6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Власть

Путинға беренсе һорау Башҡортостандан булды
05.12.08


       Кем ҡайҙа, ә Владимир Путин Яңы йылды өйөндә ҡаршылаясаҡ. Был турала Хөкүмәт башлығы Рәсәй õàëºû менән тура эфирҙа осрашыуында белдерҙе. Владимир Путин тура эфирҙа етенсе тапҡыр халыҡ менән аралашты. Рәсәй халҡы менән интерактив аралашыу практикаһын Президент булараҡ, ул 2001 йылда индерҙе. Әңгәмә ваҡыты йылдан-йыл арта, быйыл ул өс сәғәт һигеҙ минут дауам итте. Беҙҙең яҡташыбыҙ - Белорет районы Тирлән ауылынан Дмитрий Сальников беренселәрҙән булып һорау биреүе ҡыуаныслы.
       - Беҙҙең ғаилә йәш, беҙ хәҙер эшһеҙ ҡалдыҡ, сөнки предприятиебыҙ финанс көрсөк арҡаһында ябылыу сигенә етте, - тип мөрәжәғәт итте ул премьерға. - Ҡасаба халҡы эшһеҙ ҡалды, сөнки уларҙың һөнәре металлургия производствоһы менән бәйле. Артабан нисек йәшәргә?
       - Иҡтисад үҫеше осоронда, атап әйткәндә, металлургия сәнәғәте, предприятиелар киңәйҙе һәм бихисап белгестәр йыйҙы. Бөгөн металл ҡулланыу күпкә кәмене, беҙҙең продукцияны сит илгә сығарыу кәмене, ә беҙҙең компаниялар продукцияның 50 процентын тиерлек экспортҡа оҙата ине. Был объектив проблема, уға беҙ туранан-тура тәьҫир итә алмайбыҙ. Әммә, мин ышанам, донъя конъюнктураһы үҙгәрәсәк, һәм хеҙмәт ресурстарына ихтыяж буласаҡ, - тине Владимир Путин.
       Дәүләт быға оҡшаш хәлдә ҡалған кешеләргә ярҙам итәсәк, тине Путин. Эшһеҙҙәргә пособиелар күләме артты - айына 4900 һумға тиклем, ә муниципаль һәм төбәк властары хеҙмәт ресурстарын ихтыяж булған урындарға йүнәлтеп, эш урындарын һаҡлап ҡалыу, йәки хеҙмәткәрҙәргә яңы квалификация биреү буйынса саралар комплексын тормошҡа ашыра башларға тейеш.
       Дмитрий Сальниковтàн тыш республиканан тағы ике кеше Путин менән бәйләнешкә сыҡты, улар ҙа быға оҡшаш һорау бирҙе. Беренсеһе: "Һеңлем (уның бер күҙе юҡ) балиғ булғас, ни өсөн унан инвалидлыҡты алдылар?" тип һораны, ә икенсеһе патронат тәрбиәгә алған алты йәшлек баланың инвалид булыуын йыл һайын иҫбатларға кәрәклегенә зарланды. Владимèр Путин уларҙың проблемаһын хәл итеүҙә ярҙам итәсәген белдерҙе.
       Башҡортостан власы тура эфирҙа яңғыраған һорауҙарға иғтибар бүлде. Шулай итеп, уларҙың береһе, һеңлеһен попечителлеккә алған. "БР буйынса Áàø медиöèíà-социаль экспертиза бюроһы" федераль дәүләт учреждениеһы етәксеһе Юрий Томилов ошондай аңлатма бирҙе: "Федераль норматив документтарға ярашлы күҙҙең берåšå òåéåøëå ê¼ðå¼ šœëœòåíœ ýéœ áóëšà, икенсеšåíå¾ булмауы йәшәéåøòå¾ é³ð³¼, ¼ƒ ¼ƒå¾äå õåƒìœòëœíäåðå¼, àðàëàøûó, õîëºî¾à êîíòðîëëåê èòå¼ šœì óºûó êå¼åê категорияларын сикләìœé. Ошоға бәйле инвалидлыҡ категорияһы билдәләнмәй". Икенсе осраҡта Томилов: "Көсөнә ингән үҙгәрештәргә ярашлы, баланың инвалидлыҡ êàòåãîðèÿšû срокһыҙ билдәләнәсәк, бала һуңғы тапҡыр, төҙөтмәләр ғәмәлгә ингәнгә тиклем, яңынан ҡарап тикшереү үткән", тине. Шуға ҡарамаҫтан, БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Фидус Ямалетдинов БР буйынса Áàø медиöèíà-социаль экспертиза бюроһы эше сифатына халыҡ яғынан шелтәләр булыуын билдәләне.
       - Šœð закон, è¾ ýëåê, халыҡòû¾ мәнфәғәттәрен яҡларға тейеш. Беҙ бөтә ìœñüœëœëœðƒœ, айырыуса, мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең һаулығына һәм тормош шарттарына ҡаðààí һорауҙарға иғтибарлы булырға тейешбеҙ, - тине БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев. - Хәҙер һәр аныҡ îñðຠбуйынса ентекле тикшереү бара, әгәр вайымһыҙлыҡ šœì бюрократик åòåøšåƒëåêòœð àñûºëàíàí îñðàºòà муниципаль берәмектәрҙең айырым хеҙмәткәрҙәреíœ ºàðàòà òåéåøëå šûûìòàëàð ÿšàëàñàº.
       Владимир Путин 72 һорауға яуап бирҙе. Бик күп һорауҙар финанс көрсөгөнә, уның сәбәптәренә, эҙемтәләренә ҡағылды.
       Һорауҙарҙың икенсе киң блогы туранан-тура социаль тематикаға ҡағылды. Ваҡиғаларҙың бындай үҫешен белеп, Путин аралашыу башланғанға тиклем, финанс көрсөгөнә ҡарамаҫтан, дәүләт социаль өлкәлә планлаштырылған бөтә йөкләмәләрен үтәйәсәк, тип белдерҙе.
       Дөйөм алғанда Владимир Путинға 2,2 миллион һорау инде. Улар телефон, интернет һәм SMS аша бирелде.
       Хөкүмәт башлығының бер нисә резонанслы белдереүҙәрен килтерәбеҙ.
       - Үҙҙәренең эш урындарын юғалтҡан йәки уларҙың эш хаҡы кәметелгән граждандарға дәүләт ярҙам итә ала һәм ярҙам итергә тейеш, тине премьер, "эштән сығарҙылар, ипотекаға алынған торлаҡты нисек һаҡлап ҡалырға" тигән һорауҙарға яуап биреп. Владимир Путин был проблемаларҙы Ипотека кредиты буйынса агентлыҡ системаһы аша хәл итеү мөмкинлеген билдәләне.
       - Уның аша беҙ дәүләт гарантияһын бирә алабыҙ, уның ярҙамында банк үҙенең финанс проблемаларын хәл итә ала, - тине Путин.
       2009 йылдың башынан әсәлек капиталын файҙалана башлау тәҡдиме көслө ҡул сабыуҙар менән ҡаршы алынды. Элек был средстволар менән файҙаланыу 2010 йылдың 1 ғинуарынан планлаштырылғайны. Путин билдәләүенсә, әсәлек капиталы менән ипотека кредитын ҡаплап була.
       - Хеҙмәт срогы - 12 ай, - тип тынысландырҙы Путин хеҙмәткә àлыныусыларҙы һәм ата-әсәләрҙе, "армияға ике йылда һигеҙ айға саҡыра башлаясаҡтар" тигән һорауға.
       2009 йылда пенсиялар үҫеше 34 процент тәшкил итәсәк. Пенсия киләһе йыл дауамында өс тапҡыр артасаҡ. Ике тапҡыр - база ставкаһы, страховка өлөшө - бер тапҡыр.
       Ауыл хужалығы, оборона сәнәғәте, бәләкәй һәм урта бизнес - был тармаҡтарға банктар беренсе сиратта кредит бүлергә тейеш.
       - Бөгөн беҙ банк секторына ҙур средстволар йүнәлтәбеҙ, улар кемдәрҙе кредитларға ниәтләнә, һәм уларҙан отчет талап итәбеҙ, - тине Путин.
       Нальчиктан бер уҡыусы Сочиҙа 2014 йылда үтәсәк Олимпиада тураһында һораны. Көньяҡ Осетиялағы һуғыш арҡаһында Олимпиада уйындары өҙөлмәҫме? тип борсола ул. Олимпиада Сочиҙа үтәсœк, шулай уҡ Олимпиаданы үткәреүгә бүленгән средстволар күләме лә кәмемәйәсәк, тине Путин.
       Хөкүмәт башлығы эшкә урынлашыу проблемаларына айырым иғтибар бүлде. Ауыр иҡтисади хәлгә бәйле сит ил эшсе көстәренә квоталар ике тапҡырға кәмейәсәк, тип белдерҙе Путин. Рәсәй халҡына эшһеҙлек янамай. Ә кем эш урындарын ҡыҫҡартыуға эләккән, уларға пособие ҡаралған.
       - Иҡтисадтың яңы үҫешенә хеҙмәт баҙарын әҙерләргә кәрәк, - тиíå Владимир Путин.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал