҙа тәүге тапҡыр сығыш яһаған һаҡсы Сергей Климентьев - уларҙы көслө тип әйтеп булмай. Улар амплуа буйынса үҙҙәренең коллегаларынан күпкә ҡалыша. Алдағы плей-оффта бындай селекция сәйәсәте ҡайҙа алып барыр - билдәһеҙ. Әлбиттә, яҡшыға өмөтләнәйек...

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал