6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Мәғариф

Университеттың республика менән хеҙмәттәшлеге
09.12.08


       "Питер менән дуҫлыҡ һынмаясаҡ, ямғырҙан һәм бурандан боҙолмаясаҡ...". Мәҡәләне ни өсөндөр балаларҙың ошо йырынан башлайһы килде. Башҡортостан һәм Санкт-Петербург ысынлап та ысын дуҫтар бит. Улар үҙҙәренең йылы мөнәсәбәттәрен 2005 йылда уҡ нығытты, ул ваҡытта сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник, мәҙәни һәм социаль өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды.
       - Беҙҙең төбәктәр элек-электән дөйөм тарих, күп йыллыҡ дуҫлыҡ, бөтә өлкәләрҙә лә йылдам үҫешкән мөнәсәбәттәр менән ныҡлы бәйләнгән, - тине Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов. - Башҡортостан менән Санкт-Петербург араһында күптәнге эшлекле, мәҙәни һәм фәнни бәйләнештәр бар. Санкт-Петербург Башҡортостандың тау заводы сәнәғәтен, мәғарифты һәм мәҙәниәтте үҫтерåүҙә ҙур роль уйнаны. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында республика Ленинград халҡы өсөн икенсе тыуған яҡҡа әүерелде. Беҙҙең хеҙмәттәшлек айырыуса заманса шарттарҙа киң ҡолас алды. Санкт-Петербургта Башҡортостан Республикаһының тулы хоҡуҡлы вәкиллеге әүҙем эшләй, төньяҡ баш ҡала һәм беҙҙең республика араһында үҙ-ара файҙалы тауар әйләнеше арта. Предприятиеларҙың туранан-тура бәйләнештәре булдырылған, хеҙмәттәшлек тураһында берлектәге документтарға ҡул ҡуйылған һәм тормошҡа ашырыла.
       Ә хәҙер беҙҙең республиканың хеҙмәттәшлеге илдең төп мәғариф, фән һәм мәҙәниәт үҙәктәренең береһе - Санкт-Петербург дәүләт университеты менән булдырылды.
       - Санкт-Петербург дәүләт университеты Рәсәй реформаларын кадрҙар менән тәьмин итеүҙә, төньяҡ баш ҡаланы һәм тотош илде үҫтереүҙә тос өлөш индерә, - тине Президент. - Был беҙҙең республикаға ла ҡарай. Был университетты тамамлаусылар Башҡортостандың дәүләт власы органдарында, фән, мәғариф һәм мәҙәниәт учреждениеларында уңышлы хеҙмәт итә. Шуға күрә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең һәм Санкт-Петербург дәүләт университеты менән хеҙмәттәшлеге тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыу - Башҡортостан һәм Санкт-Петербург тормошонда мөһим ваҡиға.
       Килешеүгә Өфөлә Мортаза Рәхимов һәм Санкт-Петербург дәүләт университеты ректоры Николай Кропачев ҡул ҡуйҙы. Был документ ярҙамында республика Санкт-Петербург дәүләт университеты менән берлектә мәғариф, фән өлкәһендәге ҡайһы бер проекттарҙы тормошҡа ашырасаҡ, инновацион саралар үткәрәсәк, кадрҙарҙы маҡсатлы әҙерләүҙе киңәйтәсәк.
       - Башҡортостан - Рәсәйҙең йылдам үҫешкән заманса төбәге, беҙҙең университет уның менән килешеп эш итеүҙә үҙенең бай интеллектуаль потенциалын әүҙем күрһәтә аласаҡ, - тине Санкт-Петербург дәүләт университеты ректоры Николай Кропачев. - Санкт-Петербургты Башҡортостан менән кешеләрсә тығыҙ мөнәсәбәттәр бәйләй. Блокада ваҡытында төньяҡ баш ҡала халҡы Ленинградтан һеҙҙең республикаға эвакуацияланды. Уларҙың күбеһе әле ëә бында йәшәй. Бөгөн һеҙҙең республикала Санкт-Петербург дәүләт университетын тамамлаған меңдән ашыу белгес эшләй. Республиканан беҙҙең юғары уҡыу йортона инеүселәр һаны йылдан-йыл арта, күптәр беҙҙә диссертация яҡлай.
       Николай Кропачев фекеренсә, Мәскәү дәүләт университеты, Санкт-Петербург дәүләт университеты кеүек юғары уҡыу йорттары Рәсәйҙең бөтә төбәктәре менән үҙҙәренең белеме һәм мөмкинлекòәре менән уртаҡлашырға тейеш.
       - Санкт-Петербург дәүләт университетының фәнни потенциалы ҙур, һәм ул һеҙҙең төбәкте үҫтереү өсөн файҙаланылһын ине, - ти юғары уҡыу йорто ректоры. - Ә ҡул ҡуйылған килешеү Башҡортостан менән университет хеҙмәттәшлегенең яңы этап башланғысы булып тора.
       Өфөгә ректор менән бергә Санкт-Петербург дәүләт университетынан делегация килде. Уның составына факультет проректорҙары, декандарû, профессор-уҡытыу составы вәкилдәре ингән. Улар Башҡортостанға республиканың социаль-иҡтисади һәм фәнни потенциалы менән танышыу, ғилми-ғәмәли тикшеренеүҙәр өлкәһендә тәжрибә менән уртаҡлашыу маҡсатында килгән.
       Ҡунаҡтар бер көнлөк сәфәр сиктәрендә Башҡорт дәүләт университетында булды. Ике юғары уҡыу йортоноң етәкселәре артабанғы хеҙмәттәшлеккә, университеттарҙың социаль-иҡтисади һәм фәнни потенциалын үҫтереүгә ҡағылышлы мәсьәләләр тикшерҙе.
       - Санкт-Петербург дәүләт университеты һәм Башҡорт дәүләт университеты араһында килешеү мөнәсәбәттәре 2006 йылда уҡ үҙ көсөнә инде, - тине БДУ ректоры Мөхәмәт Харрасов. - Ул ваҡытта беҙ вуз-ара хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнөк. Әммә юғары уҡыу йорттарының дуҫлыҡ мөнәсәбәттәре совет осоронан уҡ башланғыс ала. БДУ-ла Санкт-Петербург дәүләт университетын тамамлаусылар эшләй, беҙҙең бихисап уҡытыусыларыбыҙ төньяҡ баш ҡала университетында стажировка үтә һәм төрлө конференцияларҙа ҡатнаша.
       Николай Кропачевтың һәм Мөхәмәт Харрасовтың эшлекле әңгәмәһе ваҡытында кадрҙар проблемаһы, студенттарҙың ялы, БДУ-ның 100 йыллыҡ юбилейын үткәреү кеүек мәсьәләләр ҡаралды. Ректорҙар осрашыу һөҙөмтәләре буйынса фәнни-тикшеренеү эштәрå, белем биреү һәм ғилми-ғәмәли программалар эшләү өлкәһендә берлектәге эшмәкәрлекте әүҙемләштереү буйынса ҡарар ҡабул итте.
       - Николай Кропачевтың сәфәре вуз-ара бәйләнештәрҙе үҫтереүҙәге яңы этабын билдәләй, - тине БДУ-ның халыҡ-ара хеҙмәттәшлек һәм йәмәғәтселек менән бәйләнештәр буйынса проректоры Василий Суханов. - Хәҙер ике университет араһындағы контакттар киңәйә, ә был аралашыу, бер-берең менән танышыу һәм яҡын киләсәккә хеҙмәттәшлек варианттарын билдәләү мөмкинлеге бит.
       Санкт-Петербург дәүләт университеты делегацияһы ағзалары өсөн Өфө буйынса экскурсия ойошторолдо, республиканың видеопрезентацияһы булды. БР Хөкүмәте бинаһында Санкт-Петербург дәүләт университетының тарихында беренсе тапҡыр университет сенаты ултырышы үтте, унда ҡунаҡтар беҙҙең республика менән хеҙмәттәшлек перспективаларын тикшерҙе. Делегация ағзалары шулай уҡ Рәсәй фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Археология һәм этнография институты музейында булды. Аҙаҡ ҡунаҡтар республиканың дәүләт власы органдары, ойошмалар һәм учреждениелар етәкселәре менән осрашты.
       Мәҫәлән, Санкт-Петербург университетының геология факультеты деканы Игорь Булдаков һәм проректоры Николай Каледин экология мәсьәләләре менән шөғөлләнде. Филология һәм сәнғәт факультеты деканы Сергей Богданов Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһында булды. Медицина факультеты деканы Башҡортостан Республикаһының Һаулыҡ һаҡлау министрлығы менән хеҙмәттәшлек мәсьәләләрен тикшерҙе, ә факультет проректоры Константин Худолей республиканың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр, сауҙа һәм эшҡыуарлыҡ министрлығында үткән осрашыуҙа ҡатнашты.
       Журналистар Санкт-Петербург дәүләт университетының журналистика факультеты деканы Марина Шишкина менән әңгәмәләште. Әңгәмә барышында Марина Анатольевна киң мәғлүмәт сараларына финанс көрсөгө эҙемтәләре тураһында һөйләне. Уның фекеренсә, хәҙерге шарттарҙа киң мәғлүмәт сараларының, иҡтисадтың һәр төрлө тармағындағы кеүек, проблемалары килеп тыуҙы. Шишкина шулай уҡ ысын журналисты әҙерләү тураһында һөйләне.
       - Был ябай түгел, һәр хәлдә, юристы әҙерләүгә ҡарағанда ауырыраҡ, - тип һанай Марина Анатольевна. - Яҡшы журналист - ул берәмләп һатыла торған тауар. Шуға күрә ысын журналистарҙы әҙерләүҙә төбәктәрҙә киң мәғлүмәт саралары, власть структуралары етәкселәре етди иғтибар бүлергә тейеш.
       Дөйөм алғанда, Санкт-Петербург дәүләт университеты делегацияһының Өфөгә сәфәре һөҙөмтәле булды. Университеттың һәм беҙҙең республиканың артабанғы хеҙмәттәшлеге уңышлы һәм үҙ-ара файҙалы буласағына инанайыҡ. "Дуҫ бәлә-ҡаза килгәндә ташламай, артығын һорамай бит, ә был ысын тоғро дуҫ тигәнде аңлата".

Елена Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал