6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Станислав Куняев яңы лауреат
28.11.08


       Сергей Аксаков исемендәге Бөтә Рәсәй әҙәби премияһының яңы лауреаты барлыҡҡа килде. Ул - шағир һәм публицист, "Наш современник" журналының баш мөхәррире Станислав Куняев. Был исем күптәргә таныш. Шуға күрә Станислав Юрьевичтың тыуған көнөндә (ул 1932 йылдың 27 ноябрендә тыуған) уның тураһында һөйләргә булдыҡ.
       С.Ю. Куняев Калуга ҡалаһында тыуған. 1957 йылда Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетын тамамлай. Ул "Ергиҙәрҙәр", "Звено", "Ҡалала буран", "Төнгө киңлек", "Һайланма: шиғырҙар һәм поэмалар" тигән китаптар авторы. Станислав Куняев тәржемәсе булараҡ танылыу яулай. Куняев үҙенең китаптарын һәм элекке Советтар Союзының төрлө республикалары шағирҙарының ундан ашыу тәржемәләр йыйынтығын Тбилисиҙа, Фрунзела сығара алды.
       Станислав Куняев бай тәжрибәгә эйә булған яҙыусы. 1961 йылда уны союзға ҡабул итәләр. Ул күп йылдар дауамында Мәскәүҙең дәрәжәле "Наш современник" журналының баш мөхәррире булып эшләй. Ул мөхәррир сифатында бер тапҡыр Башҡортостанда Халыҡ-ара Аксаков байрамында булды, ә икенсе тапҡыр, премия лауреаты булараҡ, быйыл сентябрҙә Башҡортостанға килде.
       Миндә 1997 йылдың 13 июлендәге "Истоки" гәзитенән Куняевтың сығышы менән киҫеп алынған өҙөк һаҡлана. Ул ваҡытта шағирҙы һәм баш мөхәррирҙе нимә борсоған?
       - Беҙ бөгөн ниндәйҙер дәрәжәлә совет осорондағыса һөйләшәбеҙ, ҡайһы бер нәмә, бәлки, беҙҙең эшлекле ултырыш өсөн кәрәгенән артыҡ эмоцияға бирелеүсәндер, ҡайһы бер нәмә, бәлки, хатта эскерһеҙҙер, әммә минең күңелемдә шатлыҡ. Сөнки былар бөтәһе лә беҙҙең элекке тормошҡа, беҙҙең мөнәсәбәттәргә инде. Бына мин нимә тураһында уйланым: 80-се йылдар аҙағында сыуалыштар башланған ваҡытта - беҙҙең күп әҙәбиәтселәребеҙ, беҙҙең дуҫтарыбыҙ үҙҙәрен төрлөсә тотто! Беҙ икмәк-тоҙҙо бергә ашаныҡ, унар йылдар дауамында дуҫ булдыҡ, һәм был мәңге шулай булыр тип уйланыҡ. Беҙ рус шағирҙары күп йөрөнөк, тәржемә иттек, таланттарҙы үҙебеҙ эҙләнек, улар менән үҙебеҙ таныштыҡ. Мин, мәҫәлән, Балтик буйы, Кавказ, республикалары, Урта Азия шағирҙарын белә инем. Һәм мин, тыуған еребеҙҙә был оло бола башланыр алдынан, Балтик буйы шағирҙары менән һөйләшәм һәм һиҙәм, мин улар тураһында нимәлер белмәгәнмен, сөнки башҡа мөнәсәбәт... Тормоштоң икенсе яғы, ул миңә билдәһеҙ, 15-20 йыл дауамында беҙҙең арала булған изгелекте һәм яҡшылыҡты булдыра, тулыландыра һәм ҡыҫырыҡлап сығара.
       Тажикстанда мин, әйтәйек, билдәле тажик шағирҙарын - яғымлы, яҡшы кешеләр, шәп лириктар - тәржемә иттем. Әммә сыуалыш башланғас, улар майҙандарҙа сығыш яһай башлағас: рустар эскеселәр, Дүшәнбенән китегеҙ! Үҙегеҙҙең фатирҙы тажиктарға бирегеҙ! - мин ни эшләргә белмәнем. Баҡһаң, бөтөнләй башҡа кешеләр.
       Һәм ниндәй бәхет, беҙҙең дуҫтарыбыҙ, башҡорттар, татарҙар, Волга буйы республикалары кешеләре дошманлыҡ һәм ҡан ҡойоу сигенә етмәне.
       Күптән түгел миңә Бурятия Яҙыусылар союзы рәйесе килде һәм ул былай тине: "Станислав Юрьевич, һеҙ "Наш совðеменник" журналының белорус һанын эшләнегеҙ". Ә беҙ ысынлап та үҙгәртеп ҡороу ваҡытының һауаһыҙ үлек бушлығында мәҙәни бәйләнештәрҙе тергеҙеү программаһын эшләргә ҡарар иттек. Белорус һанын яһаныҡ, апрель һаны башҡорттарға арналды, әле бүрәттәрҙе әҙерләйбеҙ. Һәм бына Бурятиянан коллегам әйтә: "Биш йыл Бермунд өсìөйөшөндә кеүек йәшәйбеҙ. Ниндәйҙер Ҡара йыртыҡта: беҙ бер кемде белмәйбеҙ, беҙҙе бер кем белмәй..."
       Һәм, был йәһәттән, яҡшы, беҙҙең журнал был Ҡара йыртыҡтың сиктәрен ямай башланы. Башҡортостанға арналған һанында 22 исем (яҙыусылар, шағирҙар, публицистар) баҫылды. Улар араһында башҡорттар ҙа, татарҙар ҙа, рустар ҙа бар... Һәм был дуҫлыҡҡа һәм хеҙмәттәшлеккә бер ни тиклем алға китеш, емерелгән бәйләнештәрҙе тергеҙеү. Мәскәү нәшриәттәрендә хәҙер китап сығарыуы еңелдән түгел. Бөгөнгө көндә бөтә Мәскәү журналдары милли әҙәбиәт яҙмышына битараф булған әҙәбиәтселәр ҡулында булғас, хәҙер башҡорт, татар, удмурт әҙәбиәтселәрен бер кем дә сығармай.
       2008 йылдың сентябрендә Станислав Куняевтың Башҡортостанға килеүе матбуғатта яҡтыртылды, уға Аксаков премияһы лауреаты исемен биреү тантанаһы телевидение аша күрһәтелде. Был тантана 19 сентябрҙә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында уҙҙы. Станислав Юрьевич тулҡынланды, тантанала ҡатнашыусыларға лауреат танытмаһын күрһәтте. Нисек тулҡынланмаҫҡа: Сергей Аксаков исемендәге Бөтә Рәсәй әҙәби премияһы яҙыусыларға юғары художестволы әҫәрҙәр ижад иткән өсөн бирелә бит. Премияны Мәскәүҙә түгел, ә Өфөлә, Сергей Аксаковтың тыуған төйәгендә тапшыралар. Лауреаттар араһында Василий Белов, Валерий Ганичев, Михаил Чванов, Валентин Распутин исеме бар.
       Быйыл Сергей Аксаков исемендәге әҙәби премияға "Наш современник" журналының баш мөхәррире, шағир, публицист һәм прозаик Станислав Куняев һәм яҙыусы Анатолий Генатуллин (Талха Ғиниәтуллин) лайыҡ булды.
       Байрам ваҡытында Аксаков исемендәге гимназияла Аксаков дәресе үтте. Станислав Куняевтың сығышы сағыу булды. Ул үҙенең тормошондағы мөһим ваҡиғалар тураһында һөйләне, шиғырҙарын уҡыны. Кавказдағы фажиғәле ваҡиғалар, уларға ҡарата үҙенең мөнәсәбәттәре тураһында һөйләне. Аксаков дәресе тамамланғандан һуң Станислав Куняев журналистар һорауы буйынса был теманы дауам итте:
       - Беләһегеҙме, был ваҡиғалар булған ваҡытта, мин шунда уҡ үҙем өсөн бөтәһен дә хәл иттем, бөтәһен дә аңланым, сөнки мин Кавказды, Кавказ артын, уларҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен һәм бындағы халыҡтың тормош тарихын яҡшы беләм, - тине шағир. - Әлбиттә, осетин халҡына мәрхәмәт күрһәтеү икһеҙ-сикһеҙ булды. Улар Беслан фажиғәһен кисерҙе, 1992 йылда күршеләре яғынан һөжүмгә дусар ителде, һәм былар бөтәһе дә беҙҙең хәтерҙә. Әммә ниндәйҙер юридик һәм дипломатик шарттар йәшәп килде. Был халыҡҡа мотлаҡ ярҙам итеү өсөн беҙҙең етәкселеккә уның аша үтергә кәрәк ине. Нәмә эшләнелде, бөтәһе лә тарихи зарурлыҡ.
       Беҙ үҙебеҙҙә редакцияла йыйылдыҡ, Медведевҡа, уны дөрөҫ аҙымы менән ҡотлап, телеграмма ебәрҙек. Аҙаҡ сит ил эштәре министры Лавров телмәр тотто, ул Тютчевты ике тапҡыр телгә алды. Ниһайәт, Тютчевты иҫкә төшөрә башланылар! Ул бөйөк әүлиә булған. Бөтә замандың сәйәсмәне! Һәм әлегә тиклем уның фекерҙәре беҙҙең дипломаттар өсөн актуаль булып ҡала.
       Көнбайыш файҙа алыу ниәте менән Рәсәй позицияһын шулай ҡабул итер һәм үҙгәртеп күрһәтер, тип көткәйнем. Бында беҙҙең етәкселәрҙең - Медведевтың, Путиндың һәм бөтә фекерҙәштәрҙең сыҙамлылығы кәрәк ине. Һәм улар был сыҙамлыҡты күрһәтте һәм бөтәһен дә дөрөҫ ойошторҙо.
       Әгәр беҙ хәрби көстө берҙәм һәм пропорциональ ҡулланған булһаҡ, беҙ ике мең тирәһе тыныс гражданды һәләк итергә тейеш инекме, сөнки Осетияла ике мең тирәһе тыныс граждан юҡ ителде. Һәм грузиндарҙың 700-гә яҡын йортон емерергә тейеш инекме, сөнки Цхинвалдә 700-гә яҡын йорт емерелде.
       Халыҡ-ара Аксаков байрамының һуңғыһы "уңышлы" булды: беҙ бер юлы ике лауреат исемен белдек. Сираттағыларын көтәсәкбеҙ.
       С.Т. Аксаков исемендәге әҙәби премияның алты лауреаты тураһында ҙур булмаған биографик белешмә нәшер итергә кәрәк.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал