6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Эшҡыуарлыҡ

Эшҡыуарлыҡҡа көрсөк àÿº ñàëàìû?
09.12.08


       Көрсөккә зарланмаған, етештереү өлкәһендә уңышҡа ирешкән, мөлкәтте алты өлөшкә бүлгән һәм бәхәскә инмәгән эшҡыуар бармы? Был буш хыял! Ашыҡмай торайыҡ. Был һорауҙы асыҡлау өсөн медицина техникаһы етештереү буйынса компанияның коммерция директоры Александр Грищенко менән әңгәмә ҡорабыҙ. Быны ул бизнесты алып барыу тәжрибәһе менән иҫбатлай.
       - Александр Васильевич, һеҙҙең фирма нисек барлыҡҡа килде?
       - Бөтәһе лә 1989 йылда башланды. Беҙ дуҫтар менән (белемдәре буйынса инженерҙар) Өфө авиация институтының конструктор бюроһында эшләнек, шәхси нигеҙҙә ҡайһы бер проекттар менән шөғөлләндек. Башта медицина тематикаһы тураһында уйлап та ҡараманыҡ - башҡа килмәне. Медицина ҡорамалдары етештереү буйынса фирма директоры Валериан Иванович Черненко менән танышырға тура килде. Һәм ул был йүнәлештә эшләргә тәҡдим итте, ә аҙаҡ ул һатыу итергә һәм беренсе заказды ойоштороуҙа ярҙам итте.
       - Ни өсөн медицина ҡорамалдары һуң?
       - Ул ваҡытта медицина техникаһын етештереүселәр аҙ ине. Был өлкә ауыр, күп сығымдар талап итә, һәм уны тик "дәүләт гиганттары" ғына еңә ала ине. Беҙ, асылда, уңдыҡ, электрон системалар эшләү тәжрибәһенә генә эйә булып, буш урынды аса һәм үҙләштерә алдыҡ. Айырыуса беренсе осорҙа күп көс һалырға тура килде.
       - Һөҙөмтәлә нимә килеп сыҡты?
       - Яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, уның һигеҙ (аҙаҡ алты) хужаһы барлыҡҡа килде. Бөгөн уларҙың һәр береһе үҙенең эшмәкәрлек өлкәһе өсөн яуаплы. Мин, миҫал өсөн, фирманың коммерция директоры булып эшләйем, минең дуҫым - финанс директоры. Күп йылдар дауамында шулай эшләйбеҙ, һәм әлегә бәхәскә ингән юҡ.
       - Ниндәй продукция етештерәһегеҙ?
       - Әле беҙ медицина лабораториялары өсөн приборҙарҙың өс төрөн сығарабыҙ. Беренсеһе - ул ҡан электролиттары анализаторы, беҙ уны 1992 йылда сығара башланыҡ. Икенсеһе - кислоталы-төп тигеҙләнеш анализаторы, уның һөҙөмтәләре буйынса төрлө стадиялағы ҡайһы бер патологиялар диагностикалана. Ике прибор ҙа, башлыса, реанимация лабораторияларында ҡулланыу өсөн тәғәйенләнә.
       Өсөнсө прибор, ул 2000 йылдан сығарыла - глюкоза анализаторы, ул шәкәр диабетын асыҡлау өсөн бөтә район дауаханаларында ла ҡулланыла.
       Әйтергә кәрәк, беҙ үҙебеҙҙең приборҙарҙы даими камиллаштырабыҙ. 1992 йылда эшләнелгән анализатор әле етештерелгәненән айырыла. Фирманың үҙенең етештереү майҙандары, йыйыу цехы, офис өлөшө барлыҡҡа килде, штат артты. Етештереү күләмдәре лә артты - 1998 йылдағы дефолттан һуң беҙ йыл һайын 30 проценттан алып 50 процентҡа тиклем тотороҡло үҫеш күҙәтәбеҙ. Миҫал өсөн, өс йыл элек беҙ йөҙҙœрсә прибор сығара инек, ә хәҙер - 200. Яҡынса динамика øóíäàé. Финанс көрсөгө нәмә күрһәтер, ҡарарбыҙ.
       - Әйткәндәй, көрсөк шарттарында ниндәй саралар ҡабул ителә?
       - Беҙ әлегә уның тәьҫирен һиҙмәнек, сөнки беҙ кредиттар алмайбыҙ - үҙебеҙҙең килем иҫәбенә эш итәбеҙ. Финанс донъяһындағы һуңғы ваҡиғалар (миҫал өсөн, долларҙың үҫеүе) беҙгә ҡурҡыныс янамай. Ни өсөн? Бөтәһе лә ябай ғына: сит ил техникаһы, уларҙың хаҡы Америка валютаһы менән иҫәпләнә, әле ҡиммәтләнә. Ә ватан техникаһы - киреһенсә, үҙенең позицияларын нығыта.
       Конкуренция һәләтлелеген күтәреү тураһында һүҙ алып барыу әлегә иртәрәк. Негатив сюжеттар ҙа юҡ түгел. Мәҫәлән, дәүләт медицинаға тотоноуҙарҙы кәметә ала - һәм һөҙөмтәлә медицина ҡорамалдарын һатып алыу кәмейәсәк. Былар бөтәһе лә, әлбиттә, етештереүсегә лә ҡағыла. Әммә быға тиклем килеп етмәҫ тип уйлайбыҙ.
       - Кредитһыҙ нисек эш итә алаһығыҙ?
       - Беренсенән, беҙҙә сит ил аналогтарына ҡарағанда хаҡтар арзаныраҡ. Бынан тыш, әгәр сит ил анализаторҙары арзан булған осраҡта, уларға тотоноу материалдары күберәк талап ителә. Тимәк, анализдың хаҡы юғары була - ә был клиника өсөн файҙаһыҙ. Шуға күрә, лабораториялар, бер нисә варианттарҙы сағыштырып, беҙҙә туҡтала.
       - Һатыуҙы нисек ойоштораһығыҙ?
       - Беҙ клиникалар менән туранан-тура һирәк эш итәбеҙ. Әгәр беҙгә туранан-тура мөрәжәғәт итәләр икән, беҙ баш тартмайбыҙ, бөтә ҡуйыуҙар дәүләт һатып алыуҙар системаһы аша үтә. Әгәр клиника үҙенең лабораториялары өсөн техника һатып алырға теләһә, ул етештереүсе фирмалар өсөн һатыу конкурсы ойоштора. Һөҙөмтәлә ҡорамал һайлап алына.
       Бынан тыш, беҙҙең техника сил илгә лә - башлыса, Украинаға (30 процент), Һиндостанға, шулай уҡ БДБ илдәренә оҙатыла.
       - Александр Васильевич, бизнес проблемалары тураһында һөйләгеҙ әле?
       - Бәлки, иң элек, бында контроль яһаусы органдарҙың кәрәгенән артыҡ булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алырға кәрәктер. 1992 йылда баҙар, футбол майҙаны кеүек, буш ине. Нәмә теләйһең шуны етештереп, теләгәнеңде һатып була ине. Әле импорт яғынан конкуренция баҫымы көслө. Ярашлы рәүештә һатып алыусыларҙың талаптары ла артты - уларҙың сағыштырып һайлап алыу мөмкинлеге бар.
       Бынан тыш, медицина техникаһын етештереү һәм һатыу өсөн рөхсәт документтары - лицензиялар, сертификаттар, танытмалар, шулай уҡ продукцияның эшкә һәләтлелеген ваҡытлы тикшереүҙәр кәрәк. ISO сифат сертификаттары - плюс. Һәм былар бөтәһе лә хәтһеҙ күп аҡса бит!
       Кадрҙар проблемаһы ла бар - квалификациялы эшселәр (токарҙар, фрезеровщиктар) табыуы ауыр. Белгестәрҙең күп өлөшө табышлы өлкәгә - төҙөлөшкә, капиталь ремонтҡа китте.
       Ахырҙа, иң мөһиме, Рәсәйҙә етештереү өлкәһе бер аҙ тарҡалды. Элек заводтар күп ине, уларҙа комплектлаусы материалдар әҙерләүгә заказдар урынлаштыра ала инек. Әле Өфөлә бындай предприятиеларҙың һаны кәмене, ә ҡалғандары иһә хаҡтарҙы күтәрҙе. Әлбиттә, был тауарҙың үҙҡиммәтенә көслө тәьҫир итә.
       - Ҡуртымға алыу мәсьәләләре һеҙҙең өсөн мөһимме?
       - Һис шикһеҙ. Беренсенән, ҡуртым түләүҙәре даими арта. Бынан тыш, ҡуртымға алыу тураһындағы килешеүҙе йыл һайын яңынан төҙөргә кәрәк, беҙҙең әлеге ҡуртымға биреүсе киләһе йылда яңы контракт төҙөргә әҙерме - бер ниндәй ҙә гарантия юҡ.
       - Эшҡыуарҙарға дәүләттән майҙандың бер мең "квадрат"ына тиклем һатып алыу мөмкинлеген биргән "Күсемһеҙ милекте алыу үҙенсәлектәре тураһында" закондың ҡабул ителеүе һеҙгә ярҙам иттеме?
       - Юҡ, эш шунда, беҙ башта уҡ шәхсиҙәрҙән бинаны ҡуртымға алдыҡ - һәм быға альтернатива әлегә ҡаралмай. Таныш эшҡыуарҙарға ҡарата ла шулай әйтә алам. Бөгөн муниципаль бина табыу, бигерәк тә етештереүсе - был реаль түгел! Кем өсөндөр был закон, áœëêè, файҙалы булыр.
       - Һеҙ ниндәй принциптарға таянып эш итәһегеҙ?
       - Предприятиеның "миссияһы" юҡ. Беҙ бер ниндәй ҙә рәсми девиз раҫламаныҡ. Шул уҡ ваҡытта, беҙҙең эшмәкәрлекте ике һүҙ менән ҡылыҡһырлап була: "медицина өсөн сифатлы һәм арзан ҡорамал етештереү".
       - Етештереү өлкәһендә үҙ эшен асырға теләгән эшҡыуарға ниндәй кәңәш бирер инегеҙ?
       - Айырым рецепт юҡ ул. Күп эшләргә кәрәк һәм уңышта ышаныслы булыу зарур.
       Тимәк, еңелдән булмаған эш тә лә, техника етештереү кеүек, уңышҡа өлгәшеп була - һәм бының өсөн айырым "рецепттар" ҙа кәрәкмәй. Татыулыҡ, яҡшы белем һәм эшләү теләге - былар, бәлки, уңышты тәшкил итеүселәрҙер.

Дарья Святохина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал