6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Финанстар

Айрат Ғәскәров: көрсөк, бюджет, иҡтисад тураһында
04.12.08


       Эксперттар һәм аналитиктар финанс көрсөгөн ҡурҡыныс итеп һүрәтләй, ә ул аптырарлыҡ түгел. Әгәр ҡайһы берәүҙәр уны үткән быуат башындағы Бөйөк төшөнкөлөк менән сағыштырһа, БР Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары, республиканың финанс министры Айрат Ғәскәров, иҡтисад теорияһына таянып, көрсөк - донъя иҡтисадының бөлөүе түгел, ә законға ярашлы цикллы процесс ул, ти. Нәҡ ошо осорҙа иҡтисадтан кәрәк булмаған инструменттар йыуыла, һәм уның реаль базаһы ҡала.
       - Күҙ алдына килтерегеҙ: йорттоң нигеҙе һәм беренсе ҡаты ныҡ, ә ҡалған туғыҙы ҡомдан һалынған. Һәм бына "ҡомдан" һалынған туғыҙ ҡаты теләһә ниндәй киҫкен һынылышта емерелә, әммә éîðòòî¾ ныҡлы нигеҙе ҡала, - Айрат Ғәскәров журналистарға донъя иҡтисадындағы әлеге хәлде ошондай образдар менән аңлатырға тырышты.
       Республиканың баш финансисы һәм киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре "Власть менән диалог" программаһында осрашты. БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары күптән түгел "2009 йылға Башҡортостан Республикаһы бюджеты тураһында" БР законын ҡабул итте, шуға ла һүҙ республиканың киләсәк ҡаҙнаһы тирәләй барырға тейеш тә, әммә көрсөк актуаль тема булды, һәм шуға күрә төп һорауҙар уға арналды.
       Әйтергә кәрәк, финанс министры донъя, Рәсәй һәм республикà иҡтисады тураһында һөйләгәндә тыныс булды. Процесс цикллы, түбәнәйеү артынан үҫеш килә, һәм көрсөк тураһында беҙ кисә түгел, ә 2007 йылда уҡ белдек, ти Айрат Ғәскәров. Шуға күрә финансистарҙың һәм иҡтисадсыларҙың быға әҙерләнергә ваҡыты булды. Донъя берләшмәһе һәм илебеҙ өсөн яуап тотмай, Айрат Ғәñкәров, республика ауыр ваҡытҡа әҙерләнде, тип билдәләне. Атап әйткәндә, хәлде прагматик баһалауҙарҙàн сығып, киләһе йылға республика бюджеты версткаланды. Министр белдереүенсә, бюджетты версткалау ваҡытында республиканың Финанс министрлығы Рәсәй Финанс министрлығының методикаһынан һәм рекомендацияларынан тайпылды - беҙҙең финансистар түбән күрһәткестәрҙе нигеҙ итеп алды. Әгәр реаль килемдәр планлаштырылғандан артып китһә - ҡайҙа тотонорға, табылыр - шул уҡ күләмле инвестиция проекттарына. Улар бөтәһе лә республикала тормошҡа ашырыла. Һәм перспективала ла көтөлә, мәҫәлән, күләмле торлаҡ төҙөлөшө менән Өфөнөң инфраструктураһын үҫтереү буйынса Мәскәү менән мәсьәлә тикшерелә.
       Айрат Ғәскәров билдәләүенсә, әүҙем инвестиция сәйәсәте - көрсөк эҙемтәләрен еңеп сығыу буйынса иң һөҙөмтәле сараларҙың береһе булып тора. Шулай итеп, киләһе йылда республика машина эшләү тармағына, төҙөлөш комплексына, ауыл хужалығына, бәләкәй бизнесҡа әүҙем ярҙам күрһәтәсәк. Ярҙам күрһәтеү бюджет средстволарын бүлеүгә генә ҡайтып ҡалмай. Улар - һалым льготалары ла, дәүләт заказдарын урынлаштырыу ҙа, ер участкаларын биреү ҙә, һәм башҡалар, быларҙан теләгән бер предприятиеның иҡтисади сәйәсәте һалына.
       - Көрсөк ҡасан тамамлана? - тип һоранылар министрҙан.
       Уның фекеренсә, күҙаллауҙар яһау - кәрәкһеҙ нәмә, әммә 2009 йылдың икенсе яртыһында республикала хәлдәрҙең яҡшырыуы көтөлә. Һәр хәлдә, төбәк бюджетын тулыландырыу планында.
       Әйткәндәй, бюджеттар тураһында. Муниципаль берәмектәр финанс йәһәтенән үҙ-үҙен тәьмин етеүенә өлгәшәме? Улар ҡасан юғары бюджеттар ярҙамына мохтажлыҡ кисермәй йәшәй башлар? Матбуғатты ошо һорауҙар ҡыҙыҡһындырҙы. Айрат Ғәскәров билдәләүенсә, үкенескә ҡаршы, Рәсәйҙә һалым законы әлегә шундай: муниципалитеттар ҙа, төбәктәр ҙә "өҫтән" ярҙамһыҙ йәшәй алмай. Әммә даими үҙгәрештәр, улар Һалым кодексына индерелә, муниципалитеттарҙың финанс хәлен яҡшырта - уларҙың ҡарамағында күп һалымдар ҡала.
       Әммә былар бөтәһе лә макроиҡтисад, улар ябай кешеләргә бер нәмә лә әйтмәй. Уларҙы көнкүреш планындағы мәсьәләләр күберәк ҡыҙыҡһындыра. Экспресñ-һорау àëûóƒàð, ул Өфө урамдарында үткәрелде, шулай уҡ гәзит редакцияларына һәм "Башинформ" мәғлүмәт агентлығына èíãœí мөрәжәғәттәр күрһәтеүенсә, халыҡты эш хаҡы, стипендия, пенсия күләме һәм йыйған аҡсаны һаҡлау мөмкинлеге борсой.
       "Власть менән диалог" программаһында министрҙан тамамланып килгән йылдың мөһимлеге тураһында һоранылар. Төбәктең финанс министры, БР Президенты һүҙҙәре буйынса, аҙнаның бөтә ете көнөндә тәүлегенә 24 сәғәт эшләгән кеше өсөн, 2008 йыл - ул тәү сиратта БР Конституцияһы ҡабул ителеүенең 15 йыллыҡ йылы.

Ольга Зацепина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал