6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Мәғариф

Нефть байрамы
01.12.08


       - Әгәр нефть һәм газ булһа, тимәк, хыял тормошҡа аша, - тине Өфө дәүләт нефть техник университетының гуманитар факультеты деканы Эдуард Гәрәев "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре" тигән маҡтаулы исем алған көндө. - Башҡортостан һәм нефть - айырылғыһыҙ төшөнсә. Ә Өфө дәүләт нефть техник университеты улар араһында бәйләүсе звено булып тора.
       Һәм ысынлап та, беҙҙең илебеҙҙә һәм республикала нефть һәм газ табыла икән, тимәк, ӨДНТУ 60 йыл дауамында әҙерләгән белгестәргә ихтыяж ҙур. Был көндәрҙә Рәсәйҙең танылған һәм дәрәжәле юғары уҡыу йорттарының береһе үҙенең сираттағы юбилейын билдәләй.
       - Өфө дәүләт нефть техник университетында ҙур байрам, - тине Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов. - Юғары уҡыу йортоноң Губкин исемендәге Мәскәү нефть институтынан эстафета ҡабул итеүенә 60 йыл тулды. Һәм ул илдең яғыулыҡ-энергетика комплексы өсөн юғары квалификациялы белгестәр әҙерләү буйынса үҙенең мөһим бурысын уңышлы үтәй.
       Мортаза Ғөбәйҙулла улы Өфө дәүләт нефть техник университетының юбилей байрамында почетлы һәм төп ҡунаҡ булды. Ул үҙ ваҡытында юғары уҡыу йортоноң студенты булған, бында ул тормошҡа путевка алған. Хәҙер ул Өфө дәүләт нефть техник университетын яҡшыға тамамлаусылар рәтендә.
       - Мин был юғары уҡыу йортон тамамлаусы булараҡ, баш ҡала вузына артабан да бәхетле яҙмыш теләйем, - тине үҙенең ҡотлауында төбәк башлығы. - Нефть эшкәртеү белгесе һәм Президент булараҡ, вузға яңы ҡаҙаныштар, яңы үрҙәр, белем биреүҙә һәм фәнни берләшмәләрҙә лидерлыҡ позицияһын ныҡлы тотоуын теләйем.
       Нефть университеты алты тиҫтә йыл эсендә 72 меңдән ашыу белгес әҙерләгән. Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамлаусылар йыл һайын Рәсәй яғыулыҡ-энергетика комплексы белгестәре сафын тулыландыра килә, уларҙың күптәре нефть һәм газ компанияларын етәкләй, дәүләт учреждениеларында юғары вазифалар биләй. "Форбс" журналы мәғлүмәттәре буйынса, йыллыҡ әйләнеше бер миллиард долларҙан ашыу тәшкил иткән Рәсәй компанияларының 18 директорының бишәүһе Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамлаған.
       Бөгөнгө көндә нефть университетында Рәсәй Федерацияһының 46 субъектынан һәм 28 алыҫ һәм яҡын илдән 16 меңдән ашыу студент һәм аспирант белем ала. Вуз составына өс филиал (Октябрьский, Салауат һәм Стәрлетамаҡ) инә, улар күптән түгел үҙҙәренең 50 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Өфө дәүләт нефть техник университетында белгестәр һигеҙ факультетта (көндөҙгө уҡыу) әҙерләнә, ситтән тороп уҡыу факультеты, өҫтәмә профессиональ белем биреү институты һәм юғары уҡыу йортона тиклем белем биреү үҙәге эшләй. Юғары квалификациялы кадрҙар әҙерләүҙе магистратура, аспирантура һәм докторантура бойомға ашыра. Юғары уҡыу йортонда 15 специальность буйынса биш диссертацион совет ýøләй.
       Студенттар уҡыу йортон тамамлағандан һуң эш эҙләп интегеп йөрөмәй, сөнки был йүнәлештә университет етәкселеге ҙур эшмәкәрлек алып бара. Университет белем биреү өлкәһендә сит ил вуздары, ғилми үҙәктәр һәм эре нефть компаниялары менән хеҙмәттәшлек тураһында туранан-тура килешеүҙәр төҙөй. Уның ярҙамында студенттар алдан уҡ эш урыны һайлай һәм практика үтә ала. Был йәш белгес өсөн үтә лә мөһим.
       Университетта бөгөн 600-гә яҡын фән кандидаты һәм 150-нән ашыу фән докторы, скважиналар быраулау, нефть һәм газ сығарыу урындарын табыу, нефть һәм газ эшкәртеү өлкәһендә бер нисә фәнни мәктәп эшләй.
       Өфө дәүләт нефть техник университетын ҡотларға билдәле сәйәсмәндәр, эре фирма директорҙары, университеттың Австрия, Әзербайжан, Ҡаҙағстанäàí һәм Рәсәйҙең күп ҡалаларынан партнерҙар делегацияһы, шулай уҡ вуз педагогтары һәм уның ветерандары, уны тамамлаусылар һәм студенттар килгәйне. Юбилей саралары бер нисә көн барҙы. Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов тантаналы йыйылышта нефть университетының иң яҡшы ғалимдарына һәм уҡытыусыларына дәүләт наградалары тапшырҙы.
       Юбилейға ҡарата реконструкциянан һуң 2-се уҡыу-лаборатория корпусы асылды, капиталь ремонттан һуң ашхана һәм 8-се уҡыу корпусы (Өфө дәүләт нефть техник университетының йәштәр һарайы) эшләй башланы.
       "Өфө дәүләт нефть техник университеты тарихы музейы" белем биреү үҙәге асылыуы иң төп бүләк булғандыр. Ике ҡаттағы иркен залдарҙа экспозиция йәйелдерелгән, улар нефть университетының тарихын ғына түгел, әммә ныҡышмалы хеҙмәт һәм ижад эҙләү йылдарын, Мәскәү вузы филиалынан алып хәҙерге университет комплексына тиклемге юлын сағылдыра.
       - Музейҙы булдырыу тураһындағы ҡарар ваҡытында һәм дөрөҫ булды, - тине Мортаза Рәхимов музейҙы асыу тантанаһында. - Хәҙер юғары уҡыу йортоноң үткәндәр рухын тотоп алыу, мөһим ваҡиғалар шаһиттәренең һәм унда ҡатнашыусыларҙың материалдарын теркәү мөмкинлеге бар.
       Музейҙың беренсе ҡатындағы экспозициялар 1932-1948 йылдарҙа башҡорт нефтен асыу һәм эшкәртеү осоро тураһында һөйләй. Икенсе ҡатта бер нисә залдарҙа йыйылған документтар, китаптар, әйберҙәр вуздың 1948 йылдан алып әлеге көнгә тиклемге тарихын сағылдыра. Вуз кафедраларына һәм факультеттарына, уның фәнни мәктәптәренә арналған стендтар ошонда уҡ урынлашҡан.
       Музей ҡунаҡтары билдәле ғалимдар Миҙхәт Мәүлетов, Всеволод Яблонский, Владимир Девликамов, Павел Тугунов, Виктор Новоселов һәм башҡаларҙың көндәлектәре, ҡулъяҙмалары, шәхси әйберҙәре менән таныша ала. Мортаза Рәхимовтың зачет кенәгәһе, беренсе ҡылыҡһырламаһы һәм юғары уҡыу йортона ҡабул ителеү тóраһындағы ғаризаһы айырым стендта урын алған.
       Өфө дәүләт нефть техник университетының 60 йыллыҡ юбилейында вузды тамамлаусылар үҙҙәренең уҡытыусылары һәм курсташтары менән осрашты. Әлбиттә, Өфө дәүләт нефть техник университеты ректоры Айрат Шаммазов бөтәһендә юбилей менән тәбрикләне:
       - Беҙ юғары уҡыу йортоноң 60 йыллыҡ юбилейын билдәләйбеҙ. Áûë беҙҙең студенттар, уҡытыусылар, хеҙмәткәрҙәр, уҡыу йортон тамамлаусылар, шулай уҡ беҙҙең коллегалар һәм партнерҙар коллективын берләштереүсе уртаҡ байрам. Алты тиҫтә йыл эсендәге хеҙмәт һәм ныҡышмалы уҡыу, һөҙөмтәле хеҙмәттәшлек һәм ижад итеү әлеге уңыштарҙың нигеҙе булып тора. Беҙ ғорурлана алабыҙ. Беҙ үҙебеҙгә ышанабыҙ һәм өлгәшелгән ҡаҙаныштарҙы һаҡларға ынтылабыҙ.
       Студенттар коллективы ҡунаҡтар алдында сығыш яһаны. Улар әҙерләгән тамашалар нефть университетының тарихын сағылдырҙы. Ике ҙур экранда күрһәтелгән фильм юғары уҡыу йортон булдырыу һәм уның үҫеш этаптары тураһында һөйләне.
       Юбилей саралары бының менән генә тамамланмай әле. Ошо көндәрҙә ятаҡханаларҙа студенттар кисәһе үткәрелә. Өфө дәүләт нефть техник университеты студенттары өсөн дөйөм юбилей кисәһе 3 декабрҙә ҡаланың күңел асыу комплекстарының береһендә үтәсәк.

Елена Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал