6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Байрамдар

Ҡорбан ғәйете йәштәр өсөн
05.12.08


       Башҡортостан мосолмандары Ҡорбан ғәйетенә әҙерләнә. Быйыë ул 8 декабргә тура килә. Был көн республика Хөкүмәте ҡарары менән ял көнө тип иғлан ителде.
       Ҡорбан ғәйете ìосолман календары буйынса Зөлхизә айының унынсы көнөндә билдәләнә Һәм бөтә донъя мосолмандары уны Мәккә янында билдәләргә тырыша. Мәккәгә барып хаж ҡылыу - динсел мосолмандарҙың төп вазифаһы һанала.
       Быйыл Рәсәйҙән 20 меңгә яҡын мосолман изге урындарға барып хаж ҡыласаҡ, улар араһында Башҡортостандан 310 кеше бар. Был үткән йылға ҡарағанда, 85 кешегә күберәк. Шулай итеп, финанс көрсөгөнә ҡарамаҫтан, хажға барыусылар һаны кәмемәгән, ә, киреһенсә, артҡан.
       Һуңғы йылдарҙа беҙҙең республиканан хажға барыусы уртаса йәштәге мосолмандар һаны кәмей. Башлыса Мәккәгә быйыл 40 йәштән алып 60-ҡа тиклемге кешеләр юл алды. Иң йәш хаж ҡылыусыға - ике йәш ярым. Әйткәндәй, хажға барыусы ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар һаны тигеҙ.
       €œðœôœт тауында тороу хаж ҡылыу кульминацияһы һанала. Быйыл ул 7 декабрҙә була. Был ваҡиғанан һуң бөтә мосолмандар ҡорбан килтереү байрамын - Ҡорбан ғәйетен билдәләй.
       Бөтә кешенең дә Мәккәгә барып хаж ҡылыу, мосолмандарҙың төп байрамында ҡатнашыу мөмкинселеге булмай. Ислам ҡанундары динселдәргә йоланың кульминацион өлөшөн Мәккәлә генә түгел, ә бар ерҙә, улар ҡайҙа була, шунда башҡарырға рәхсәт итә.
       Ҡорбан ғәйете изге Рамаҙан айы тамамланғандан һуң, 70 көн үткәс башлана. Был көндө мосолмандар һау малды ҡорбан килтерә.
       Шуға күрә был ваҡиғаны иҫтә тотоп, етеш йәшәгән һәр мосолман ғаиләһе 8 декабрҙә ҡорбан килтерә - һыйыр, һарыҡ йәки кәзә һуя.
       Әйткәндәй, ҡорбан килтереү өсөн тәғәйенләнгән малды алдан уҡ һайлайҙар. Уны хатта айырым ашаталар, ҡай саҡта малды төрлө тылсымлы бетеүҙәр, сағыу буяуҙар менән биҙәйҙәр, муйынсыҡтар һәм ҡыңғырауҙар тағалар.
       Ҡорбан килтереү йолаһы тураһында һөйләгәндә, мәсеттән дин әһеле саҡырыла, ул мал өҫтөндә махсус доға уҡый. Малды башын Мәккәгә ҡаратып салалар. Һәр мосолман: "Алла хаҡына, Бөйөк Алла!" тип әйтергә тейеш.
       Аҙаҡ мосолмандар был иттән киске аш бешерә, унда һәр теләгән мосолман ҡатнаша ала. Өҫтәл түрендә мулла йәки почетлы ҡунаҡ ултыра. Итте өс өлөшкә бүләләр: бер өлөшөн ярлылара тараталар, икенсе өлөшөнән туған-тыумасалàðû, күршеләре һәм дуҫтары өсөн һый әҙерләйҙәр, ә өсөнсө өлөшөн мосолман үҙендә ҡалдыра ала.
       8 декабрҙә Башҡортостанда һәр мәсеттә тиерлек, шулай уҡ бик күп баҙарҙа ҡорбан килтереләсәк. Өфөлә байрам вәғәздәре түбœндәге мәсеттәрҙә үтәсәк: "Ләлә-Тюльпан" мәсетендә (Комаров урамы, 5), "Ихлас"та (Сочинская урамы, 43), Беренсе Өфө собор мәсетендә (Туҡай урамы, 52), мосолмандарҙың иҫке зыяратындағы "Ғофран" мәсетендә (Алтай урамы, 19) һәм "Хәмзә" мәсетендә (Гагарин урамы, 16). Һанап үтелгән мәсеттәрҙең бөтәһендә лә ҡорбан килтереү йолаһы үтәсәк. "Ихлас" мәсетенә, миҫал өсөн, 200 баш һарыҡ килтерәсәктәр.
       8 декабрҙә шулай уҡ хәйриә байрам аштары ойоштороласаҡ. Махсус әҙерләнгән былау беренсе собор мәсете һәм "Ихлас" янында бушлай таратыласаҡ.
       Ҡорбан ғәйетен ғәҙәттә 3-4 көн байрам итәләр. Был көндәрҙә мосолмандар яҡындарына, дуҫтарына бүләктәр тарата. Улар шулай уҡ яҡындарына, дуҫтарына барып хәл-әхүәлдәрен белә.
       Донъяға төрлө ҡараштар, идеологиялар һәм дини ағымдар араһында даими көрәш барған ваҡытта, мосолмандар мөһим ролде йәштәргә йөкмәтә. "Йәшлек - ул Хоҙайҙың бүләге һәм бөйөк мәрхәмәте, шуға күрә йәш мосолман бының өсөн яуаплылыҡ тойорға тейеш", - тиелә Ҡөрьәндә.
       Республикала хәҙерге йәштәр дин менән ҡыҙыҡһынамы, йәш мосолмандар өсөн Ҡорбан ғәйете ниндәй әһәмиәткә эйә? "БАШвестЪ" хәбәрсеһе был һорауҙарҙы асыҡлау өсөн Мәрйәм Солтанова исемендәге мәҙрәсә ректоры Илдар хәҙрәт Малахов менән әңгәмәләште:
       - Әле, башлыса, дин менән йәштәр ҡыҙыҡһына. Миҫал өсөн, беҙгә БДУ, БДМУ, ӨДАТУ студенттары йыш килә. 20 йыл элек мәсеткә тик өлкәндәр, революцияға тиклем тәрбиә алған кешеләр генә йөрөй ине. Ә Совет власы îñîðîíäà тәрбиәләнгән урта йәштәге кешеләр ìœñåòêœ йөрөмәé тиерлек. Һәм бөгөн дә уларҙы мәсеттәрҙә һирәк осратаһың. Үҙгәртеп ҡороу осоронда һәм унан һуң тәрбиә алған әлеге йәштәр дингә хөрмәт менән ҡарай һәм Исламдың төп принциптарын һаҡларға тырыша.

Елена Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал