6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Власть

Марсель Йосопов: киләсәккә ышаныс менән ҡарайбыҙ
02.12.08


       Дәүләт Думаһы депутаты, "Берҙәм Рәсәй" фракцияһы ағзаһы Марсель Йосопов журналистар менән осрашыуында төрлө мәсьәләләр күтәрҙе. Марсель Харис улы - Төҙөлөш һәм ер мөнәсәбәттәре буйынса комитет ағзаһы, Рәсәй Федерацияһы оборонаһын һәм дәүләт именлеген тәьмин итеүгә йүнәлтелгœн федераль бюджет сығымдарын ҡарау буйынса комиссия ағзаһы.
       Әлбиттә, беренсе сиратта, кешеләрҙе финанс көрсөгө борсой, шуға ла улар депутатҡа мөрәжәғәт итте. Йосопов уларҙы тынысландырырға ашыҡты:
       - Республикала көслө иҡтисади нигеҙ булдырылған, һәм булған финанс һаҡламдары киләсәккә ышаныс һәм өмөт менән ҡарарға булышлыҡ итә. Башҡортостан - бындай һаҡламдар булдырылған төбәктәрҙең береһе. Беҙ бөгөн 2009-2010 йылдар тураһында шартлы әйтәбеҙ. Һәм минең уйымса, ошо осорға планлаштырылған бөтә проекттар һәм бюджеттар, донъя баҙарында килеп сыҡҡан хәлдәргә ҡарамаҫтан, һис шикһеҙ, үтәләсәк. Проблемалар, әлбиттә, бар. Һәм улар, беренсе сиратта, һатыу баҙарын юғалтҡан предприятиеларға, айырыуса бәләкәй ҡалаларҙағы предприятиеларға ҡағыла. Тағы ла бер проблема - ауыл хужалығы продукцияһын һатып алыу хаҡтарының түбән булыуы.
       Башҡортостан - илдең үҫешкән төбәге, унда халыҡтың 40 проценттан ашыуы ауыл ерендә йәшәй, һәм бөгөнгө көндә бик күп ауыл хужалығы предприятиелары үҙҡиммәтенән түбән хаҡ буйынса продукцияһын һатырға мәжбүр була. Минең уйымса, был проблеманы хәл итеп була. Иген һатыу буйынса Федераль Хөкүмәте иғлан иткән интервенция хаҡтарҙы тотороҡло итергә, уңышты лайыҡлы хаҡтар буйынса һатыуҙа һәм киләһе миҙгелгә әҙерлек өсөн билдәле бер табыш алыуҙа булышлыҡ итергә тейеш.
       Реаль секторҙы банк кредитлауы проблемаһын хәл итеү зарур, - тип дауам итә Марсель Йосопов. - Сөнки ул сәнәғәттә тауарҙар һатыуында һәм хәрәкәтендә сағылды. Эре предприятиеларҙан тыш шулай уҡ урта һәм бәләкәй бизнес аҡһай, уларҙың йыллыҡ 25 проценттар менән кредит алыу мөмкинлеге юҡ. Бәләкәй һәм урта бизнесҡа һалымдарҙы кәметеү тураһында положениеëàð актуаль. Килемгә һалымды дүрт процентҡа һәм төбәктәр ҡарауы буйынса тағы ла дүрт процентҡа тиклем кәметеү тураһында етди ҡарарҙар ҡабул ителде, тәғәйенләнгән һалым 15-тән биш процентҡа тиклем кәмене. Áûë ñàðàëàð ðеспублика етештереүселәреíœ ÿðƒàì èòåð㜠òåéåø. Әлбиттә, хәлдәр еңелдән булмаясаҡ, әммә унан лайыҡлы сығыу өсөн һаҡламдар бар.
       Йәмәғәтселекте шулай уҡ ипотека кредиты ҡыҙыҡһындырҙы. Йосопов был хаҡта ла бәйән итте.
       - Ипотека кредиты проблемаһына беҙҙең ил генә түгел, әммә бөтә донъя юлыҡты. Был төҙөлөш комплексын үҫтереү өсөн төп проблема булып тора, шуға күрә федераль бюджетҡа яңы төҙәтмәләр ҡабул ителеүе осраҡлы түгел, ул ипотека кредиты буйынса агентлыҡтың устав капиталын 2009 йылда 60 миллиард һумға арттыра.
       Депутат төбәк һәм федераль кимәлдәрҙәãå реаль секторға ярҙам күрһәтеү йәһәтенән күп эштәр эшләнелеүен билдәләне.
       - Хәрби хеҙмәткәрҙәр өсөн 40 мең фатир һатып алыуға Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалауға булышлыҡ итеү фонды аша 86 миллиард һум аҡса бүленгән. Ҡайһы бер программалар төҙөлөш индустрияһына киләсәккә ышаныслы ҡарау өмөтө бирә.
       Ер мәсьәләһе тураһында һөйләшкәндә, Марсель Йосопов законһыҙ баҫып алыу проблемаһына туҡталды.
       - Законһыҙ баҫып алыу проблемаһы актуаль. Ерҙе маҡсатһыҙ файҙаланыу миҫалдары күп. Хоҡуҡи база аныҡ яҙылған булһа, был күренеш менән көрәшеп була, закон бар. Хәҙер беҙ йыш ҡына күҙәтәбеҙ: бер үк материалдар буйынса төрлө судтар төрлө ҡарарҙар ҡабул итә. Был ҡарарҙарҙы ҡарап барырға кәрәк. Законһыҙ баҫып алыу мәсьәләһе эре предприятиелар, фермерҙар йәки ауыл хужалығы етештереүселәре өсөн генә түгел, әммә баҡсасылыҡ ширҡәте өсөн дә актуаль.
       Марсель Йосопов, продукттарға һәм бензинға хаҡтар тураһында һорауҙарға яуап биреп, үҙенең фекерен белдерҙе:
       - Хәҙер сеймал продукттарына хаҡтар, мәҫәлән, игенгә, түбән, шуға күрә минең уйымса, аҙыҡ-түлек продукттарына хаҡтар күтәрелмәйәсәк. Нефткә донъя хаҡтарының кәмеүе, һис шикһеҙ, бензин хаҡтарында ла сағыласаҡ. Кәмергә тейеш.
       "Ни өсөн төбәктәрҙең, атап әйткәндә, Башҡортостандың закондар инициативаһы реаль закондар статусына һирәк эйә була?" тигән һорау булды. Марсель Йосопов һүҙҙәренә ҡарағанда, хәҙер ҡайһылыр яҡтан эшләүе еңел буласаҡ, сөнки Дәүләт Думаһында республиканан вәкилдәр күп, улар 32 комитеттың 14-ендә эшләй.
       - Дәүләт Думаһының әлеге составында Башҡортостан вәкиллеге артты, һәм хәҙер был проблеманы хәл итеүе еңел буласаҡ. Республиканан депутаттар төп комитеттарҙа эшләй, улар Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай тәҡдим иткән закон проекттарын үткәреүсе булып тора. Был закон проекттарын үткәреү өсөн беҙгә тығыҙ хеҙмәттәшлек итергә кәрәк. Был техник яҡтан эшләнеп еткерелмәүгә юë ҡуймаясаҡ, улар арҡаһында Дәүләт Думаһы бик күп төбәк закон проекттарын ҡабул итмәй.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал