6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Персона

Әмир ағайҙың бәхете
01.12.08


       Шулай килеп сыҡты: беҙ Илдар Абдразаҡов менән Нью-Йоркта таныштыҡ. Ì辜 éырсыны¾ дебюттан алып уны "күренекле йәш йондоҙ" тип таныуға тиклем ¼òêœí юлын күре¼ áœõåòå òåéƒå. Һәм уға "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы" тигән маҡтаулы исем бирелеүен ишеткәс, уның менән океан артында áóëàí осрашыуҙарƒû хәтергә төшөрҙөм.
       Осрашыуҙар
       Карнеги-холл. Донъя операһы йондоҙҙары - Ольга Бородина һәм Илдар Абдразаҡов донъяның дәрәжәле сәхнәһендә сығыш яһай. Иван Сусаниндың "Һуңғы тапҡыр миңә көс бир, минең сәғәтем етте..." арияһынан һуң зал көслө ҡул саба. Илдар тамашасылар алдында баш эйә. Уның сәхнәләге сығышын Башҡортостандан ике вәкил тулҡынланып күҙәтә, әммә Илдар был турала белмәй... Залда ултырыусылар: "Афарин! Бис!" тип ҡысҡыра. Тамашасылар уникаль парҙы яңынан сәхнәгә саҡыра. Был ҙур ҡаҙаныш!
       "Йәш йондоҙҙар"ҙың ижадын яратыусылар тәьҫоратòары менән уртаҡлаша-уртаҡлаша сығыу яғына йүнәлә. "Илдар Абдразаҡов Рудольф Нуриев ҡалаһынан һәм ул уйнаған театрҙан" тигән белдереүем яңы кисерештәр булдырҙы. Һәм концерт залының ишектәре асылып, Илдар һәм Ольга күренеү менән, "Bashkir, grate!" (бик шәп) тип ҡысҡырҙы американдар.
       - Башҡорт, йес! - тип йылмайҙы Илдар...
       Йондоҙҙар имтиханы
       Метрополитен-операла донъяның иң матур тауыштары яңғырай. Гала-концертта - Пласидо Доминго, Ольга Бородина, Хуана Диего Флорес, Дмитрий Хворостовский, Илдар Абдразаҡов, Натали Дессей... Күренекле исемдәр афишаһы янында Лос-Анджелес, Париж һәм Лондондан килгән опера һөйөүселәр сиратҡа баҫып фотоға төшә. Был Нью-Йорк өсөн - уникаль ваҡиға.
       Доминго үҙенсәлекле кисәне аса. Мин бер аҙ тулҡынланыу кисерәм: "Итальян ҡыҙҙары Алжирҙа" арияһынан "Viva, viva... Oh che muso" менән Ольга һәм Илдар сәхнәгә сыға... Әммә улар бик шәп сығыш яһай: көслө алҡыштарҙы өҙә-өҙә еңел һәм юмор менән, ә ул саҡта мин бөтәһен дә үҙ бәхетем кеүек ҡабул иттем. Бындай акустикалы залда биш сәғәт, маэстро Гергиев етәкселегендәге Мет оркестрының "һулышын" ишетеп була, бер мәл кеүек үтеп китте.
       Легендар Мирелла Френи, кисәне ябып, тамашасыға ҡарата үҙенең мөнәсәбәт ебен юғалтты һәм хәтирәләргә бирелде, һәм бөтәһе лә уны иғтибар менән тыңланы.
       Тәнәфестә Илдар менән осраштыҡ. Уның сығыштан һуң да тулҡынланыу кисереүе һиҙелә ине. Беҙ ҡыҙым менән, ул Санкт-Петербург университеты аспиранты, беренсе тапҡыр Илдарҙы Мариин театры сәхнәһендә күреп ҡыуанған инек, аҙаҡ Нью-Йоркта (Мазетто - "Дон-Жуан", 2004 йыл, март) уның дебютын түҙемһеҙлек менән көттөк, һәм шул ваҡыттан алып яҡташыбыҙ ҡатнашҡан бер спектаклде лә ҡалдырмайбыҙ.
       Гала-концертҡа билет кассаһында булған ваҡиғаны хәтерләмәй булмай. Сиратта бергә баҫып торған күршем - олпат джентельмен менән әңгәмәлә бындай һорау бирҙем: "Һеҙ Илдар Абдразаҡов тураһында беләһегеҙме?". Тирә-яҡтағы меломандар, үҙҙәренең шәхси фонотекаларындағы яҙмаларын телгә алып, уның ижадын тикшерә башланы. Илдар Абдразаҡовты кемдер Миланда, кемдер Барселонала, ә кемдер Лондонда тыңланы. Профессор Миләүшә Ғәли ҡыҙы Мортазинаның бында булмауына үкенеп ҡуйҙым: таныш булмаған кешеләр, Илдарҙың сәхнәлә партнерҙарына ҡарата итәғәтле булыуын билдәләп, уның уҡыусыһының бына тигән перспективалары, тауышының сикһеҙ мөмкинлектәре тураһында хәбәр алып барҙы.
       "Кем ул был кешеләр, - тип уйлап ҡуйҙым мин, - күрше Джуллиард консерваторияһы профессорҙары, "Нью-Йорк Тайс"тан тәнҡитселәр? - тип һораны ҡыҙым.
       - Бәлки, операны яҡшы белеүселәрҙер, - тип яуап бирҙем.
       Әмир ағайҙың бәхете
       - Зинһар өсөн, атайыма Карнеги-холдағы, Метрополитен-опералағы фотоларҙы күрһәтегеҙ әле, - тип үтенде Илдар һау буллашҡан ваҡытта.
       Мин уның үтенесен үтәнем. Өфөгә ҡайтҡас, Әмир Ғәбделмән улына күргәндәремде һөйләнем, уға видео күрһәттем - Илдар тәьҫирле башҡарған Мефистофель куплеттары уны шаҡ ҡатырҙы. Һәм күҙ асып йомған арала Метрополитен-опера залының күп ярустарынан Илдарға "Афарин!" тип ҡысҡырған тауыштар ағылды.
       Әмир ағай бәхетле ине.

Римма Буранбаева.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал