6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Бәлә-ҡазаға юл ҡуйманы
09.12.08


       1919 йылдың көҙөндә Башҡортостан бәлә-ºàçàà þëûà. Тиф эпидемияһы контрреволюцияның ҡурҡыныс союздашы булды. Сабыртмалы тиф тимер юл линияһы буйынса иң элек Златоуст, Өфө һәм Бәләбәйгә зыян килтерҙе. Уны хәрби тотҡонлоҡта булыусылар һәм көнсығыштан колчаковсылар станынан һатлыҡтар таратты. Илдәге аслыҡ, торлаҡтың етешмәүе эпидемияның тиҙ таралыуына булышлыҡ итте. Ул ваҡытта "Йә бет беҙҙе еңә, йә беҙ уны еңәбеҙ" тигән лозунг ҡаты иҫкәртеү сифатында хеҙмәт итте. Был һис тә арттырыу түгел. 1919 йылдың көҙөндә Өфө губревкомы Совнарком рәйесе Владимир Ильич Ленинға телеграмма һуға:
       "Сабыртмалы тиф эпидемияһы киң тарала бара. Ауырыуҙар һаны 16 меңдән ашып китә. Көн һайын яңы ағым килә. Беҙ ҡулдан килгән тиклем саралар ҡабул итәбеҙ..."
       Граждандар һуғышы бара. 1919 йылдың 24 октябрендәге Хеҙмәт һәм Оборона советы ултырышында сабыртмалы тиф менән көрәш тураһында мәсьәлә ҡарала. Һаулыҡ һаҡлау халыҡ комиссары Николай Семашко сығыш яһай. Ул ҡабул ителгән саралар тураһында бәйән итә, ҡайһы бер урындарҙа, шул иҫәптән Бәләбәйҙә, санитар ҡаласыҡтар ойоштороуҙы тәҡдим итә. 31 октябрҙә сираттағы Совет ултырышында "Өфөлә һәм Ырымбурҙа мунсаларҙы утын менән тәьмин итеү буйынса саралар тураһында" доклад тыңланыла.
       Хеҙмәт һәм Оборона советы Бөтә Рәсәй ғәҙәттән тыш комиссияһы органдарына Һаулыҡ һаҡлау халыҡ комиссариатына тиф эпидемияһы менән көрәштә ярҙам күрһәтергә бойора. Бөтә Рәсәй ғәҙәттән тыш комиссияһы ҡарамағында Бөтә Рәсәй тиф менән көрәш буйынса комиссияһы булдырыла. Уның менән Феликс Дзержинскийҙың урынбаҫары Михаил Сергеевич Кедров етәкселек итә.
       М.С. Кедров 1878 йылдың 24 февралендә тыуған. Ул күренекле революционер, юғары белемле кеше. Белеме буйынса юрист һәм табип, тарихсы һәм әҙәбиәтсе. 1917 йылда Петроградта РСДРП хәрби ойошмаһының ағзаһы була, "Солдатская правда" һәм "Эшсе һәм һалдат" гәзиттәрендә мөхәррир булып эшләй. Профессиональ революционер эмиграция ваҡытында уҡ ленин мөхитендә була. Граждандар һуғышы осоронда уны Төньяҡ, Көньяҡ, Көнбайыш фронттарҙа беләләр. 1919 йылдың мартынан - Бөтә Рәсәй ғәҙәттән тыш комиссияһының айырым бүлеге рәйесе.
       Кедров юғары медицина белеменә эйә була, шуға күрә уны тиф менән көрәш буйынса комиссияға йүнәлтәләр.
       Яңы заданиены үтәп, Михаил Сергеевич 1919 йылдың 5 декабрендә Өфөгә килә. Ул ваҡытта хәрби госпиталдәр, эвакуация пункттары тулы була. Өфө вокзалы бинаһы ҡаҡ иҙәндә һауҙар менән арҡыс-торҡос ятҡан ауырыуҙар менән тулған.
       М.С. Кедров үҙенә хас энергия һәм тәүәккәллек менән эш башлай. 6 декабрҙә ул Өфө ғәҙәттән тыш комиссияһының киңәйтелгән коллегия ултырышында сығыш яһай. Ул ил чекистары алдында дәүләт мөһимлегендә мәсьәлә ҡуйылыуын һыҙыҡ өҫтөнә алып үтә. Бөтә Рәсәй тиф менән көрәш буйынса комиссия составына тиккә ãåíœ Ленин инмәгән.
       7 декабрҙә Кедровтың áîéîðîºòàðû Өфө халҡына еткерелә. Ҡаланың бөтә медицина персоналы хеҙмәт йөкләмәһе буйынса тиф эпидемияһы менән көрәшкә мобилизациялана. Ғәҙәттән тыш комиссияның санитар һағы һәм милиция тарафынан сирлеләр, ҡасаҡтар, санитар поездар өсөн Өфөгә инеү юлы 14 көнгә ябыла.
       Кедров бойороғо буйынса һәм Һаулыҡ һаҡлау халыҡ комиссары Николай Семашко ярҙамында Өфөлә генә дауахана койкаларының һаны 9500-гә тиклем арттырыла, тимер юлдың йөк һаҡлау складтары госпиталь рәүешендә ҡулайлаштырыла. Госпиталдәрҙе, мунсаларҙы, дезинфикция камераларын яғыулыҡ менән тәьмин итеү буйынса саралар ҡабул ителә.
       Мәскәү илсеһе Өфөлә генә түгел, ә бөтә Башҡортостанда тиф менән көрәш буйынса эштәр торошо менән ҡыҙыҡһына.
       М.С. Кедров Семашкоға телеграмма ебәрә:
       "Һаулыҡ һаҡлау халыҡ комиссариаты вәкилдәре менән берлектәге кәңәшмәлә түбәндәге хәлдәр асыҡланды: Башҡорт АССР-ында тиф эпèдåмияһы ҡотора, ул халыҡтың 65 процентына зыян килтерҙе, фронтҡа барыусы кешеләрҙең 40 проценты тиерлек сирлеләр. Стәрлетамаҡта, республиканың үҙәгендә, хәрбиҙәр өсөн 200 койка бар, граждандар өсөн - 200. Сирлеләрҙең һаны был һандарҙан күпкә артығыраҡ. Ашығыс рәүештә өҫтәмә койкалар булдырырға кәрәк..."
       1920 йылдың ғинуарында Семашко тиф менән көрәшеү өсөн Башҡортостанға сираттағы медицина персоналын, кейем-һалымдар, деçèнфекция отрядтарыí оҙатыу тураһында хәбәр итә.
       Тифҡа ҡаршы көрәш буйынса Михаил Кедровтың, Өфө ойошмаларының тиҙ һәм тәүәккәл саралары үҙ һөҙөмтәләрен бирә. 1919 йылдың аҙағында эпидемия кәмей төшә. 1920 йылдың йәйендә Өфөлә тиф эпидемияһы бөтөрөлә.
       Михаил Сергеевич Бөтә Рәсәй сабыртмалы тиф менән көрәш буйынса комиссияһының эше тураһында хәтирәләр ҡалдырмаған. Кедровтың 16 йәшлек улы Бонифатий, аҙаҡ академик, философ, быларҙы эҙләй. Уның хәтирәләрендә, бәлки, ҡабатлауҙар ҙа барҙыр. Әммә унда сағыу бер фекер яңғырай: Михаил Сергеевич бәлә-ҡазаға юл ҡуйманы, ул уны Өфөнән генә түгел, әммә Рәсәйҙең үҙәгенән алып китте.
       Бонифатий Кедров хәтирәләре:
       "Мин 1919 йылдың аҙағын һәм 1920 йылдың башын Бөтә Рәсәй сабыртмалы тиф менән көрәш буйынса комиссияһының махсус поезында үткәрҙем, уның менән минең атайым етәкселåк итте. Ул белеме буйынса табип ине, Граждандар һуғышы осоронда характеры буйынса чекис һәм хәрби. 1919 йылдың аҙағында беҙҙең Көнсығыш фронт көнсығышҡа табан алға барҙы. Ҡыҙыл Армия колчаков армияһын эҙәрләне һәм тар-мар итте. Беҙҙән ҡасып, сабыртмалы тиф йоҡторған аҡтар армияһы, беҙгә мираҫҡа тифлы һалдаттар ҡалдырҙы. Сабыртмалы тифтың баҫып алыуын иҫкәртеү өсөн, ныҡлы һаҡ булдырырға кәрәк ине: башта Волгала, аҙаҡ Уралда һәм Урал аръяғында һәм, ниһайәт, Көнбайыш һәм Үҙәк Себерҙә. Һәм бына шуның өсөн комиссия булдырылды ла инде.
       Мин үҙем дә ошо комиссия хеҙмәткәрҙәре исемлегенә индем һәм һәр йомошто үтәп, әүҙем эш алып барҙым. Ә эш муйындан ине. Симбирскиҙан башланыҡ. Бында санитар пунктын ойошторҙоҡ. Станцияла Мәскәү яғына, йәғни көнбайышҡа китеүселәрҙең бөтәһåí­ дә тикшереү өсөн күҙәтеү пункты булдырылды... Уның артынан - Өфө, Курған, Омск, Новониколаевский... Тимер юл полотноһы тирәләй ҡарҙа колчаков һалдаттарының мәйеттәре ята. Госпиталдәр тиф менән ауырыусылар менән тулған. Табиптар һәм медицина персоналдары етешмәй, үлгәндәрҙе ерләү өсөн ҡулдар етешмәй. Беҙ көн-төн эшләнек.
       10 декабрҙә, минең тыуған көндә (миңә 16 йәш тулды) беҙҙең поезд Урал һыртын үтте, һәм мин паровозда тороп, Урал тауҙарының ҡышҡы пейзажы менән һоҡландым.
       Әлбиттә, күптәрҙе Михаил Сергеевичтың яҙмышы ҡыҙыҡһындырыр. Тураһын әйтәм: ул аяныслы булды. Репрессияның ҡара һыҙаты беҙҙең ғаилә аша үтте. Ялған яла яғыу арҡаһында 1940 йылда Игорҙың улын, чекисты атып үлтерәләр. Бер аҙҙан М.С. Кедров артынан киләләр. Ҡулға алалар, төрмәлә тоталар. Уны халыҡ дошманы òèï òàíûðà òûðûøûï, бер нисә ай дауамында аяуһыҙ яфалайҙар. Кедров бер ниндәй ҙә мәғлүмәт бирмәй. 1941 йылдың 9 июлендә уны хөкөм итәләр. Аталар. 1954 йылда үлгәндән һуң аҡлана.
       Быйыл М.С. Кедровтың тыуыуына 130 йыл тулды. Әммә февраль айында уның ҡәберендә сәскәләр булманы, сөнки уë ерләнгән урынäû бер кем дә белмәй. Әммә Мәскәүҙә, Архангельск һәм Санкт-Петербург ҡалаларында Кедров исемендәге урам бар.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал