6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт // Хоккей

Ҙур Бапаҡ ҡорбаны
02.12.08


       "Салауат Юлаев" турнир таблицаһының түбәһенә менде. Моғайын, ул унда оҙаҡ булмаҫ, сөнки "Атлант"тың (Мәскәү өлкәһе) запаста бер уйыны бар. Бында бөтә сер ярышташсыларҙың, яҡындағы конкуренттарҙы - Мәскәү өлкәһе хоккейсыларын индереп, психикаһына баҫым яһауҙа. Өфө кәрәкле мәрәйҙе ышаныслы йыя, һәм был нимәлер яғынан ҡабатланмаҫ кеүек күренә.
       Хәтерҙә, миҙгел башында, күп "юлаевсылар": "уларға - чемпиондарға - ҡаршы бөтә клубтар ҙа етди ҡараясаҡ һәм юғары ҡаршылыҡ күрһәтәсәк", тип иҫкәрткәйне. Ысынлап та, миҙгел башында былар йыш осраны, әммә хәҙер, плей-офф яҡынлашҡан һайын, "Салауат Юлаев"тың Ҙур Бапаҡ булыуы асыҡлана бара, унан ярышташсылар ҡурҡа.
       "Был Салауат бит, чемпион, танк бит, уның өс хатта дүрт звеноһы ла яҡшы, бик шәп команда", - тиҙәр журналистарға матчтан һуң башҡа коллективтың хоккейсылары.
       Әлбиттә, ниндәй ҙә булһа ярышташсы ҡаршылыҡ күрһәтә, әммә ул "юлаев" коллективын еңеү өсөн тейешенсә түгел. Асыулы ҡаршылыҡ ни тиклем œƒåðœê ê¼ðšœòåëšœ һәм еңеү øóíñà еңелåðœê бирелšә, киләһе матчҡа күберәк көс ҡала. Европа чемпиондары лигаһын һәм төп уйынсыларҙы йыйылмаға саҡырыуҙарын иҫәпкә алғанда, "юлаевсылар" командаһында ул етерлек.
       "Спартак"ка ҡаршы уның территорияһында, бөйөк Рәсәйҙең баш ҡалаһында үткән һуңғы уйынды алайыҡ. Провинциалдар бөтә матч тиерлек майҙан буйынса хужаларҙы é¼ãåðòòå. Быйылғы миҙгелдә үҙенең һөжүме менән дан алған Мәскәү командаһы ни бары бер шайба индереүгә өлгәште - уныһы ла буллитта (Максим Рыбин иҫәбендә) булды.
       Өфөләр "Спартак"ка көтөлмәгән тулы юл тоҡсайын ырғытып, был голды күрмәнеләр. Мәскәү уйынсыларын һәм был клубтың фанаттарын ҡыҙыл форма өсөн "итле" тип атап була. Бына шулай итеп, кисә "юлаевсылар" "Спартак"ка "ҡанлы ит үткәргес" ойошторҙо. Иҫәп ҡунаҡтар файҙаһына - 5:1. Был миҙгелдә икенсе ит үткәргес булды - үткәнендә Мәскәүҙә "юлаевсылар" шулай уҡ ышаныслы еңеү яуланы - уйындан һуң таблола 0:3 иҫәбе янды, был уйында Игорь Щадилов һәм Александр Радулов айырылып торҙо.
       Улар был юлы ла үҙ өлөшөн индерҙе. Матчта "юлаевсылар"ҙың быйылғы миҙгелдәге суперснайперҙары айырылып торҙо. Алексей Терещенко ике шайба индерҙе, һаҡсы Игорь Щадилов бер тапҡыр айырылды.
       Александр Радуловтың "Ñïàðòàê" ºàïºàšûíà èíäåðãœí ике шайбаһы айырыуса ҡыуандырҙы. Икенсеһе аҙсылыҡта инде! Әгәр был форвард артабан да ваҡыты-ваҡыты менән уйын һайын икешәр шайба индерһә, уға ҡарата булған дәғүәләр үҙенән-үҙе бөтәсәк.
       Үҙ күҙе менән күреүселәрҙең һүҙҙәренә ҡарағанда, уйын ауыр үткән, хужалар яғынан хатта - аяуһыҙ. "Спартак", күрәһең, "юлаевсылар"ҙы шундай ысул менән булһа ла ҡамап алырға тырышҡандыр. Был команда ғәҙәткә ингән үҙенең һөжүм хоккейын уйнаšын ине. Аяуһыҙ хоккей уларға уңыш килтермәне.
       "Спартак" уйынсыһы Бранко Радивоевич был матчта "Салауат Юлаев"тың ҡапҡа һаҡсыһына йығылды, һәм голкипер аҙаҡ оҙаҡ ваҡыт боҙҙан тора алманы. Бранко шулай уҡ Леош Чермак һәм Олег Твердовский менән дә һуғышырға маташты. Һөҙөмтәлә Радивоевич "Салауат" эскәмйәһенә аңлашырға барҙы, һәм 10 минутлыҡ штраф алып, трибуна аҫтындағы бүлмәләргә юл буйынса үҙенең сәкәне менән ҙур булмаған погром яһаны.
       "Салауат Юлаев"тың баш тренеры Сергей Михалев уйындан һуң былай тине:
       - Бөгөн мауыҡтырғыс матч булды. Айырыуса беренсе һәм икенсе осорҙа. Уйын көсөргәнешле барҙы, әммә беҙ икенсе осорҙа үҙебеҙҙең көстө файҙаландыҡ, һәм ахыры беҙҙең файҙаға булды. Бындай уйында 5:1 - беҙҙең өсөн бик шәп иҫәп. Буллиттар буйынса айырым әйтер инем: ул булманы, ысынлап әйтәм. Ундағы ике минутлыҡ штраф таҙа булды.
       Милош Ржига, "Спартак"тың баш тренеры:
       - Минең команданан күңелем ҡайтты. Бер ниндәй ҙә характер күрһәтмәнеләр. Бөгөн беҙ миҙгел башындағы команданы күрмәнек. Ярышташсы бер ниндәй ҙә тырышлыҡ күрһәтмәне һәм еңде. Беренсе гол бөтәһен дә хәл итте. Бынан алда Радивоевич буш ҡапҡаға индерә алманы, һәм беҙ контратакала шайба алдыҡ. Беҙҙә үҙенең артынан алып барыусы уйынсы табылманы. "Салауат" менән уйнаған ваҡытта, үҙеңде күрһәтеү теләге менән янырға кәрәк. Әгәр бер яҡта оҫталар - күп, ә икенсеһендә œҙ икән, áûë îñðàºòà ¼ƒ-¼ƒå¾äå á³òœ ÿºòàí күрһәтеү òåëœãå áóëûðà òåéåø. Мин ҡәнәғәт түгел. Бөгөн мин команда менән ғорурлана алмайым.
       - Радивоевич бер уйында, бынан алдағы матчтарға ҡарағанда, иң күп штраф ваҡыты йыйҙы.
       - Уны юрый ҡоторталар. Радивоевичты һәр саҡ шулай итәләр. Әммә боҙоуҙар унда һәр саҡ буласаҡ, ул быны аңларға тейеш. Әммә ул бөгөн үҙен тота алманы һәм киләһе мөһим уйынды үткәрәсәк.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал