6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ // Енәйәтселек

Өфөлә ҡорал менән һатыу итеүселәр тотолған
23.03.04


       "Бащинформ" агентлығы 18 март көнө Эске эштәр министрл ығы, Дәүләт именлеге советы идаралығы һәм Республика прокура тураһының махсус операцияһы ваҡытында өс чечен һәм бер өфөлө нән торған енәйәт төркөмө ҡулға алыныуы тураһында хәбәр иткә йне инде. Улар Чечнянан ҡорал ҡайтарыу менән шөғөлләнгәндәр.
       Республиканың Эске эштәр министрлығында үткән брифинг ваҡыт ында журналистарға был эш тураһында ентеклерәк мәғлүмәт бире лде.
       Милиция майоры Максим Слесаревтың һүҙҙәре буйынса, төрк өм был "эшмәкәрлек" менән алты йыл самаһы шөғөлләнә. Хоҡуҡ һ аҡлау ведомстволарына уларҙы енәйәт өҫтөндә тотоу операцияһы н әҙерләүгә ике йыл үткән. Чечендар үҙ тауарын өфөлөнөң фати рында ҡалдырып сығып килгән ваҡытта оперативниктар ҡулына эл әгә. Енәйәтселәр башта ҡаршы тороп маташҡан, әлбиттә, тик һу ңынан бының файҙаһыҙ икәнлеген аңлаған.
       Тауарҙың бер партияһы - ике автомат, өс пистолет, башҡа б оеприпастар хаҡы "ҡара" баҙарҙа алты мең доллар самаһына тө шә. Ҡоралды чечендар "ВАЗ - 21099" автомобилендә алып килгән .
       Асыҡланыуынса, чечендар ҙа, өфөлө лә тәртиптәре менән ба шҡа граждандарҙан айырылып тормаған. Өс чечендың икәүһе бер
       туғандар, өсөнсөһө уларҙың ике туғаны - барыһы ла Башҡорто станда легаль рәүештә йәшәй, Хәйбулла районында теркәлгәндәр . Өфөлә үҙ ғаиләләре менән йәшәп, Затон баҙарында һатыу менә н шөғөлләнгәндәр. 48 йәшлек өфөлө дәүләт предприятиеларының береһендә эшләй, уны белеүселәр ир кешене тик ыңғай яҡтан ғы н абилдәләй. Дүртеһе лә быға тиклем хөкөмгә тарттырылмаған.
       Эште тикшереү менән прокуратура шөғөлләнә.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал