6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Ауыл хужалығы

Мажаралар эҙләгәндә, йәки Иҫке яңыны һаҡлар
23.03.04


       Билдәле илгиҙәр Василий Песков ҡасандыр үҙ сәфәрҙәренең береһендә һыу тирмәне табыуҙы маҡсат итеп ҡуйған. Уны тормош ҡа ашырырҙан алда бик күп ер - һыу үтергә тура килгән уға. У ның китабын уҡыйым да уның юлдары беҙҙең яҡҡа ятмағанына үке нес тойғоһо кисерәм. Әле беҙҙең яҡтарға килһә лә Василий Мих айлович бер генә китпҡа һыймаҫлыҡ тәьҫораттар алыр ине, моға йын. Республиканың мелиорация тармағы үҙ тарихын 1913 йылда гидротехника бүлеге төҙөлөүҙән башлай.
       Башҡортостан картаһында зәңгәр нөктә менән билдәләнгән һ ыу һаҡлағыстар һыкҙың кешегә хеҙмәтенә асыҡ миҫал булып тора , һуғары системалары арта, һыу үткәреү линиялары барлыҡҡа ки лә. Яңы объекттарҙы эшкә ҡушыу менән бергә иҫкеләре, ҡасанды р онотолғандары яңыртыла. Һуңғы ете - ун йыл эсендә генә лә ун һигеҙ һыу һаҡлағыс яңыртылған һәм төҙөлгән. Улар араһында
       Тирлән, Ҡаға, Йылайыр, Үрге Ор һәм башҡаларҙың үҙ тарихи ҡи ммәте бар. Мелиораторҙар "ҡулында" 230 миллион куб һыу бар. Һәр бер яңы нимәгә яңы заман яңы талаптар ҡуя, һәм был хәүеф һеҙлеккә генә ҡағылмай. Тәбиғәт, кеше аҡылы һәм ҡулдары төҙө гән матур күренештәр республика һәм райондарҙың ынйыһына әүе релә. Һыу көсө энергияһы мини һәм макро электр станцияларынд а, һыу тирмәндәрендә ҡулланыла. Үткән йыл Бишбүләк районында , мәҫәлән, быуа, һыу тирмәне, микроГЭС, магазин - кафе, йәше лсә культуралары өсөн һуғарыу участогынан торған комплекс эк сплуатацияға тапшырылды.
       Сәфәрҙе дауам итеп асфальттан ябай ауыл һуҡмағына күсәйе к, өҫтәүенә Василия Песков тап һуҡмаҡтар буйлап йөрөргә ярат ҡан да инде. Ейәнсура районының Рус Үргене тип исемләнгән, у нлап өйҙән торған төпкөл ауылында ҡасандыр янған һыу тирмән е тергеҙелә. Элек ауылды перспективаһыҙ тип әсе билдәләмә ҡ ала һәм булған халыҡ таралып бөтә. Әммә бер нисә ғаилә төплә нгән урынын ташламай. Улар араһында ҡарт тирмәнсе лә була. Интенсив төҙөлөштәр заманында тирмән комплексы төҙөлә төҙөлө үен, әммә тулы ҡеүәтенә эшләп китә алмай ул. Ярҙамсы механ измдарҙың күпкә файҙалыраҡ булыуын иҫтә тотоп, мелиораторҙар
       һыу тирмәнене тергеҙергә булалар. Район етәкселеге һәм "Зав еты Ильича" хужалығы уларға ярҙам итергә ашыға. Йылғаның уң айлы урынын таҙартып, бура ҡуйыла. Оҫта ҡуллы кеше табылып т ирмәндең тәгәрмәсен дә эшләп ҡуялар. Ауыл халҡының күңеленә йылы йүгерә- икмәк булһа, ауыл да йәшәр. Икмәк бешереү техно логиялары заман талаптарынан артта ҡалмаһа ла, өләсәйҙәр әсе тке менән бешергән икмәктән тәмлерәге юҡтыр, моғайын. Һыу ти рмәнендә тарттырылған ондан бешерелгән икмәк тә бик тәмле, о ҙаҡ ҡына ҡатмай. Ошоларҙы иҫтә тотоп, республикала ете һыу т ирмәне тергеҙелде лә инде.

Марина Яковлева.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал