6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Берлин урамдарында һуғыш барҙы
04.12.08


       Фашистар Берлинды һаҡлап алып ҡалыу өсөн бөтәһен дә эшләне. Немец баш ҡалаһы урамдарында баррикадалар ҡоролдо, танктарға ҡаршы ҡамауҙар, тимер-бетон ҡоролмалар ҡуйылды, йорттарҙың тәҙрәләре бойницаларға әйләнде. Берлинда оборона эштәренә 400 меңдән ашыу кеше йәлеп ителде. Ҡаланы һайлап алынған частар һаҡланы. Танк ҡырыусы отрядтар хәүефле фаустпатрондар менән ҡоралланды. Берлин урамында барған һуғышта беҙҙең артиллеристарға ауырà òóðà êèëœ. Пушкаларға боролор урын булмай. Уларға иҫәпһеҙ-хисапһыҙ пулялар, снарядтар ярсығы, фаустпатрондар яуа. Беҙҙең яҡташыбыҙ, гвардия капитаны Василий Тарасенко командалығында батарея ошондай шарттарҙа һуғыша. Артиллеристар Берлин янындағы Штраусберг биҫтәһендә ҡаты көрәш алып барҙы. Фашистар Тарасенко батареяһы булған участокка биш тапҡыр ташлана. Артиллеристар һөжүмде кире ҡаға. Фашист өңөнөң ҡыҙған урамы буйынса алға бара. Бөтә урында һәр йорт өсөн генә түгел, әммә һәр подвал, сарлаҡ өсөн һуғышыла.
       Батарея командиры капитан Тарасенко бай хәрби тәжрибәгә эйә була. Әммә ул Берлин өсөн көрәштә һуғыш тактикаһына яңылыҡ индерә. Фашистарҙың оҙаҡ ваҡытҡа иҫәпләнгән ут нөктәһе үлем яуҙыра. Ә артиллеристарҙың һуғыш ҡоралын сығарырға һәм дошманға ут асыу мөмкинлеге булмай. Шул ваҡытта батарея командиры фашистарға ҡаршы үҙенең ҡоралы - улъя фаустпатрондары менән һуғышырға ҡарар итә. Ул үҙе үрнәк күрһәтә. Журналист-фронтовик Федор Колядин алыш тураһында бына нисек һөйләй:
       - Минең арттан, ҡустым, - тип саҡыра Тарасенко ординарсыны, нығытманан сығып. - Күпме булдыра алаһың, фаустарҙы үҙең менән ал.
       Капитан, ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, алға шылыша. Уның артынан - һуғышсы. Тирә-яҡта пулялар һыҙғыра, янған йорттарҙың киҫәктәре төшә. Бер урында стена емерелә, ул саҡ-саҡ ҡыйыуҙарҙы ерләмәне. Тарасенко алға барырға ынтыла, әммә бында, юлды ҡаплап, таштар буйынса пулялар шартлай башлай.
       - Күрҙегеҙме? - ти капитан. - Хәҙер мин уларҙың ҡайҙа төпләнгәнен һәм уларҙы нисек алырға икәнлеген күрәм!
       Тарасенко оҙаҡ ваҡытҡа иҫәпләнгән ут нөктәһенең амбразураһында пулемет күреп ҡала һәм беренсе фаустпатронды тоҫҡай. Төтөн һәм туҙандың таралыуын көтөп, икенсеһен ебәрә, ә аҙаҡ - өсөнсө, дүртенсе...
       Гитлерсылар ут менән яуап бирә. Тарасенкоíû¾ бер атыуынан һуң көслө шартлау гөрһөлдәй. Капитан фаустпатрондар менән амбразурала дошман утының нөктәһенә барып эләгә.
       - Фашистар бөттө! - тип ҡысҡыра командир тоҫҡаған снарядтарҙың ҡайҙа эләккәнен күҙәткән ординарсы...
       Алда тағы ла бер һуғыш - һуңғы һуғыш, ул иң ҡурҡынысы. Тарасенко батареяһы урам алыштарында бик күп һуғышсыларын юғалта. Әммә Берлинды яулаó дауам итә. 1945 йылдың 23 апрелендә батареяның һуғыш ҡоралдары төп магистралдең береһенә ҡуйыла. Фашист танкыһы артиллеристарға яҡынлаша. Беҙҙең яугирҙар ҡаушамай, һуғышҡа инә. Дошмандың броня менән ҡапланған 12 машинаһын ҡыйрата. Әммә бында батареяға автоматсылар һөжүм итә. Ҡыҫҡа алышта Василий Тарасенко үҙенең автоматынан биш фашисты юҡ итә. Дошмандың пуляһы минең өсөн ҡойолмаған, тип һанаһа ла, ул командирҙы ҡыуып тота. Ҡанға батҡан капитан һуғыш менән етәкселек итеүен дауам итә. Әммә командир Тарасенконы госпиталгә оҙатырға приказ бирә.
       Василий Фомич госпиталдә дауаланған ваҡытта, наградлау ҡағыҙы өсөн уның хәрби батырлыҡтары тураһында мәғлүмәт йыялар. Унда, атап әйткәндә, былай тиелә:
       "Батарея командиры гвардия капитаны Тарасенко Берлин йүнәлешендә һөжүм итеүҙә һәм Берлинда урам һуғышында батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәтте.
       1945 йылдың 15 апрелендә Лечин ҡалаһы йүнәлешендә Одер йылғаһында плацдармды киңәйтеү буйынса дошман оборонаһын ³ƒãœíäœ үҙ батареяһының ҡоралäàðын ºóëäà күсереп, беҙҙең пехотаны оҫта оҙатып барҙы. Был һуғышта Тарасенко батареяһы дошмандың ике һуғыш ҡоралын, дүрт минометын, алты пулеметын һәм утыҙға яҡын һалдатын һәм офицерын юҡ итте.
       1945 йылдың 23 апрелендә Тарасенко үҙенең ҡоралын пехота алдына сығара һәм дошмандың ут нөктәләрен һәм пехотаһын аяуһыҙ ҡыра.
       "Бөркөттәрем минең! Берлин - дошмандың йөрәге! Беҙ уны аласаҡбыҙ! Аяуһыҙ ҡырығыҙ! Һәр немецҡа - йөрәгенә снаряд!" тип ҡысҡыра Тарасенко.
       Тарасенко һуғышта икенсе тапҡыр ҡаты яралана, әммә ул һуғыш яланынан китмәй, ул үҙенең батареяһы менән етәкселек итеүен дауам итә.
       Берлин ҡалаһы өсөн алышта Тарасенко үҙенең батареяһы менән 130-ҙан ашыу немец һалдатын һәм офицерын ҡыра, дошмандың 40-ҡа яҡын фаустнигын, 15 пулеметын, ете һуғыш ҡоралын юҡ итә һәм дүрт танкыһын яндыра.
       Тарасенко үҙенең батырлығы һәм ҡыйыулығы менән Берлин өсөн һуғышта хәрби операцияларҙың уңышын тәьмин итте.
       Бөтә хәрби операцияларҙа ла системалы батырлыҡ күрһәткән өсөн Тарасенко юғары наградаға - Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була".
       1945 йылдың 31 майында юғары исем бирелеү тураһында Указ сыға. Был яңылыҡты Василий Фомич госпиталдә ишетә. Ул бер йылға яҡын дауалана, әммә геройҙың онталған ҡулын һаҡлап ҡала алмайҙар. Награда тураһында белгәс, яраланыусылар Тарасенконан уның батырлығы, һәм уның тормошо тураһында һораша.
       Василий Фомич Тарасенко 1920 йылдың 4 декабрендә Бәләбәй районының Шаровка ауылында тыуған. Армияла хеҙмәт иткәнгә тиклем ул Архангел һәм Бәләбәй райондарының ауыл мәктәптәрендә эшләргә өлгөрә. Ҡыҙыл Армия сафына ул Бөйөк Ватан һуғышы башланғансы алына. Алыҫ Көнсығышта хеҙмәт итә. Бөйөк Ватан һуғышы башланғандан һуң фронтҡа ынтыла. Лейтенанттың теләге 1943 йылдың йәйендә тормошҡа аша. Ул утлы Курс дуғаһына эләгә. I Белорусь фронтында батарея командиры була. Һуғыш Белорусия, Польша һәм ҡәһәрле Германия территорияһында, фашистарҙың өңөндә - Берлинда барҙы. Әммә Тарасенко Ҡыҙыл Байраҡ, Александр Невский ордендары, I дәрәжә Ватан һуғышы миҙалдары менән íàãðàäëàíûóû тураһында телгә алмай.
       Бәләбәй тыуған яҡты өйрәнеүселәре - Денис Курганов һәм Павел Федин Тарасенконың артабанғы тормош юлы тураһында һөйләй.
       1946 йылдың июлендә Тарасенко армиянан ҡайта. Рязанда төпләнә. Өлкә башҡарма комитетында инструктор булып эшләй, аҙаҡ Мәскәү, Архангельск, Кривой Рог, Златоустың эске ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. Уның һуғыш яралары һаулығын ҡаҡшата. Ул запасҡа ебәрелә. Тыныс хеҙмәт менән шөғөлләнә: Рязанда икмәк заводы төҙөй, радио заводында эшләй.
       Василий Фомич Тарасенко 1995 йылдың 15 авгусында вафат була. Советтар Союзы Геройы Василий Фомич Тарасенконың исеме Шаровка ауылы тарихына яҙыла. Ә Бәләбәйҙә уның бюсы ҡуйыла.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал