6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ // Кадрҙар

Яңы министр менән таныштырыу булды
04.12.08


       Милиция генерал-майоры Игорь Алешин БР буйынса эске эштәр министры итеп тәғәйенләнде. Кисә Өфөлә уны Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре менән таныштырыу булды.
       - Игорь Алешин инициативалы, тәжрибәле, йәш етәксе, - тине Рәсәй эске эштәр министрының беренсе урынбаҫары Михаил Суходольский уның тураһында.
       Унда Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев, БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев, уның урынбаҫары Рафаил Диваев, төбәктең хоҡуҡ һаҡлау ведомстволары, БР буйынса Эске эштәр министрлығы подразделениеларының һәм хеҙмәттәренең команда составы етәкселәре ҡатнашты.
       Михаил Суходольский министрлыҡтың элекке башлығы Рафаил Диваевтың төбәктә енәйәтселек менән көрәш һәм йәмәғәт тәртибен һаҡлау эшенә индергән өлөшөн билдәләп, БР буйынса Эске эштәр министрлығының эшмәкәрлегенә юғары баһа бирҙе. Суходольский Рәсәй эске эштәр министры Рәшит Нурғәлиевтың ҡушыуы буйынса Диваевҡа лайыҡлы награда - кортик тапшырҙы.
       Башҡортостан милицияһының личный составы менән танышҡандан һуң яңы министр журналистар менән әңгәмәләште. Игорь Алешин киң мәғлүмәт саралары өсөн асыҡлыҡ сәйәсәтен дауам итәсәген белдерҙе. Министр быны милиция хеҙмәткәрҙәренең ыңғай имиджын булдырыу өлөшөндә мөһим тип һанай.
       - Яҡшы эшләү, нәмәлер уңышлы эшләү аҙ, кешеләрҙең был тура ла õœáœðƒàð áóëûóû мөһим, - ти Алешин.
       Игорь Алешин БР буйынса Эске эштәр министрлығының башлығы сифатында үҙенең беренсе аҙымдары тураһындағы һорауҙарға яуап биреп, ниндәйҙер ҡарар ҡабул иткәнгә тиклем, ул башта "хәлде асыҡлау" мөһимлеген билдәләне.
       Игорь Алешин был вазифаға тиклем Карелия Республикаһы буйынса эске эштәр министры булып ике йыл эшләгән. Ул оперуполномоченныйҙан алып министрға тиклем юл үтеп, Эске эштәр министрлығы системаһында 20 йылдан ашыу хеҙмәт итә.
       Игорь Викторович Алешин 1965 йылдың 22 сентябрендә Ҡурған ҡалаһында хәрбиҙәр ғаиләһендә тыуған. 1987 йылда Омск юғары милиция мәктәбен тамамлаған. Ҡурған ҡалаһында енәйәтте эҙләү оперуполномоченныйы булған. 1990 йылда Омск ҡалаһына күсерелә, Омск өлкәһе Эске эштәр идаралығы начальнигының беренсе урынбаҫары вазифаһынан алып Эске эштәр идаралығының Криминаль милиция начальнигына тиклеп хеҙмәт итә. 2006 йылдың декабрендә Игорь Алешин Карелия Республикаһы буйынса эске эштәр министры итеп тәғәйенләнә.
       Өйләнгән, ике ҡыҙы бар. Ҡатыны дәүләт предприятиеһында эшләй. Өлкән ҡыҙы, Анастасия, Эске эштәр министрлығы Омск академияһының икенсе курсында уҡый. Кесе ҡыҙы, Екатерина, туғыҙынсы синыфта уҡый.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал