6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Мәғариф

Мәғарифҡа миллион
04.12.08


       - Беҙҙең мәктәптә зиннәтле интерьер күрмәҫһегеҙ, беҙҙә тәртип ҡаты, спартандарса. Әммә беҙҙең белем биреү технологиялары юғары кимәлдә, - ти Өфөләге 126-сы мәктәп директоры Гүзәл Фәрхетдинова. - Өлгәшеү юғары - 63 проценттан түбән түгел, мәктәпте тамамлаусыларыбыҙ юғары уҡыу йорттары студенттары араһында һәр саҡ яҡшылар рәтендә.
       Гүзәл Юнир ҡыҙы етәкләгән мәктәп "Мәғариф" өҫтөнлөклө милли проектының миллион һумлыҡ грантына эйә булды. Был средстволарға алынған ҡорамалдар урынлаштырылған һәм эшкә ҡушылған. 126-сы мәктәп үҙенә күрә үҙенсәлекле. Уҡыу йорто белем биреү эшмәкәрлегендә мультимедия технологияларын файҙаланыу программаһы буйынса эшләй. "Медиатека" проекты мәктәптең ғорурлығы булып тора.
       "Медиатека" - ҡатмарлы белем биреү комплексы, ул уҡыусыларға һәр төрлө мәғлүмәт тотоусы - китаптар, видео, аудио, кино, интернет, электрон энциклопедиялар аша мәғлүмәт алыу мөмкинлеген бирә. Мәктәп уҡытыусылары грантты бүлгәндә "Медиатека"ны өҫтәмә йыһазландырыуҙы маҡсат итеп ҡуйҙы.
       - Ноябрь уртаһында беҙ программа менән тәьмин итеү буйынса төп компаниянан компьютер программалары өсөн "асҡыс" алдыҡ, һәм ҡуйылған ҡорамал тулы көсөнә эшләй башланы. Бөтәһе лә лицензиялы, законлы. Грантҡа тиклем һәм уны алғандан һуң эш һөҙөмтәләрен сағыштырырға иртәрәк. Минең уйымса, яңынан йыһазландырыу емештәрен беҙ ике йыл эсендә аласаҡбыҙ. Ул саҡта мониторинг уҡыусыларҙың ни тиклем "аҡыллана төшөүҙәрен" күрһәтәсәк.
       Мәктәпте тамамлаусылар йыш ҡына техник - авиация, нефть юғары уҡыу йорттарын һайлай.
       - Уларҙың фекеренсә, уларға түбән курстарҙа уҡыуы ҡыҙыҡ түгел - бөтәһе лә мәктәптә үтелгән, - ти завуч, информатика уҡытыусыһы Евгений Кривошеев. - Был уҡытыусылар өсөн ҙур маҡтау һүҙе.
       Информатиканы мәктәптә өсөнсө синыфтан уҡыта башлайҙар. Мәктәп уҡыусыларын юғары технологиялар донъяһына ылыҡтырып, башта информатика серҙәрен өлөшләп бирәләр. Информатика класын тулыһынса яңы компьютерҙар алмаштырҙы.
       Мәктәп ҡарамағында уҡыусыларҙың ғилми берләшмәһе эшләй. Грант средстволарына алынған профессиональ метеостанция йәш тикшеренеүселәр өсөн үтә урынлы булды. Агрегат мәктәптең ҡыйығына ҡуйылған, ә монитор география кабинетында урынлашҡан.
       Мәктәптең музыка кабинеты ла, хеҙмәт оҫтаханаһы ла йыһазландырылған. Химия кабинеты реактивтарға сыҙамлы состав менән ҡапланған махсус өҫтәлдәр алды. Мәктәптең бик күп кабинеттары интерактив таҡталар менән йыһазландырылған.
       - Беҙҙең мәктәптә радиотүңәрәк эшләй, улар Японияла етештерелгән портатив станция алды, - ти директор. - Декабрҙә мәктәп радиоһы музейын асырға планлаштырабыҙ.
       126-сы мәктәп уҡытыусыларҙың хеҙмәтен яңы түләү системаһына күсеү буйынса экспериментта ҡатнаша. Эксперимент өс йылға иҫәпләнгән, әммә мәктәптә билдәләүҙәренсә, һығымтаны алдараҡ яһарға була. Гүзәл Фәрхетдинова һүҙҙәренә ҡарағанда, эксперимент ыңғай.
       - Уҡытыусылар бер нәмә лә юғалтмай, быға гарантия бирәм. Бындай түләү системаһына күсеүҙә төп ыңғай яҡ - уҡытыусы, ниһайәт, аңланы, ни өсөн уҡыны, ни өсөн биш йылға бер тапҡыр категорияһын күтәрҙе һәм уны иҫбатланы. Хәҙер был факторҙар туранан-тура уның эш хаҡында сағыласаҡ. Яңы система категорияға статус өҫтәй. Яңы система яйға һалынғас, йомғаҡтарҙы барларға һәм алға китеш тураһында һөйләшергә була. Әлегә шуныһын аныҡ әйтә алам: уҡытыусылар ҙа, мәктәп тә бер яҡтан да отолмай.
       Мәктәптә уҡытыусылар һәм уҡыусылар ойошҡан бер команда булырға тейеш, белем усағының эше шулай ҡоролған.
       - Мәктәп - ул икенсе ғаилә, - ти һигеҙенсе синыф уҡыусыһы Оля Старцева. - 126-сы мәктәпкә мин уҡыу йылы башында килдем, бында бөтә уҡытыусылар һәм уҡыусылар татыу. Мин улар менән уртаҡ тел таптым.
       Мәктәп директоры ҡыҙҙың фекере менән килешә.
       - Мәктәптең үҙенсәлеге шунда, беҙ яҡшы белем дә бирәбеҙ, мәктәп дуҫлығы традицияларын да тәрбиәләйбеҙ. Мәктәпте тамамлаусылар беҙгә ҡайта - тормоштары тураһында һөйләй. Элекке уҡыусылар юҡ ул, беҙ һәр саҡ, ҡулдан килгәнсә уларҙың тормошонда ҡатнашабыҙ.

Юлия Антипина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал