6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Хәтер

Мәҙәниәт тарихында сағыу бит
02.12.08


       Ватан мәҙәниәте ҙур юғалтыу кисерҙе. 1 декабрҙә өфөлөләр Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры балет труппаһының художество етәксеһе Шамил Тереғолов менән хушлашты. Күренекле сәнғәт эшмәкәре 2008 йылдың 28 ноябрендә 62-се йәшендә ҡапыл вафат булды.
       Бындай ҡайғылы хәбәргә бер кем дә әҙер түгел ине. Шамил Әхмәт улы һәр саҡ шат күңелле булды, ул тирә-яғындағы кешеләргә - яҡындарына һœм сәхнә цехы буйынса коллегаларына яҡшы кәйеф өләште. Шамил Тереғолов иң ауыр осорҙа кәрәк урында булды. 90-сы йылдар таңында, ул ваҡытта илебеҙ көрсөк кисерҙе, балет труппаһында ла хәлдәр яҡшынан түгел ине.
       Һынылыш ваҡытында Шамил Тереғолов Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры балет труппаһының художество етәксеһе итеп тәғәйенләнә. Шамил Әхмәт улының оҫталығы һәм профессионализмы ярҙамында башҡорт хореография сәнғәте мәктәбе Рәсәй һәм халыҡ-ара сәхнәләрҙә яңынан танылыу яулай башлай. Театрҙың балет труппаһы башҡарған спектаклдәр АҠШ-та, Голландияла, Францияла, Италияла, Бельгияла, Мысырҙа, Португалияла, Таиландта ҙур уңышҡа өлгәшә. Шамил Әхмәт улы төп ролдәрҙе талантлы йәштәргә ышанып тапшырҙы, уларҙа юғары хореография мәҙәниәтен, тыуған театрға һөйөү һәм тоғролоҡ тәрбиәләне.
       Шамил Тереғолов Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында 23 йыл солист булды, шуға ла бейеү оҫталығының нескәлектәрен унан яҡшы белгән кеше юҡ ине. Балет сәнғәтен баһалаусылар уны бик күп классик һәм милли балеттарҙа характерлы һәм лирик партиялар башҡарыусы сағыу бейеүсе булараҡ иҫендә ҡалдырған.
       Шамил Тереғолов бер үк ваҡытта хореограф һәм балетмейстер-ҡуйыусы булды. Опера театры сәхнәһендә ул "Сыңрау торна", "Йоҡоға талған һылыу", "Жизель", "Зәңгәр Дунай", "Баядерка", "Ромео һәм Джульетта" кеүек балеттар ҡуйҙы.
       Был спектаклдәрҙе тамашасылар яратты, билеттар һанаулы сәғәттәр ýñåíäœ һатыла ине. "Ярғанат" опереттаһын, "Евгений Онегин", "Ҡаһым түрә", "Алеко", "Паяцы" әҫәрҙәре кеүек опера спектаклдәрен ҡуйыуҙа ул хореограф-ҡуйыусы сифатында ҡатнашты. Шамил Тереғолов төрлө ваҡыттарҙа Японияла, Төркиәлә, Ҡаҙағстанда, Бурятияла эшләй. Бөгөн был театрҙар сәхнәһендә ул ҡуйған спектаклдәр бара. Шамил Әхмәт улы Рудольф Нуриев исемендәге халыҡ-ара балет сәнғәте фестивален ойоштороусыларҙың береһе.
       Репетициялар, спектаклдәр, гастроль турҙары графикаһында Шамил Тереғолов педагогик эшмәкәрлек менән шөғөлләнергә ваҡыт таба. Ул Өфө сәнғәт училищеһында, Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамблендә һәм Рудольф Нуриев исемендәге Башҡорт хореография училищеһында педагог булып эшләне. Шамил Тереғолов үҙенең уҡыусылары менән ғорурлана алыр ине. Уның уҡыусылары араһында халыҡ-ара конкурстар лауреаттары, дипломанттары һәм призерҙары, донъяның төрлө театрҙарының балет труппаларында төп бейеүселәр бар.
       1 декабрҙә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры бинаһында Шамил Әхмәт улының уҡыусылары, республика власть органдары вәкилдәре - БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешев, Өфө хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитов һәм башҡалар талантлы артист, хореограф, балетмейстер, педагог менән хушлашты. Театр фойеһы халыҡ менән тулды. Табут янында хәтер вахтаһы ойошторолдо, уны балет труппаһы солистары, ҡаланың башҡа театрҙары артистары һәм ижади коллективтар сиратлап алып барҙы. Күптәр күҙ йәштәрен йәшерә алманы. Уның исеме менән башҡорт балеты үҫешенең сағыу бер этабы китә. Шамил Әхмәт улының хореография сәнғәте үҫешенә индергән өлөшө Рәсәй һәм Башҡортостан мәҙәниәте тарихында сағыу бит булып тора.

Олеся Серегина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал