6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт // Хоккей

Словактарҙың хушлашыуы
05.12.08


       "Салауат Юлаев" хоккей командаһы чемпиондар лигаһында сағыу матч үткәрҙе. Турнирҙа көрәште дауам итеү өмөтөнән мәхрүм ителгән "Слован" командаһы Өфөгә килде, һәм хатта икенсе осорҙа иҫәпте 2:1 итте, әммә аҙаҡ тамашасылар Братислава егеттәренең һауала ялтыраған бишенсе нөктәһен күрҙе.
       Кәйеф китте. Майҙанда уйындың туғыҙынсы минутында ярышташсыларҙың береһе Рәсәй йыйылмаһына кандидат Игорь Щадиловтың күҙенә сәкәне менән эләктерә. Щадилов шунда уҡ боҙға йығыла, аҙаҡ тиҙ генә тора ла сисенеү бүлмәһенә йүнәлә. Боҙ өҫтөндә ҡалған ҡан эҙҙәрен ҡырып алалар. Уйындан сығарыу булмаíû - дөйөм алғанда, лайыҡлы эшләгән швед арбитрҙары был мәлде үткәреп ебәрә.
       Беҙҙең менән ложала ике словак ултырҙы. Егеттәр шундай ғорур һәм етди. Улар үҙҙәренең клубы өсөн "көйҙө", "гол" ҡысҡырҙылар. Иҫәп 2:6 булғас, файҙа уларҙың командаһына түгел, - улар тороп сығып киттеләр. Күрәһең, бындай хурлыҡты күтәрә алманылар. Ә "юлаевсылар" тағы ла ике шайба индерҙе. Андрей Сидякин матчтың төп геройы булды - дубль яһаны.
       8:2 - был тағун алдынан мәжлес. Йондоҙҙарыбыҙ тамашасыларҙы ҡыуандырҙы, уларға яҡын араларҙа нервыларын бөтөрөргә тура киләсәк әле. Алда - "Магнит" менән ярымфинал. Был клубҡа ҡаршы ябай ғына матчтар ҙа бәйге-көрәш бит. Алда - Европа чемпиондар лигаһы финалы...
       "Слован" менән матчта Магнитогорск вәкилдәре булды. Уларға беҙ: "Шпиондар!" - тип төрттөрөп әйтеп ҡуйҙыҡ. Улар уйын ҡарарға һәм Өфөлә ярымфиналға эшкә әҙерләнергә килгән.
       - Шуныһы насар: "Салауат Юлаев" һәм Магнитогорскиҙың "Металлург"ы ярым финалда уҡ уйнай, - ти Александр Пережогин. - Әлбитòә, мауыҡтырғыс көрәш буласаҡ, әгәр ул финалда булһа - икеләтә ҡыҙыҡ булыр ине.
       Уйымса, ҡурҡыныс форвардтың фекеренә бөтә Рәсәй ҡушылыр ине. Турнирҙың ике көслө клубы финалға тиклем осраша икән - был ғәҙел түгел.
       Күптәр фекеренсә, "Салауат Юлаев"ҡа "Слован" менән матчта бер нәмә лә кәрәкмәй ине. Әммә мин ҙур хәрефтәр менән яҙам - УЛАЙ ТҮГЕЛ. Был уйында Өфө клубы ярымфиналдың беренсе матчын Магнитогорскиҙа уйнау хоҡуғы өсөн көрәште, ә икенсеһен - үҙ майҙанында. Был үҙ майҙаныңдың өҫтөнлөгө тип атала.
       - Бөгөн беҙгә мотлаҡ еңергә кәрәк ине, - тине баш тренер Сергей Михалев. - икенсе матчты Өфөлә үткәреү уңайлыраҡ...
       Супер көрәштең икенсе һәм мөһим акты Башҡортостандың баш ҡалаһында үтһен өсөн нимә кәрәк ине? Өфө бары тик еңергә тейеш ине. Был осраҡта "Металлург", ул индерелгән шайбалар айырмаһы һәм һаны буйынса артта ҡала, бар өмөтөн тиерлек юғалтты. Уны иҫәптә ҙур айырма ғына ҡотҡара ала ине. Миҫал өсөн, Өфөлә иҫәп 1:0 булғанда, "Магнитҡа"ға Германияла көслө "Айсберен"ға ҡаршы 6:0, 7:1, 8:2 иҫәбе кәрәк ине. Һанарға еңел, 8:2 иҫәбе "Магнитҡа"ны хатта 11 шайба айырмаһы менән еңергә йөкмәтте!
       Әлбиттә, улай килеп сыҡманы. "Металлург" немецтарҙан 1:2 иҫәбе менән еңелде һәм хәҙер үҙ майҙанында беренсе уйынды үткәрергә әҙерләнә.
       Өфө хоккейсылары сағыу шоу күрһәтте һәм матчтан һуң сисенеү бүлмәләрендә һорауҙарға яуап бирҙе, унда матбуғатты ҡыҫҡа ваҡытҡа ғына индерҙеләр.
       - Һеҙҙән КХЛ-да ла һәм чемпиондар лигаһында ла ҡурҡалар, һиҙәһегеҙме? - тип һорайбыҙ Олег Твердовскийҙан.
       - Ярышташсылар хоккейсылары ҡурҡмай, - ти ул. - "Слован" лайыҡлы уйнаны, яҡшы хәрәкәт итте...
       Журналистар сисенеү бүлмәләрендә Андрей Сидякинды тапманы һәм шуға күрә Александр Радуловты уратып алды.
       - Ни өсөн һеҙ стартты бишәү билдәләгән "Александр Пережогин" исеме аҫтында матч алды тамашаһына сыҡтығыҙ?
       - Беҙҙең менән бергә баҫып торған һәм беҙҙе боҙға сығарған кеше бутаған. Был бары ҡыҙыҡ осраҡ ҡына.
       - Уйын тураһында нимә уйлайһығыҙ?
       - Беҙ йыйындыҡ, дүрт шайба индерҙек, әммә бынан һуң да төшөүҙәр булды. Беҙ барыбер еңдек, мин шат, бындай уйын көйәрмәндәргә оҡшарға тейеш.
       - "Слован"дар менән уйын "бысраҡ" күренде...
       - Әлбитә, унһыҙ булмай. Матчта кәрәкмәгән эләктереүҙәр, арттан этәреүҙәр һәм юғары күтәрелгән сәкән менән уйын булырға тейеш түгел, хоккейсылар һәр ваҡыт шуның өсөн көрәшә, әммә словандар тупаҫ уйнаны.
       - Судъяларҙың эше?
       - Улар һәйбәт эшләне. Щадилов менән булған күренеш, беренсе сиратта - уларға пассивҡа. Әммә, икенсе яҡтан, хатта ике төп судъя тегендә-бында сапҡан хоккейсылар артынан күҙәтә алмай. Судъяларҙың да хаталанырға хоҡуғы бар бит.
       "Словандар"ҙың остазы Роберт Пукалович матчтан һуң матбуғат конференцияһында былай тине:
       - "Юлаевсыларға" ҡаршы бишкә биш уйнауы ауыр, ә бишкә дүрт йәки өс - тағы ла ауырыраҡ. Беҙ иҫәпте тота алманыҡ, сөнки диспиплина етмәне - уйынсылар мин талап иткәнде үтәмәне.
       - Һеҙҙә ҡапҡа һаҡсыһын алмаштырыу нимә ҡуҙғатты?
       - Иҫәп 2:5, һәм беҙ аңланыҡ: мәрәй артынан ҡыуып булмаясаҡ, шуға күрә икенсе голкиперға уйнау мөмкинлеге бирҙек.
       "Салауат Юлаев"тың остазы Сергей Михалев:
       - Матчты беҙ яҡшы күңел менән башланыҡ. Рус принцибы буйынса уйнаныҡ. Иҫәп 1:2 булғанда ғына команда ныҡлап уйын күрһәтә башланы, 10 минутты һәйбәт үткәрҙек, дүрт шайба индерҙек.
       - Иң көслө лидерҙарҙан Алексей Терещенко уйнаманы...
       - Беҙ уға ял бирҙек. Беҙҙе алда биш ауыр матч көтә, ә уның бер аҙ проблемалары бар.
       - Һаҡсы Игорь Щадилов ниндәй йәрәхәт алды?
       - Күҙ алмаһы контузияһы. Ул бер ай тирәһе уйнамаясаҡ. Был мәлдә судъяларҙың эш итеүенә аптыраным - майҙанда квалификациялы дүрт арбитр, һәм береһе лә боҙоуҙарҙы күрмәгән.
       Уйындан һуң беҙ судъялар бригадаһын күрҙек һәм, рәсми оҙатып йөрөүселәрҙән һораныҡ:
       - Игорь Щадиловтың күҙенә сәкән менән эләктергәнде бер кем  дә күрмәнеме?
       - Юҡ. Шайба эләккәндер, тип уйланыҡ. Бөтәһе лә һәйбәт булыр, тип ышанабыҙ.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал