6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
БАШвестЪ - йәш

Сәләмәт киләсәк
01.12.08


       Йәштәр сәйәсәттән йыраҡ тора, тиҙәр. Моғайын, бының менән килешергә кәрәктер. Һәр хәлдә, илдәге сәйәси хәлдәр менән ҡыҙыҡһынған, бөтә министрҙарҙың фамилияларын, Дәүләт Думаһында ниндәй закон проекттары ҡаралыуын белгән йәш кешåләр күп түгел. Хәйер, быға аптырарлыҡ түгел. Йәш кешеләргә сәйәсәт күңелһеҙ һәм аңлайышһыҙ булып күренә бит.
       Әммә тәрәнерәк уйлаíһаң, сәйәсәткә ҡарата бындай төшөнкөлөê йәштәр менән уҫал шаяртыуҙар уйнауы бар. Хөкүмәттә уларҙың мәнфәғәттәрен үҙҙәренән башҡа бер кем дә яҡламаясаҡ бит, тиìәк, йәш кешеләрҙең проблемаларына иғтибар бүленмәйәсәк.
       Бәхеткә күрә, беҙҙә шундай йәш кешеләр бар, сәйәсәт улар өсөн күңелһеҙ шөғөл түгел. Улар, киреһенсә, илдәге сәйәси ваҡиғалар курсында булырға ынтыла, һәм хатта йәштәр өсөн мөһим закондарҙы тикшереүҙә һәм уларҙы ҡабул итеүҙә ҡатнаша.
       Бер йыл элек Башҡортостанда бындай социаль әүҙем йәш кешеләр берләште һәм Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай ҡарамағындаû Йәштәр йәмәғәт палатаһын булдырҙы. Палата составына 35 кеше инде, уларҙың маҡсаты - республиканың сәйәси тормошонда әүҙем ҡатнашыу.
       Улар бер йыл эсендә йәштәр өсөн төрлө-төрлө саралар үткәреүгә өлгәште, ил һәм республика ҡануниәттәрен камиллаштырыу буйынса бер нисә тәҡдимдәр әҙерләне, йәштәр сәйәсәте комитеттары хеҙмәткәрҙәре өсөн рекомендациялар эшләне.
       Йәштәр йәмәғәт палатаһы "Сәләмәт йәштәр - Башҡортостандың киләсәге" республика маҡсатлы программаһы проектын эшләне. Быны иғтибарға лайыҡ эшмәкәрлек һөҙөмтәһе тип әйтеп була. Был программа 2009-2013 йылдарға иҫәпләнгән, ул йәш кешеләрҙең тормошон еңеләйтергә, урамдағы кире күренештәрҙән һаҡланырға ярҙам итергә тейеш.
       - Программа мөһим проблемаларҙы хәл итергә булышлыҡ итәсәк, - ти БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһының ҡануниәттәр һәм хоҡуҡи мәсьәләләр буйынса комиссияһы ағзаһы Константин Канунников. - Бөгөнгө көндә республикала үҫмерҙәр һәм йәш кешеләр араһында психоактив матдәләр ҡулланыусылар бар. Ҡалаларҙа наркотик ҡулланыу "мода"ға инде, ә ауыл ерендә спиртлы эсемлектәрҙе артыҡ ҡулланыу ғәҙәткә инә башланы.
       Республика наркология диспансеры балиғ булмағандар араһында наркопатология күрһәткестәре юғары булған ҡалаларҙа үткәргән һорауҙар һөҙөмтәләренә ҡарағанда, 14-17 йәштәге уҡыусыларҙың 73 проценты алкоголь эсемлектәр ҡуллана, 12 проценты наркотик матдәләр татып ҡараған, 9 проценты - ағыулы матдәләрҙе.
       - Беҙҙең бурыс - йәш кешеләрҙе сәләмәт йәшәү рәүешенә йәлеп итеү, - тип билдәләй Константин Канунников. - Шуға күрә "Сәләмәт йәштәр - Башҡортостандың киләсәге" программаһы республикала балаларҙы¾ һәм үҫмерҙәрҙе¾ нормаль үҫåøå өсөн шарттар булдырыуға йүнәлтелгән. Ул үҙ эсенә ике ҡушымтаны ала: "Башҡортостан йәштәре балаларға һәм үҫмерҙәргә алкоголь һәм тәмәке продукцияларын һатыуға ҡаршы" һәм "Башҡортостан йәштәре наркоманияға ҡаршы. Ярҙам тураһында ауаз".
       Йәш сәйәсмәндәр фекеренсә, "Ярҙам тураһында ауаз" ҡушымтаһы балаларға һәм үҫмерҙәргә насар факторҙар һәм наркотиктар ҡулланыу эҙемтәләре тәьҫирен кәметергә булышлыҡ итәсәк. Бында шулай уҡ наркоман-ата-әсәләрҙән балаларҙы арындырыу планлаштырыла.
       - Был ҡушымтаның төп маҡсаты - сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау, - ти Константин. - Беҙ еңел наркотиктар ҡулланыусы йәш кешеләрҙең, шулай уҡ балиғ булмаған балалар тәрбиәләүсе наркоман-ата-әсәләрҙең тормошон сағылдырған тикшереүҙәр үткәрергә тейешбеҙ. Балалар дауаланыу-профилактика ó÷ðåæäåíèåëàðûíû¾, мәктәпòœðƒå¾ һәм мәктәпкәсә учреждениеларҙың матди-техник базаһын нығытыу, шулай уҡ наркотиктар ҡулланыуҙан иҫереүҙе билдәләү һәм профилактик ҡарауҙар үткәреү өсөн медицина учреждениеларын заманса диагностика аппаратуралары менән йыһазландырыу зарур. Ҡушымтаны тормошҡа ашырыу өсөн ирекле төркөмдәрҙең һәм ойошмаларҙың активистарын йәлеп итергә кәрәк. Беҙ шулай уҡ наркоманäàð тормошонан реаль нәмәләр òóðàšûíäà документаль фильм төшөрөргә планлаштырабыҙ.
       Һөҙөмтәлә йәш кешеләрҙә наркотиктарға һәм психотроп матдәләргә ҡарата кире мөнәсәбәт тыуырға, наркотиктарға бәйләнгәнлек менән яфаланыусы кешеләр һаны кәмергә, шулай уҡ наркотик һәм психотроп матдәләрҙең законһыҙ әйләнеше өлкәһендә енәйәтселек һаны кәмергә тейеш.
       Программаның "Башҡортостан йәштәре балаларға һәм үҫмерҙәргә алкоголь һәм тәмәке продукцияларын һатыуға ҡаршы" тигән ҡушымтаһы балаларҙың һәм үҫмерҙәрҙең мәнфәғәттәрен яҡлауҙы тәьмин итеүҙә, уларҙы алкоголь һәм тәмәкегә ҡарата бәйләнгән булыуҙан һаҡлауҙа, был продукцияны ҡулланыу эҙемтәләре тураһында иҫкәртеүҙә һәм уларҙа алкоголгә һәм тәмәкегә ҡарата кире мөнәсәбәттәр булдырыуҙа таныла.
       - Алкоголь һәм тәмәке һатыу менән шөғөлләнеүсе эшҡыуарҙар табыш артынан ҡыуып, закон боҙа һәм был продукцияны балиғ булмаған балаларға һата, - ти Константин. - Шуға күрә балалар һәм үҫмерҙәр менән профилактик эш, алкоголь һәм тәмәке менән мауығыусыларға ҡаршы көрәш сараларын көсœйтеү, был продукцияны һатыу өлкәһендә закондарҙың үтәлешенә контроль программа бурысына инә.
       "Сәләмәт йәштәр - Башҡортостандың киләсәге" программаһын тормошҡа ашырыуҙа Йәштәр йәмәғәт палатаһы ағзалары ғына түгел, әммә йәштәр йәмәғәт ойошмалары лидерҙары, шулай уҡ республика министрлыҡтары һәм ведомстволары ҡатнашасаҡ.
       Йәш сәйәсмәндәр, Дәүләт Йыйылышы депутаттары уларҙың башланғысын хуплар, һәм программа дәүләт кимәлендә ҡабул ителер, тип ышана.

Елена Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал