6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ // Тикшереүҙәр

Тотолған енәйәтселәр мәғлүмәт бирә
02.12.08


       Хәбәр итеүебеҙсә, баш ҡалала уҡып йөрөгән ике студент ҡыҙҙың мәйете табылғайны. 18 йәшлек Лилиә Хөснөтдинованы һәм Эльза Хәмзинаны йыртҡыстарса язалап үлтереүсе өс йәш кеше ҡулға алынған, уларҙы тәртип һаҡсылар Краснодар крайында тотҡан. Уларҙы тентеү ваҡытында ҡыҙҙарҙың шәхси әйберҙәре килеп сыҡҡан.
       - Әле улар Өфөнөң тикшереү изоляторында, - тип хәбәр итә "БАШвестЪ" гәзитенә Рәсәй Федерацияһы Прокуратураһының БР буйынса Тәфтиш комитеты Тәфтиш идаралығының Өфө ҡалаһы буйынса үҙәк район-ара тикшереү бүлеге етәксеһе Илфат Минеәхмәтов.
       Улар өсөһө лә Башҡортостанда тыуған, икеһе хөкөмгә тарттырылған булған.
       Башҡортостан милиционерҙарына енәйәтселәрҙе асыҡлау һәм эҙләп табыу өсөн бер айҙан артыҡ ваҡыт кәрәк булды. Башҡорт дәүләт университетының икенсе курс студенттарының мәйете 24 октябрҙә Өфөнөң Ленин районының Алтай урамындағы һыу һыуҙырғыс башняһы эргәһендә табыла. Енәйәтселәр үҙҙәренең ҡорбандарын отвертка менән йәрәхәтләп үлтерãәí.
       Был ваҡиға киң мәғлүмәт сараларының күҙлегенә эләгә. Өфөлә маньяк барлыҡҡа килгән, тигән имеш-мимештәр тарала: милицияға мәйеттәр табылыуы тураһында ялған саҡырыуҙар инә.
       Ҡыҙҙар мосолмандар зыяраты урынлашҡан ерҙән йыраҡ түгел ерҙә табылған, һәм был факт, студент ҡыҙҙар сектанттар ҡорбаны булды тигән версияны килтереп сығарҙы.
       Ҡыҙҙарҙы үлтереү факты буйынса РФ Енәйәт кодексының 105-се статьяһының 2-се өлөшө "а" пункты буйынса (ике һәм унан күберәк кеше үлтереү) енәйәт эше ҡуҙғатылды. Ауыр енәйәтте тикшереү өсөн берҙәм эҙләү-оператив төркөмө булдырылды, уның составына тәфтиш комитетының һәм милицияның алты тикшереүсеһе һәм 15 оператив хеҙмәткәре инде. Тикшереүҙең үлтереү сәбәптәре тураһындағы төп версияһына маньяктар ҙа, сектанттар ҙа тура килмәй. Был фажиғәгә тиклем ҡыҙҙарҙы Өфөнөң күңел асыу комплекстарының береһе янында күргәндәрен иҫәпкә алғанда, әхирәттәр йәш кешеләр менән танышыуы фаразлана, тегеләр ҡыҙҙарҙы енсè яҡынлыҡҡа көсләй, ҡыҙҙар кире ҡаҡҡас, егеттәр үс ала.
       - Әле тотолған енәйәтселәр мәғлүмәт бирә, улар әлегә тулыһынса ғәйепләнмәй, - ти Минеәхмәтов. - Енәйәт эше сиктәрендә бер нисә экспертиза үткәреләсәк, һәм тикшереү эштәре ике айҙан һуң тамамланасаҡ.
       Ҡыҙҙар икеһе лә Башҡорт дәүләт университетында уҡыған. Лилиә баш ҡалаға Бөрйән районынан килгән, ә Эльза - Межгорьенан. Әхирәттәр университеттың 1-се ятаҡханаһында йәшәгән. Улар курсташтары араһында һәйбәт иҫәптә булған, тырышып уҡыған, лекцияларҙы, дәрестәрҙе ҡалдырмаған.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал