6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Конкурстар

XXI быуат лидерҙары
28.11.08


       Дмитрий Медведев Федераль Йыйылышҡа үҙенең беренсе Мөрәжәғәтнамәһендә йәш быуынды тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бүлде. Йәштәр менән эш, Президент фекеренсә, лидерлыҡ сифаттарын үҫтереү ìàºñàòûíäà ºîðîëîðà тейеш. Рәсәйҙә халыҡты үҙе артынан әйҙәүсе, ил менән идара итергә һәләтле кешеләр етешмәй.
       - Беҙгә Рәсәйҙә лә, һәм сит илдә лә таланттарҙы ñистемалы эҙләүҙе ойошторорға кәрәк, - тип тәҡдим итә ил башлығы. - Нигеҙле һәм ғәмәли фәндәргә йәш һәләтле кешеләрҙең килеүенә булышлыҡ итергә кәрәк. Иң яҡшы идара итеүселәрҙе бөтә ил белергә тейеш, тип һанайым. Шуға күрә эшмәкәрлектең төрлө өлкәһендәге һәләтле белгестәр тураһында мәғлүмәтте дөйөм Рәсәй мәғлүмәттәр банкыһына индерергә кәрәк.
       Әммә башта лидерлыҡ сифаттарына эйә булған йәш кешеләрҙе асыҡларға кәрәк. Һәр кем идара хеҙмәткәре роленә дәғүә итә алмай бит. Был планда төрлө-төрлө конкурстар ярҙам итә. Миҫал өсөн, беҙҙең илдә "XXI быуат лидеры" Бөтә Рәсәй конкурсы алтынсы йыл рәттән үткәрелә.
       Быйыл конкурстың финалы Ҡазанда үтте. Унда Рәсәйҙең 52 төбәгенән 130-ҙан ашыу талантлы йәштәр ҡатнашты. Конкурсанттар төрлө ярыштарҙа, роль уйындарында ҡатнашты, Татарстан урамдарында һәм уҡыу йорттарында йәмәғәт акциялары үткәрҙе. Программаға шулай уҡ аралашыу оҫталыҡтарын үҫтереүгә һәм социаль проект төҙөү нигеҙҙәрен өйрәтеүгә йүнәлтелгән төрлө-төрлө тренингтар инде. Конкурс сиктәрендә "Рәсәй-2020: йәштәр ҡатнашûуы" проекты презентацияһы үтте.
       Ҡазанда дүрт ҡыҙыбыҙ - лидерҙар конкурсының республика этабы еңеүселәре һәм балалар һәм йәштәр йәмәғәт ойошмалары етәкселәре - республика исеменән сығыш яһаны. Улар - "Башҡортостан пионерҙары" республика балалар йәмәғәт ойошмаһы һәм "Бергә" республика ирекле йәштәр хәрәкәте етәкселәре һәм активистары.
       Конкурс йомғаҡтары буйынса Анна Тартыгина ("Башҡортостан пионерҙары", Күмертау) "Быуын ориентиры" номинацияһында иң яҡшыларҙан тип танылды. Валентина Трунова ("Башҡортостан пионерҙары", Салауат) "Балалар хәрәкәте традицияларын һаҡлау" номинацияһында еңеү яуланы. Наталья Бутарева ("Бергә" республика ирекле йәштәр хәрәкәте, Салауат) "Күҙгә күренмәгән фронт көрәшсеһе" номинацияһында еңде. Ә Кира Зайцева ("Бергә" республика ирекле йәштәр хәрәкәте, Салауат) "Уңышлы старт" номинацияһында беренсе урынға лайыҡ булды.
       "БАШвестЪ" хәбәрсеһе еңеүселәр менән әңгәмә ҡорҙо. Ҡыҙҙар конкурс тәьҫораттары менән уртаҡлашты. Ысын лидер нисек булырға тейеш? Ҡыҙҙар был хаҡта ла һөйләне.
       Наталья Бутарева:
       "XXI быуат лидеры" конкурсы ғәҙәти булмаған формала үтте. Ғәҙәттә бөтә конкурстар ҙа үҙеңде яҡшы яҡтан күрһәтеүгә ҡайтып ҡала. Ҡазанда бөтәһе лә башҡаса булды. Беҙгә үҙең менән  таныштырыу кәрәкмәй ине. Унда сит жюри булды, ул беҙҙең командала эшләгәнде күҙәтте. Бөтә задание нәҡ берлектәге эшкә йүнәлтелгәйне. Командалар номинациялар буйынса формалашты. Һәр береһендә яҡынса 20-шәр кеше булды. Мин йәштәр ойошмалары етәкселәре командаһына эләктем.
       Валентина Трунова:
       - Конкурста ҡатнашыусылар биш командаға бүленде. Һәр береһендә беренсе урынға лайыҡ булған еңеүсе билдәләнде. Икенсе һәм өсөнсө урындар булманы, улар урынына төрлө номинациялар булдырҙылар. Минең команда составына илдең 20 төбәгенән балалар ойошмалары етәкселәре инде. Беҙ биш көн дауамында дөйөм бер эште башҡарҙыҡ. Дөйөм алғанда, командала эшләүе еңелдән булманы. Һәр кем үҙен күрһәтергә теләне. Беҙ конкурс заданиелары рәүешендә социаль акциялар үткәрҙек. Мәҫәлән, махсус мәктәп уҡыусылары өсөн байрам үткәрҙек. Әҙерлек өсөн ваҡыт аҙ булды, беҙ бер төн эсендә сценарий яҙҙыҡ. Командала эшләү беҙҙе берләштерҙе, беҙ бөтәһе лә юғары кимәлдә булыуына ынтылдыҡ. Был конкурс оҙаҡ хәтерҙә ҡалыр. Ул әле булһа төшөмә инә: мин ниндәйҙер сарала ҡатнашам, ашығам, өлгөрмәйем...
       Анна Тартыгина:
       - "XXI быуат лидеры" конкурсы башта индивидуаль эшкә баҫым яһай ине, ә был юлы коллективта кешеләрҙең үҙ-ара эш итеүенә ҡоролдо. Үҙеңде айырым бер шәхес итеп түгел, ә командала үҙеңдең эшләү белеүеңде күрһәтергә кәрәк ине. Мин йәштәр командаһында ҡатнашыусы булдым, унда 14-18 йәштәге йәштәр йыйылғайны. Мин был конкурста ҡатнашыуыма һәм еңеүемә шатмын.
       - Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, ни өсөн бындай конкурстар үткәрелә?
       Наталья Бутарева:
       - Конкурстың төп маҡсаты - артабан ил менән идара итеүҙе ышанып тапшырырҙай кешеләрҙе асыҡлау. Владимир Путиндың "Стратегия-2020" нигеҙ итеп алынды. Конкурс ярҙамында кешеләр командаһы йыйылды, улар был стратегияны тормошҡа ашырыу өҫтөндә эшләйәсәк.
       Анна Тартыгина:
       - Бындай конкурстар шәхси үҫешкә булышлыҡ итә, тип һанайым. Башҡа төбәктәрҙән килгән йәштәр менән танышып, төрлө йәштәр ойошмалары тураһында белеп була. Áûíäàé êîíêóðñòàðƒà ëидер-йәштәр менән аралашыó, тәжрибә үҙләштере¼, яңы дуҫтар табыó ì³ìêèíñåëåãå áàð. Был үҙеңде күрһәтеүҙә уникаль мөмкинлек, ул һәр кемгә лә бирелмәй.
       - Башҡа ҡалаларҙағы йәштәр хәрәкәттәрен нисек баһалайһûғыҙ?
       Валентина Трунова:
       - Минең ҡарашҡа, Татарстанда балалар хәрәкәте көслө үҫешкән. Шулай уҡ Ханты-Мансиҙа йәштәр хәрәкәте юғары кимәлдә. Башҡа төбәктәр тураһында бер нәмә лә әйтә алмайым, сөнки конкурста үҙебеҙƒå¾ йәштәр хәрәкәттәре презентацияһын үткәреү мөмкинлеге беҙҙә булманы.
       - Беҙҙең илдә йәш лидерҙар етәме?
       Наталья Бутарева:
       - Лидерҙар бар икән, бәхәсләшмәйем. Һәр районда, һәр ауылда үҙ лидеры булыуын теләйем, улар айырым йәштәр ойошмаларын асһын һәм етәкләһен ине. Ә бының өсөн, лидерҙарға ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән төрлө-төрлө саралар үткәрергә кәрәк. Һәр кешене лә лидер итеп булмай, шуға күрә уларҙы асыҡларға һәм óëàðға ярҙам итергә кәрәк.
       Валентина Трунова:
       - Юҡ, әлбиттә, етешмәй. Әгәр беҙҙең илдә лидерҙар һаны етерлек кимәлдә булһа, беҙҙә йәштәр мөхитендә кире социаль күренештәр булмаҫ ине. Бөтәһе лә лидерлыҡҡа ынтылырға, ҡалаңа, илеңә ярҙам итергә өйрәнергә тейеш. Әммә Рәсәйҙә, үкенескә ҡаршы, был үҫешмәгән. Шуға күрә өлкәндәрҙең бурысы йәштәргә дөрөҫ юл табыуҙа ярҙам итеү. Был йүнәлештәге эште кесе синыфтарҙа уҡ башларға кәрәк. Балаларҙың әүҙемлеген хуплау зарур.
       Анна Тартыгина:
       - Кешеләрҙе бала саҡтан уҡ тәрбиәләргә, уларҙың лидерлыҡ сифаттарын үҫтерергә кәрәк. Был планда мәғариф учреждениелары балалар һәм йәштәр ойошмалары менән хеҙмәттәшлек итергә тейеш. Мәктәп балаларға предметтар буйынса белем биреүҙән тыш, әммә уларҙың һәләттәрен үҫтерергә, үҙҙәрен иҫбатлау өсөн мөмкинлек бирергә тейеш.

Елена Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал