6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Театрҙар

Владимир Рихтер: спектакль - ул эшебеҙҙең юғары нөктәһе
10.12.08


       Ваҡыт та, арауыҡ та театр закондарына буйһонмай. Спектаклгә килеп, тамашасы үткән ваҡиғаларға сума, киләсәкте аңлай, йә булмаһа хатта әкиәт донъяһына күсә ала. Яҡшы спектакль һәр саҡ тамашасы күңелендә ниндәйҙер бер сихри һәм ғәжәп тойғо ҡалдыра. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында тамашасы матур һәм ғәҙәти булмаған тулы хистәр менән китһен өсөн, 600 кешенән торған берҙәм коллектив ныҡышмалы хеҙмәт итә.
       - Тылсым, уны тамашасы күрә, бары тик айсберг түбәһе, - ти театрҙың директоры Владимир Рихтер. - Бындай һүҙҙәр - коллективҡа рәхмәт белдереү. Спектакль - ул эшебеҙҙең юғары нөктәһе, ул килеп сыҡһын өсөн, беҙҙең хеҙмәткәрҙәр күҙ йәштәре һәм талсығыу аша үтә. Төп һөҙөмтәгә өлгәшеү өсөн төн уртаһына тиклем эшләргә тура килә.
       "Күренмәгән фронтта хеҙмәт итеүселәр" - костюм әҙерләүселәр, грим һалыусылар, сәхнә эшселәре тамашаны ҡуйыуҙа үҙ өлөшөн индерә.
       Валентина Андреевна Клепцова театрҙа 1939 йылдың мартынан эшләй. Ябай грим һалыусы булып башлай, 1947 йылдан цехтың алмашһыҙ мөдире. Валентина Андреевна - Рәсәйҙә генә түгел, әммә донъяла танылған оҫта. Уның биш уҡыусыһы сит илдә төп театрҙа эшләй. Клепцованың уҡыусыһы Әлфиә Байбакова, театрҙа эш юғары профессионализм талап итә, ти.
       - Валентина Андреевнанан алған белем, махсус курстарҙа бирелгән белемгә ҡарағанда юғарыраҡ, - ти Әлфиә Байбакова. - Мин Мәскәүҙә булдым, Мосфильмда квалификацияны күтәреү курсын үттем. Әммә бер яңылыҡ та ала алманым. Валентина Клепцова артистың тышҡы йөҙөн үҙгәртеү алымдарына мине күптән инде өйрәтте.
       Креслоға Әлфиә янына Олег Шәйбәков ултыра. Һәм йәш мөләйем бейеүсе һанаулы минут эсендә йыйырсыҡ менән ҡапланған мәкерле ҡартҡа әйләнә.
       - Бөгөн Олег "Аҡҡош күле"ндә Яуыз Генийҙы уйнай, - ти Әлфиә Байбакова - Грим уның йөҙөн танымаҫлыҡ итергә тейеш. Беҙ танауҙың формаһын үҙгәртәбеҙ, хатта йәмһеҙләтәбеҙ, йыйырсыҡтар һыҙабыҙ. Яһалма сәс нығытылырға тейеш. Олег бейейәсәк, яһалма сәс күсеп ҡуймаһын. Шуға күрә беҙ парикты һәм баш кейемен махсус елем менән йәбештерәбеҙ.
       Театр гримы ныҡ тығыҙ, ул тирләгән ваҡытта һәм ут яҡтыһында таралып ағып китерлек булмаҫҡа тейеш. Артистарҙың бит тиреһе даими эске көсөргәнеш кисерә. Артистарға тирене косметиканың зарарлы тәьҫиренән нисек һаҡлау тураһында һөйләү - грим һалыусының бурысы. Опера артистарына ҡатмарлы грим һалына. Яһалма сәстәр ҙә ҡатмарлы. "Мадам Баттерфляй" премьера спектакле цехтың бөтә хеҙмәткәрҙәрен традицион япон мәҙәниәте донъяһына батырҙы һәм энциклопедиялар менән эшләргә мәжбүр итте.
       - Беҙ эш өсөн база - ҡара сәстән ябай париктар алдыҡ. Әммә хорҙың һәр солисы һәм артисы өсөн айырым образдар эшләнек. Спектаклгә әҙерлек ваҡытында костюмдар тарихы буйынса китап беҙҙең өсөн һәр ваҡыт кәрәкле китапҡа әүерелде. Сәс үреме япондарға тура килһен өсөн, күп тапҡырҙар интернетҡа сығырға тура килде, - ти Әлфиә Байбакова.
       Валентика Клепцова һәм Әлфиә Байбакова спектаклдәге һәр артистың тышҡы ҡиәфәтенең үҙенсәлеген иҫәпкә алған. Ағас бүкәндәрҙә - төрлө яһалма сәстәр.
       - Артистың бит төҙөлөшөн дә иҫәпкә алабыҙ. Бына был ҡыҙға, - Әлфиә йырсының исеме яҙылған карточканы алып ҡуя, - битте кесерәйтеп күрһәтә торған сәс үреме кәрәк. Ә бынà тегеһенә, киреһенсә, бит һөйәген айырып күрһәтергә кәрәк. Сәс үреме лә, грим да артисты эффектлы итергә тейеш.
       Костюмдар цехында Татьяна Житкова Иван Грозныйҙың ҡуйы ҡыҙыл кейемендәге бөрмәләрҙе тигеҙләй.
       - Беҙ был кейемде ғорурлыҡ тип һанайбыҙ, - ти костюмер. - Ҡайһы бер спектаклдәр өсөн костюмдар Мәскәү оҫтаханаларында йәки Бөтә Рәсәй музыка йәмғиәтенең Башҡортостан филиалы цехында заказға тегелә. Әммә "Урал илселәре" спектакле өсөн костюмдарҙы үҙебеҙ тектек.
       Солист Салауат Аскаров өсөн алтын менән биҙәлеп сигелгән затлы кейем әҙерләнде. Батшаның был кейеме бер нисә килограмм тарта. Уның өҫтөндә ҙур команда - рәссам, бесеүсе, сигеүселәр, тегенселәр эшләне.
       - Костюм да, баш кейеме лә прототипҡа оҡшатып эшләнде. Ҙур эш башҡарылды.
       Театрҙың костюмдар цехы опера һәм балет өсөн дә костюм тегә. Һәр төр өсөн үҙенең үҙенсәлеге бар. Балет өсөн костюм бейеүсенең үлсәме буйынса тегелә, ул хәрәкәттәрҙе ҡыҫырға тейеш түгел. Ә опера өсөн костюмдар ҡатмарлыраҡ. Руханиҙар кейеме образды һүрәтләргә, һәм тарихи реаль нәмәләргә тап килергә тейеш.
       - Ҡай саҡта цехҡа солист килә лә "мин ябыҡтым", йәки, киреһенсә, "таҙарҙым", ти, ул саҡта инде костюмдарҙы ҡайтанан тегергә тура килә - йә йөй яһайбыҙ, йә төймәләрен күсереп тегәбеҙ, - тип йылмая Татьяна Житкова.
       Спектаклгә тиклем бер нисә сәғәт алдан сәхнә декорациялары монтажлана. Эшселәр сәхнәнең артын ғына түгел, әммә сәхнәнең үҙен әҙерләй.
       - Сәхнә канифоль менән эшкәртелә. - Театрҙың әҙәбиәт өлөшө хеҙмәткәре Рәмил Латипов аңлата. - Был процесс тамамланғас, сәхнәгә инеү ябыла. Әгәр сәхнә буйынса берәйһе үтһә, ҡаплау тигеҙ булмай. Канифоль шыумай, ә был беҙҙең балериналарға кәрәк. Спектаклдең яҙмышы ғына түгел, әммә балеринаның һаулығы ла сәхнәне эшкәртеү сифатына бәйле.
       Бындай эштән һуң һәр спектакль идеаль булырға тейеш. Әммә сәнғәт кешеләре - камиллыҡҡа ынтылыусылар. Улар өсөн идеал юҡ, уны ҡаҙаныу өсөн бары тик эш бар.
       - Һоҡландырғыс спектакль. Уны күҙ алдына килтерә алмайым , - ти Владимир Рихтер. - Бик яҡшы тамаша - беҙҙең тамашасыға оҡшаған тамаша ул. Театрға осраҡлы кешеләр килмәй, бында ижад итеүселәр, инициативалы кешеләр килә. Уларҙың һәр береһе спектаклгә ҡабатланмаҫ төҫ өҫтәй. Һөҙөмтәлә, бер тамашаға бер нисә тапҡыр килеп, тамашасы төрлө, ҡабатланмаҫ спектаклдәр ҡарай.

Юлия Антипина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал