6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Фекерҙәр

Ҡояшлы яҡ тураһында хыял менән
03.12.08


       Мин улар менән бергә китап магазиндары дивандарында ултырҙым, коляскалылар өсөн водитель тарафынан күтәрелеп ҡуйыла торған урындарҙан һикереп торҙом, музейҙарҙа һәм театрҙарҙа һүҙ ҡàòòûм, уларҙы Ирактағы һуғышҡа ҡаршы пикеттарҙа күрҙем - ҡыҫҡаһы, уларға, уларҙың ышаныслы ҡараштарына, йылмайыуҙарына һәм мәҙәктәренә күнектем. Шуға, бөтә ерҙә лә инвалидтар - бөтәһе менән бергә. Был төш түгел. Океан артында тормош шулай.
       Һәм оноттом - параллель тормош буйынса атлап, элек улар менән нисек аралашмағанмын. Уның ҡояшлы яғы буйынса...
       Рәсәйгә ҡайтҡас, элек күҙгә ташланып бармаған, уйып яһалған тротуар бордюрҙарын, ҡулайлашмаған йәмәғәт транспортын, пандустарҙың булмауын күрҙем... Был мөхиттә инвалидтар нисек йәшәй һуң? Ғөмүмән, ҡайҙа улар?
       "Рената"ның бәхете һәм йөрәк әрнеше
       Галина Зеленцова - юрист. Уның ауырыу иптәштәренә ярҙамы баһалап бөтөргөһөҙ. Нисек улар - коляскалûëàð - яҙмыш боролоштарында бер-береһенә ярҙам итеп, "Рената" ҡала ойошмаһына берләшеүҙәре хаҡында Галина Зеленцова тыныс ҡына һөйләй.
       - Аңлайһығыҙмы, Римма, бәхет ниҙә, - һәм мин тынып ҡалам, - ул пандус буйынса төшөү һәм - күңелең ҡайҙа теләй - бордюрға бәрелмәйенсә ҡала буйынса йөрөргә. Был шундай ҙур бәхет булыр ине!
       "Яҡтыға сығыу", аралашыу - бер йотом һауа кеүек. Һәм улар беләләр, ҡайҙа уларҙы көтәләр, ә ҡайҙа - юҡ.
       - Ҡарағыҙ әле, Башҡорт дәүләт академия драма театрында - беҙҙең өсөн бөтә шарттар ҙа - пандустар ҙа, һәм лифт та. Цирктың иҫке бинаһында бындай шарттар юҡ, әммә беҙ хеҙмәткәрҙәрҙең ихласлығы һәм иғтибары өсөн рәхмәтлебеҙ. "Башҡортостан" сауҙа үҙәге хеҙмәткәрҙәре менән осрашыуҙы түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ. Улар байрамдарға, һәм тауарҙарҙы арзанға һатыуға, һәм ташлама менән кафегә саҡыралар. Был осрашыуҙар күңелдә оҙаҡ һаҡлана һәм күңелде йылыта. Изге кешеләргә рәхмәт.
       Бер ваҡыт Яңы йылда Ҡыш бабай йөрөй башланы. Бүләктәр менән бөтә "Рената"ны йөрөп сыҡты, баҡһаң - сюрприз "Шыршыҡай" ательеһы директоры Оксана Поплавскаянан икән. "Канцмастер" фирмаһына, "Башҡортостан" ҡунаҡхана комплексына, китапхана коллекторы селтәренә рәхмәт белдерәһем килә.
       Нефть химияһы заводы - ярҙам итеүҙән баш тартыусылар араһында. Был завод бер нисә сәғәткә автобус бүлеү үтенесенә: "Беҙ хәйриә ойошмаһы түгел", - тип яуап биргән.
       Галинаның "яҡтыға" сығыу тураһындағы һөйләүҙәрен "бәхет" һүҙе оҙатып йөрөй. Ә мин циркта күршеһенә ярһыған бер ханымдың ғауғаһы, гастролерҙарҙың сәфәре барышында бер театрҙың баш тартыуы тураһында беләм. Мәҙәниәтлелек гәүһәр һанын бирмәй: Метрополитен-операла коляскалы менән бергә булған Рекфеллер ейәнсәренә ҡәнәғәтһеҙлек белдереү башына ла килмәҫ ине.
       Был кешеләрҙең дәрәжәһен нисек яҡларға?
       - Дәүләт беҙҙе ошондай ихтыяждар һәм мәнфәғәттәр менән аңлаһын ине, - ти "Рената" рәйесе Ольга Москвина. - Беҙҙең бер ҡыҙыбыҙ рәссам булырға хыялланды, күргәҙмәлә уның картиналары менән ҡыҙыҡһындылар, бер өлөшөн һатып алдылар. Йәлләп түгел - уның инвалидлығы тураһында бер кем дә белмәне. Худграф деканы уны үҙенә уҡырға саҡырҙы. Әммә институтта пандустарҙың булмауы өмөтòө өҙҙө.
       Өмөт, ышаныс, мөхәббәт
       Беренсе синыф уҡыусыһы Искәндәр Яңы йыл шыршыһына йүгерә. Һәм уны Совет майҙанында автобус бәрә... Уның әсәһе улының ¼ìåðå өсөн көрәшә, әсә инстанциялар буйынса йөрөй, ундағы тупаҫлыҡ менән осраша. Әсәнең күҙ йәштәре һәм ярһыуы ваéымһыҙлыҡ стенаһын тишә. Изге кешеләр табыла, улар коляска менән, һәм башҡа эштәрҙә лә ярҙам итә. Искәндәр Вахидов 3-сө гимназияны алтын миҙалға тамамлай. Ул музыка, компьютер ярата. Сираттағы кәртәне лә еңде - авиация университетына уҡырға инде. Ҡабул итеү комиссияһына, уның артынан килеүселәргә юл ярып, эшкә урынлашыу мөмкинлеген дә иҫбатларға тура килде (Бөтә Рәсәй Инвалидтар йәмғиәте мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәй Федерацияһында студенттарҙың дөйөм массаһында инвалидтарҙың өлөшө - 0,29 процент, Францияла - 5). Әлегә юғары уҡыу йорттарында инвалидтар өсөн пандустар ҙа, башҡа шарттар ҙа юҡ.
       Әммә тоғро дуҫтар бар. Һәр иртә уларҙың береһе Вахидовтарҙың фатирына килә һәм уны университетҡа оҙатып бара, унда бер аудиториянан икенсеһенә күскән ваҡытта Искәндәргә ярҙам итәләр.
       Ҡояшлы көн. Мин Искәндәрҙе дуҫтары менән ҡунаҡхана һарайында күрҙем. Күңел күтәренкелеге татыным. Һәм был, егет үҙ тормошон төҙөй алырмы, беҙҙе һәм дәүләтте кешелеклелеккә һәм законлылыҡҡа тикшереү буласаҡ.

Римма Буранбаева.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал