6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Күргәҙмәләр

Ҡораманан интерьер
05.12.08


       Нимә ул пэчворк һәм квилт? Был һорауҙы ишетеү менән күптәр иңбаштарын һикертеп ҡуйыр, моғайын. Әммә "ҡораманан тегеү" тиеү менән, бер нисә аңлатмалар ишетәһең. Кемдер ҡорама юрғаны кеүек предметты иҫенә төшөрәсәк, ул боронғо ваҡыттарҙа ауыл ерендә һәр хужабикәнең йортонда булған. Ә кемдер ҡораманан яһалған декаратив панноны һәм картинаны атаясаҡ. Сәнғәттең был төрөн яратыусылар, шулай уҡ үҙҙәре өсөн был жанрҙы асырға теләүселәр өсөн БР Рәссамдар союзының Кесе күргәҙмәләр залында квилт һәм пэчворк техникаһында башҡарылған эштәр күргәҙмәһе асылды.
       Өфөлә был йүнәлештә эшләгән оҫталар етерлек, улар был традицияларҙы һаҡлай һәм уға ниндәйҙер яңылыҡ индерә. Танылғандар араһында - Стелла Маркова һәм Жанна Грибова. Биҙәү-ғәмәли ижадының был төрө торлаҡ биналар һәм офистар дизайнында, шулай уҡ кейемдә киң ҡулланыла.
       - Пэчворк айырым йүнәлеш ñèôàòûíäà бик боронғо замандарҙа булған, һәр халыҡтың ҡорама тегеү буйынса үҙенең тарихы бар, - ти рәссам Жанна Грибова. - Әммә был стилдең тыуған ере Канада һанала, бында квилт һәм пэчворк киң танылыу алған һәм үҫешкән.
       Кешеләр Канада территорияһына әүҙем күсеп килә башлағас, әлбиттә, төрлө ауырлыҡтар килеп тыуған - аҡса етмәгән, материк менән һәр саҡ элемтә булмаған. Кешеләргә ауырға тура килгән. Ҡул аҫтында ниндәй әйбер булһа, шунан яңы предметтар булдырғандар, һәм хеҙмәт иткән әйберҙәр икенсе һулыш алған. Ижадтың был йүнәлешен квилт тип атай башлағандар. Ул үҫешкән, яңы мәктәптәр барлыҡҡа килгән, улар һүрәт төшөрөү һәм эште башҡарыу буйынса үҙҙәренең уникаль техникаһын тәҡдим иткән.
       - Хәҙерге заманда был жанр йылдан-йыл популярлаша бара, - ти Жанна. - Германияла, миҫал өсөн, ҡорамаларҙан йыйылған туҡымалар мануфактура производствоһы өсөн өлгө булып хеҙмәт итә. Ҡорамаларҙан туҡыма килеп сыға. Уларҙан китап тышлыҡтары, диван тышлыҡтары өсөн туҡымалар яһала. Бынан тыш, бындай туҡыманы донъяның күренекле кутюрьерҙары үҙҙәренең коллекцияларын булдырыу өсөн ҡуллана.
       - Жанна, һөйләгеҙ әле, ижадтың был төрө менән ҡасан мауыға башланығыҙ?
       - Мин күптән тегәм. Һәм миңә был шөғөл оҡшай. Белемен буйынса мин рәссам, еңел техникаға - акварелгә, гуашҡа тартылам. Әммә мин һәр саҡ туҡыма менән эшләргә яратҡас, уҡыуҙы тамамлау менән эшмәкәрлектең был төрөнә күстем. Туҡыма менән төҫтәрҙе сағылдырып була, был миңә үтә лә оҡшай. Был палитрала колор һайлағанға ҡарағанда, ауырыраҡ, әммә ул ҡыҙығыраҡ килеп сыға. Быға фактура ла булышлыҡ итә, ул эшкә өҫтәмә эффекттар - ялтырауыҡ, тоноҡлоҡ, йөнтәҫлек өҫтәй. Бында һынлы сәнғәткә ҡарағанда, мөмкинлектәр киң, күберәк уйлап сығарып һәм эксперимент үткәреп була.
       Жанна был йүнәлештә бер нисә йыл эшләй. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, йыш ҡына шәхси заказдар алыу күп нәмәләргә өйрәткән.
       - Кеше, белгестәр фатир дизайнын уйлаһын өсөн, архитектура бюроһына мөрәжәғәт итә. Бында туҡыма ла - төрлө панно, япмалар тәҙрә пәрҙәләре, мендәрҙәр инә. Хатта аш өҫтәлендәге майлыҡтар ҙа иҫәпкә алына. Туҡыма бөтә интерьерға ярҙамға килә, - ти Жанна. - Әгәр аш-һыу бүлмәһе ауыл стилендә, йәки, миҫал өсөн, һунарсы йорто стилендә башҡарылған булһа, ул ваҡытта эске биҙәү әйберҙәре нәҡ бынан сығып хәл ителә. Йоҡо бүлмәһенең стиле сәскә биҙәктәре менән хуплана. Бында ҡорамалар ҡулланып була. Эш кабинетын биҙәгән ваҡытта сәскә блоктарынан торған пэчворк ярҙамға килә. Хәҙер кешеләрҙе магазинға барып әҙер япмалар йәки тәҙрә пәрҙәләре һатып алыу идеяһы ҡыҙыҡтырмай - йортта үҙ стилеңде күрергә теләйһең.
       Жанна тәбиғи ебәк, барса, бәрхәт менән эшләй. Бынан тыш, ҡулланыуҙа еңел туҡымалар күп. Уларҙы күп тапҡырҙар йыуып була, төҫөн дә бик юғалтып һәм ултырып бармай.
       - Заказға эшләгән ваҡытта профессиональ туҡымалар файҙаланыла. Ижади эштәрҙә бөтәһен дә файҙаланып була, хатта полиэтилен өҫтәмәләрҙе лә. Күргәҙмә эштәре - ул айырым категория, - ти Жанна.
       - Күргәҙмә тураһында һүҙ сыҡҡас, ниндәй ҙә булһа эште булдырыу өсөн күпме ваҡыт талап ителә?
       - Эште әҙерләү өсөн ниндәй техниканы һайлауҙан тора. Мин ҡул һәм машина сәнсемен ҡулланам. Шундай әйберҙәр бар, улар ярты йыл буйына эшләнә, ә ҡайһы берҙәре ике ай эсендә әҙер була, бер аҙна эсендә тегелгәндәре бар. Бәләкәй әйберҙәр ҡупшыраҡ килеп сыға. Ҡай саҡта әйбер ябай күренә, әммә уны булдырыу өсөн түҙемлек һәм ҙур көс талап ителә.
       - Ижад процесы ниҙән башлана?
       - Идеянан. Һүрәтте һәм композицияны үҙем уйлап сығарам. Күп осраҡтарҙа эш образын башта тотам, уны төҫтә күҙ алдыма килтерәм. Тегәһе генә ҡала.
       - Күргәҙмәлә тәҡдим ителгән эштәр бөтәһе лә йорт өсөн тәғәйенләнәме?
       - Минең уйымса, биҙәү-ғәмәли ижад әйберҙәре файҙа килтереүгә йүнәлтелгән булырға, һәм улар интерьер биҙәләшендә файҙаланылырға тейеш. Ул панно йәки япма булып хеҙмәт итә ала. Ул һәр йортто биҙәй. Әйбер нисек кенә ябай булмаһын, ул мотлаҡ ҡарашты үҙенә тарта, сөнки ул серле.
       - Йортоғоҙҙа үҙ ҡулығыҙ менән эшләгән әйберҙәр бармы?
       - Балама мин эшләгән япмалар оҡшай. Ул тыуғас, мин уның өсөн урын-түшәк комплекты тектем. Аҙаҡ ул үҫә төшкәс, мин уға икенсе япма тектем. Бындай әйберҙәр еңел килеп сыға, һәм йылы була. Магазиндан һатып алынған япмалар менән сағыштырып булмай.
       - Бындай айырманы нисек аңлатырға?
       - Әйбер яһаған ваҡытта, һин уға үҙ өлөшөңдө бирәһең. Шуға күрә, бәлки, үҙ ҡулың менән эшләгән әйбер күберәк баһаланалыр.
       - Был йүнәлештә үҙен һынап ҡарамаған кеше ошондай шөғөлгә тотона аламы?
       - Әлбиттә. Күп әйберҙе үҙең яһай алаһың. Техника ябай. Әлбиттә, ғәҙәти булмаған сәнсем кеүек профессиональ серҙәре лә бар. Яңы кешегә ҡай саҡ орнаментты төҫтә төшөнөүе ауыр. Әммә былар бөтәһе лә үҙ ваҡыты менән килә. Ниндәй генә туҡыма ҡулланма, һөҙөмтә һәр саҡ төрлө була, һәм уны алдан белеп булмай. Иң мөһиме - башҡарыу теләге, бөхтәлек һәм таҙалыҡ. Һәм мотлаҡ бөтәһе лә килеп сығасаҡ.

Олеся Серегина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал