6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Күргәҙмәләр

Уйынсыҡтар сумаҙаны
03.12.08


       Бала итәкле күлдәк кейгән, һомғол буйлы туташтар, дәрсен һәм кофе еҫе килеп торған уйынсыҡ йәнлектәр, кейеҙҙән кескәй генә һындар - бөтә был төрлөлөктә бер билдәләмә бар - автор ҡурсағы. "Мираҫ" галереяһының арт-директоры Ольга Рамазанова был жанрға баҫым яһаны. Бында "Раштыуа көткәндә" яңы йыл бүләктәре күргәҙмә-йәрминкәһе асылды.
       Өфөнән ике оҫта Ирина Проскурякова һәм Елена Серавкина үҙҙәренең әҫәрен йәмәғәтселек иғтибарына тәҡдим итте. Улар академизм сәнғәт белеме сиктәренән сыҡмай, күптән түгел ижад итте, аҙаҡ заман сәнғәтенең мауыҡтырғыс йүнәлештәренең береһен үҙаллы үҙләштерҙе, һөҙөмтәлә нәмә килеп сыҡты, күргәҙмәлә улар беренсе тапҡыр күрһәтте. Рәссамдарҙың бөтә багажы ҙур бер сумаҙанға һыйҙы. Уны асҡас, унан уйынсыҡ айыуҙар, ҡуяндар, бесәй балалары тәгәрәне. Сағыу экспонаттар галереяла урын алды.
       - Былар боронғо уйынсыҡтар, беҙҙең өләсәйҙәр бала саҡта ошондай уйынсыҡтар менән уйнаған. Бындай һирәк осрай торғаí óéûíñûºòàðƒû бөгөн музейҙарҙа йәки шәхси коллекцияларҙа ғына күрергә була - арт-салонға килеүселәр һоҡланыуҙарын йәшермәй.
       - Был уйынсыҡтар беҙҙең көндәрҙә яһалды, - тип йылмая Ольга Рамазанова. - Рәссамдар американдарса ябайлаштырыу жанрында эшләй. Уйынсыҡтарҙы әҙерләү өсөн тәбиғи, экологик таҙа материалдар файҙаланыла, синтетиканың эҙе лә юҡ, һәм уйынсыҡтар кофе һәм дәрсен эҫе менән мансыла. Бындай уйынсыҡты бер бала ла ҡулынан төшөрмәйәсәк, ә бутҡа менән ашты ике яңағына төйөп ашаясаҡ, ғалимдар фекеренсә, кофе аппетитты аса.
       Виктория Романованың берҙән-бер ҡурсаҡтары был коллекциялар менән йәнәш урынлашҡан. Үткән быуаттың ҡупшы, матур йөҙлө ледиҙары бөтә иғтибарҙы үҙҙәренә тартып тора. Һәм был рәссамдың биҙәү-ғәмәли сәнғәт йүнәлешендә башҡарылған тағы ла бер тәҡдиме - ҡоро сыбыҡтарҙан үрелгән һәм янып торған гирляндалар һәм бәләкәй генә шарҙар менән биҙәлгән үҙенсәлекле шыршылары ярты метрҙан алыҫ түгел урынлашҡан. Ҡарһыҙ ҡышта яңы йыл атрибутының бындай төрлөлөгө актуаль.
       Стәрлетамаҡ рәссамы Ольга Литвиненко кейеҙҙән яһалған ыҡсым туташ һындарын алып килгән. Улар бейек булмаған автор шыршыһы янында урынлашты. Уйынсыҡтар иле вәкилдәре араһында күренекле оҫталарҙың эштәре лә осрай, уларҙы бындай күплектә мотлаҡ күрәһең - һәм башҡа бер ниндәй эштәр менән дә бутамайһың. Улар Андрей Волковтың композициялары һәм Любовь Лаврентьеваның ҡурсаҡтары.
       Раштыуа байрамында хатта өлкәндәр ҙә бер ни тиклем бала булып күренергә тырыша, шуға күрә бүләккә берҙән-бер данала һаналған бындай ҡурсаҡты алыу үтә лә ҡыуаныслы. Уйынсыҡтар теләмәһәгеҙ, ул ваҡытта үтә ғәҙәти, әммә шулай уҡ керамик изделиелар - стена тәрилкәләре, яҡтыртҡыстар, иҙәнгә ҡуйыла торған йәнлек һындары. Йәки Инна Абзалова эшләгән туҡыманан панно. 
        Һәм, ниһайәт, картиналар. Ниндәй күргәҙмә һынлы сәнғәтһеҙ, графикаһыҙ, акварелһеҙ үтһен инде! Шуға күрә яңы йыл бүләктәре күргәҙмә-йәрминкәһендә биҙәү-ғәмәли ижад әҫәрҙәренән тыш киндергә төшөрөлгән һүрәттәр тәҡдим ителде, улар йылдың һалҡын осорон сағылдыра. Бында Илгиз Нәсибуллиндың, Александр Бурзянцевтың, Рәжәп Вәкиловтың, Рәсих Әхмәтвәлиевтың ҡышҡы пейзаждары урын алған. Евгений Севастьянов үҙенең ҙур булмаған дүрт квадратлы картинаһында киләһе йылдың символын - үгеҙҙе һүрәтләгән.
       Күргәҙмә экспонаттары галереяның бөтә майҙанын тулыһынса тиерлек биләүгә ҡарамаҫтан, уның арт-директоры Ольга Рамазанова, бында бөтә сәнғәт предметтары ла ҡуйылмаған, ти.
       - Күргәҙмә көндән-көн үҫә һәм киңәйә. Ҡайһы бер эштәрҙе һатып алалар, уларға алмашҡа башҡа әҫәрҙәр килә, - ти Ольга. - Бындай күргәҙмә-йәрминкәне беҙ беренсе тапҡыр ойошторабыҙ. Хатта иң ауыр хәлдә лә матурлыҡҡа урын табылыуын иҡтисади көрсөк фонында күрһәтергә булдыҡ.
       Күргәҙмә-йәрминкәгә килеүселәр күңелдәренә оҡшаған эште һатып алдылар. Әммә сәнғәт әҫәрен һәр кем һатып ала алмай. Дөрөҫ, күргәҙмә-йәрминкәне бушлай ҡарап була.

Олеся Серегина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал